Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2025, 05:00

Бикҡужалар нәҫеле

Уның ғәйрәтлелегенә аптырап, сихырсылыр, тигән имеш-мимеш тә таратты көнсөл йәндәр. Сәбәбе – ҙур ҡара йылан. Был ағыулы ҡара “ҡайыш” Хужа бер үҙе булған саҡтарында гел генә эргәһендә йоҡомһорап ятыр булды.

Бикҡужалар нәҫелеБикҡужалар нәҫеле
Бикҡужалар нәҫеле

Бикҡужалар нәҫеленең нисәнселер быуын бабалары бей булған. Көйөргәҙе йылғаһы буйын төйәк иткән ул. Көслө көрәшсе, оҫта һунарсы, балыҡсы, тирмәнсе был олатайымды Хужа бей тип атарға йөрьәт итәм. Уның төплө аҡылға эйә булыуын, һәр эшкә уйлап тотоноуын, халыҡ араһында һүҙе үтеүен иҫәпкә алып, ырыуҙаштары староста итеп һайлағандар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр, ә Хужаның һөнәрҙәре һанай башлаһаң, етмештән дә артыҡ булғандыр, валлаһи.

 Көндәр, йылдар төрлө саҡтары менән йә һөйөндөрөп, йә көйөндөрөп, бер-бер артлы үтә торҙо. Имәндәй ныҡ Хужа бей ир уртаһы – иллегә етеп, ике ҡатыны, күмәк бала-сағаһы менән ҡыш көндәре тау битендәге ҙур ғына ике ағас өйөндә, йәйгеһен Көйөргәҙе буйындағы биләмәләрендә тирмә ҡороп көн итте.

 Уның ғәйрәтлелегенә аптырап, сихырсылыр, тигән имеш-мимеш тә таратты көнсөл йәндәр. Сәбәбе – ҙур ҡара йылан. Был ағыулы ҡара “ҡайыш” Хужа бер үҙе булған саҡтарында гел генә эргәһендә йоҡомһорап ятыр булды. Халыҡ ошо йылан тоҡомо ырыуҙың именлеген, ҡотон һаҡлай икәнлегенә ышанып йәшәне, йәштәргә лә иҫкәртә килде. Изге һаналған йән эйәһен, йә уның балаларын үлтереүсе кеше ҡаты язаға тарттырылды.

 Тик ырым-ҡарғыш һәм башҡа тормош өсөн мөһим нәмәләрҙе инҡар итеүселәр һәр ваҡыттағыса табылып торҙо.

 Йыл һайын йәйге эштәр тамамланып, һалҡындар башланғас, Хужа ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләү өсөн һунарға, балыҡҡа йөрөнө.

 Шулай бер заман арып-талып урман төпкөлөнән ҡайтһа, ни күрә: ауылы яндырылған,  йыланының ояһы өҫтөнә һәнәк сәнселгән. Ҡотһоҙ шомлоҡ... Каратель отряды үтеүе көн кеүек асыҡ.

 Бей  өс тешле һәнәк хужаһына ҡарата бөтөн ырыуҙың ҡарғышын күккә етерлек тауыш менән ҡабат-ҡабат һөрәнләне. Бер аҙ һушына килгәс, арғы ярҙағы тимерлегемдә, исмаһам, берәйһе йәшенеп ҡалманы микән, тигән өмөттә кисеүгә табан атланы. Тынысланыр өсөн бисмиллалап һалҡын һыу менән ҡат-ҡат битен йыуҙы. Аръяҡтағы ҡамыш араһынан тишкеләнеп бөткән ағас кәмәһен һөйрәп сығарыуға көсөргәнештән хәле бөтөп, ҡырсынға ауҙы.

 Иҫенә килгәндә тимерлегенең синнегендәге урындыҡта ята ине. Хужа ауырайған күҙ ҡабаҡтарын күтәрҙе, йөҙөндә йылмайыу хасил булды:

- Иҫән ҡалған берегеҙ бармы? Әсәһе, тим, ҡымыҙ һорамам, һыу ғына килтереүсе табылмаҫ инде?...

 Ир йән әрнеүенә түҙмәй, ыңғыраша-ыңғыраша, дарҫлап типкән йөрәген тотоп, ер иҙәнгә баҫты. Ипләп кенә ишекте асып ебәргәс, иртәнге ҡояш нурҙары сатҡы булып күҙҙәренә килеп бәрелде.

 Уның өмөтө – иң өлкән улы Усмандың йәше лә тулмаған Өмөтбайы бейә һауып ултырған әсәһенең яурынынан ҡулдарын айырып, олатаһына табан тәүге ныҡлы аҙымдарын яһаны...

 Авторы - Фәнүзә БИКҠУЖИНА. (Күсереп алыу тыйыла!!!) 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас