Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
28 Март , 11:05

УҢЫШҠА ИЛТЕҮСЕ ЮЛДАР

Беҙ ашар өсөн түгел, йәшәр өсөн ашарға тейешбеҙ. Боронғо ғәскәр башлыҡтары үҙҙәренең асыҡ зиһене, тәрән аҡылы менән айырылып торған. Һалдаттарына улар бер ҡасан да артығын ашатмаған, сөнки самаһыҙ ашау организмға зыянлы.

💚 Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Беренсенән, иртә ятып, иртә тороу һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Икенсенән, иртәнге һиллек уйҙарҙы тәртипкә һалыу өсөн уңайлы мәл.

💜 Иртәнге күнекмәләр (зарядка) тураһында һәр беребеҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан алып ишетә киләбеҙ. Уның файҙалы икәнен дә аңлайбыҙ, әммә 5 минутыбыҙҙы бүлергә әҙер түгелбеҙ. Иртәнсәк әҙ-мәҙ ҡыбырлап, һикергеләп алыу ҙа киске күнекмәләргә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ. Бигерәк тә ҡала кешеләренә ҡағыла был, сөнки ауылда физик эш иртә таңдан башлана.

💚 Көнөнә бер-ике тапҡыр һалҡынса һыу менән сайынып алыу тәнгә сихәт, башты ла эшләтеп ебәрә.

💜 Беҙ ашар өсөн түгел, йәшәр өсөн ашарға тейешбеҙ. Боронғо ғәскәр башлыҡтары үҙҙәренең асыҡ зиһене, тәрән аҡылы менән айырылып торған. Һалдаттарына улар бер ҡасан да артығын ашатмаған, сөнки самаһыҙ ашау организмға зыянлы. Файҙалы аҙыҡтар ғына һатып алығыҙ, әҙерләгеҙ. Үҙегеҙгә үҙегеҙ дошман булмағыҙ.

💚 Кәрәкмәгән урында йомартлыҡ күрһәтеү, башҡаларҙан кәм булмайым йә өҫтөн булайым тип саманан тыш ҡиммәтле бүләктәр яһау урынһыҙ. Бар нәмәлә сама белеү кәрәк. Аҡсаның ҡәҙерен белеп, һаҡлап тотонғандар ғына уңышҡа өлгәшә.

💜 Китап уҡымаған кешенең телмәре ярлы, белеме һай, тормошҡа ҡарашы билдәһеҙ. Әйтерһең дә, диңгеҙҙә аҙашып йөрөүсе карап. Нисек байырға, нисек йәш күренергә һ.б. өйрәтеүсе китаптар тураһында һүҙ бармай. Тормоштоң асылын төптән аңлаған, әсеһен-сөсөһөн татыған, киләсәк быуындарға ҡалдырырҙай аҡыл туплаған билдәле классиктарыбыҙҙың әҫәрҙәре тураһында бара һүҙ.

💚 Һәр кемдең яратҡан шөғөлө булырға тейеш. Шунһыҙ кеше бөтөн түгел. Уңышҡа өлгәшкән шәхестәрҙе генә алайыҡ. Мәҫәлән, билдәле хореограф Николай Цискаридзе буш ваҡытында сигергә ярата икән. Музыкант Род Стюарт бәләкәй сағынан уйынсыҡ поездар йыя. Ә йәштәрҙең яратҡан йырсыһы Джастин Бибер кубик-рубик менән мауыға. Актер Том Хэнкс машина йүнәтергә ярата.

💜 Кешеләр менән алсаҡ бул. Һауалы, үпкәләүсән, сабырһыҙ булма. Ҡайнап торған был донъяла тыныс һәм сабыр кешеләр ожмах утрауына бәрәбәр. Улар янында рәхәт, үҙең дә тынысланғандай булаһың. Ундай кешеләр күп һөйләмәй, әммә уларҙың һәр һүҙенә ышанаһың.

💚 Башлаған эшеңде еренә еткереп өйрән. Ярты юлда ташланған эш һөҙөмтә лә, тәжрибә лә бирмәй.

💜 Уңышлы кешеләр төрлө өлкәлә тәжрибәле, белемле, талантлы. Мәҫәлән, билдәле алып барыусы Иван Ургант сит телдәрҙә таҙа аралаша, 7 музыка ҡоралында уйнай, бейей, йырлай. Ил башлығы булыр өсөн дә илдең тарихын, иҡтисад-сәйәсәтен, әҙәбиәтен, һ.б. яҡшы белергә кәрәк бит әле. Тимәк, үҙ өҫтөңдә эшләү, белемеңде арттырыу мөһим.

Автор:
Читайте нас: