Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
28 Март , 11:02

Хәлүә яратаһығыҙмы?

Ысынында, был татлы ризыҡты әҙерләүе бик еңел бит!

Хәлүә өсөн:
350 г чистартылған көнбағыш,
1,5 стакан он,
1 стакан шәкәр ҡомо,
0,5 стакан һыу,
150 мл үҫемлек майы кәрәк була.
Әҙерләү тәртибе:
Көнбағышты алтынһыу төҫкә кергәнсе ҡоро табала ҡыҙҙырырға, ит тартҡыс аша үткәрергә. Айырым ҡоро табала ондо ҡыҙҙырырға кәрәк. Көнбағышҡа ҡыҙҙырылған ондо ҡушып болғатырға. Һыуҙан һәм шәкәрҙән 10 минут дауамында сироп ҡайнатырға. Масса шыйыҡ та, ҡаты ла булырға тейеш түгел. Көнбағыш, он, сироп һәм үҫемлек майын бергә миксер ярҙамында болғатырға. Һалҡын үҫемлек майы сироп менән шунда уҡ бер массаға әйләнә. Бер төрлө ҡушылма барлыҡҡа килгәс, төрлө емештәр һәм сәтләүектәр өҫтәп һалырға була. Һуңынан хәлүәне целлофан пакет йәйелгән табаға һалырға, тығыҙлап тигеҙләргә һәм һыуытырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: