Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2025, 13:50

Хеҙмәт ветеранының яҡты рухына бағышлап...

 Үткән аҙнала беҙҙең мәктәптә матур йолаға әйләнгән бик күркәм сара - педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличныгы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Болғаиров Рауил Ноғман улының яҡты иҫтәлегенә арналған сираттағы шахмат турниры үтте. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә быйылғы ярыш Рауил Ноғман улының тыуыуына 85 йыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды.

 Сарала мәртәбәле ҡунаҡтарҙың Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Раял улы Юдаевтың, Рауил Ноғман улы менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән коллегалары һәм дуҫтарының: Абдрахман Хөснетдин улы Ишкинин, Салауат Ишбулды улы Сыңғыҙов; Фәрит Мырҙабулат улы Ишбаевтарҙың ; Рауил ағайҙың балалары Айрат Рауил улы һәм Рәсимә Рауил ҡыҙы Болғаировтарҙың ҡатнашыуы сараның бәҫен тағы ла күтәрҙе.

 Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында бөтәһе 39 уҡыусы көс һынашты, шуларҙың 4-һе Мораҡ 1-се урта мәктәбенән ине. Көслөләр араһында иң- инде билдәлү еңел булманы. Һәр мәрәй өсөн алышта бер кем дә һыр бирергә теләмәне.

 Уйында ҡатнашыусы һәр бер уҡыусы Айрат Рауил улы Болғаиров ҡулынан бүләктәр алып ҡыуанды, ә еңеүселәр аҡсалата премияға, грамоталарға, миҙалдарға һәм күсмә кубокка эйә булды.

 Ярыш бик матур үтте, уны ойоштороуға күп көс һалыусыларҙың барыһына ла, Рауил Ноғман улының балаларына бик ҙур рәхмәтлебеҙ.

 Ошондай күркәм саралар киләсәктә лә булып торһон, һәләтле балаларҙы үҫтерһен, тағы ла яңынан-яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен. Ә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ яҡын киләсәктә район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә үҙҙәрен көслө шахматсылар итеп күрһәтер, тип өмөтләнәбеҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас