Гөлшат Ишбулдина
Әсе балан емеше
(Булған хәл)
Тирә-яҡты сафландырып, ап-аҡ ҡыш килде. Ағастар бәҫ менән ҡапланып, иҫ китмәле семәрҙәр һалып бәйләнгән аҡ шәлдәрен ябындылар.
Фәйзулла, тәҙрә аша йондоҙҙар һымаҡ емелдәгән ҡар бөртөктәренә ҡарап, йөрәгенең иң төпкөлөндәге нескә ҡылдарының тибрәлеүен тоя.
Айлы төндәрҙең береһендә ул Сатрашҡа барып, нисек тә булһа Марияны күреп, аңлашып ҡайтыу теләге менән юлға йыйынды. Уйы – таң атыуға әйләнеп ҡайтыу, ата-әсәһе белмәй ҙә ҡалһын. Ярты төн ауышҡас, Ҡарайғырҙы санаға егеп, сығып та китте.
Ҡарайғыр үтә лә мөһим эш менән китеп барған хужаһын аңлағандай, ара-тирә бышҡырып ала, юртып, елдереп кенә бара.
Юл ситендәге яландар төрлө йәнлектәрҙең эреле-ваҡлы эҙҙәре менән семәрләнеп бөткән. Ай яҡтыһында ярылып ятҡан мышы эҙҙәре, уны ҡыуып барған бүре эҙҙәре лә күҙгә салынып ҡала. Бик тә бай шул йәнлектәргә башҡорт урмандары. Тик Сатрашҡа яҡынайған һайын ҡалын урмандарҙың шыйығая барыуы эсте бошора. Әҙәм балаһы тәбиғәткә бик һаҡһыҙ ҡарай, үҙенең ҡомһоҙлоғон ауыҙлыҡларға һис тә ашыҡмай.
Алда – Сатраш ауылы. Ул тәрән йоҡоға сумған, ара-тирә өргән эт тауыштарынан башҡа һис бер тере йәнде күрмәҫһең.
Ҡарайғыр таң һарыһы беленеүгә хужаһын таныш өйгә, ҙур ҡапҡа алдына еткереп, туҡтап ҡалды. Фәйзулланың күңелендә бер теләк: Мария ғына килеп сыҡһа ине. Әгәр ҙә Фәйзулла кеүек һушһыҙ яратһа, ул да йоҡламайҙыр, көтәлер, һағыналыр, юҡһыналыр. Мария килеп сыҡһа ине лә бер ауыҙ һүҙ әйтеп, күңелен тынысландырһа ине. Фәйзулла ул сағында тынысланыр, үҙен борсоған икеләнеү тойғоларынан бушаныр, еңелерәк булып ҡалыр ине. Әллә Хоҙай эшкәрттеме, әллә ысынлап та һөйөклө Марияһы бер тапҡыр ғына күргән башҡорт егетен көтөп, төндәр буйы тәҙрәгә ҡарап һағындымы? Был ни хәл? Ипләп кенә ҡапҡа асылды һәм шәл бөркәнгән Мария пәйҙә булды. Йә, Хоҙай!
-Күктән төштөңмө әллә, Фәйзулла? – Мария йүгереп килеп Фәйзулланың муйынына аҫылынды. Илау ҡатыш ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырлай:
-Алып кит мине! Тиҙерәк, хәҙер үк, туғандарым һиҙеп ҡалғансы. Яратам мин һине, ишетәһеңме? Өҙөлөп яратам! Бер күреүҙә үк ғашиҡ булдым! Һинһеҙ йәшәү юҡ миңә. Ата-әсәйем мине һиңә үҙ теләктәре менән бер ҡасан да бирмәйәсәктәр... Сөнки һинең динең, телең башҡа.
Үҙе үбә, үҙе илай. Фәйзулла шашыр хәлгә еткән Марияны еңел генә күтәреп, толопҡа урап санаға ултыртты, ярһып типкән йөрәген көскә тыйып, атын ҡайтыр яҡҡа борҙо. Ҡарайғыр, шуны ғына көткәндәй, артта ҡар-бурандар уйнатып, ике йәш йөрәкте алға – яңы тормошҡа саптырҙы. Ике һөйгән йәр өсөн дин айырмаһы ла, тел айырмаһы ла юҡ! Мөхәббәткә кәртәләр юҡ!
Һөйөү наҙын кисергән йәштәр алһыу таң алдынан ғына йоҡлап киттеләр. Ләкин Фәйзулланың йоҡоһо бик ҡыҫҡа булды. Алыҫта, баштың ҡайһылыр бер өлөшөндә, ниндәйҙер ауыр хис мейене быраулай. Йөрәккә үтә лә үткер бысаҡ ҡаҙағандар төҫлө, һыҡрап ауырта. Ғәжәп, был ниҙән икән?
Фәйзулла татлы ғазаптар эсендә уяулы-йоҡоло ята бирҙе. Мария башын уның күкрәгенә һалып, татлы йоҡоға талған. Тик Фәйзулла ғына үҙ хәлен аңлай алмай. Йәненән дә артыҡ күргән, төштәренә инеп һарғайтҡан һөйгәне – уның ҡуйынында. Ә ниңә һуң йөрәк шомлана?
Фәйзулла һөйгәнен уятмаҫҡа тырышып торҙо ла йомшаҡ юрған менән йәтешләп ябындырҙы, бер аҙ йылмайып ҡарап торғандан һуң кейенеп тышҡа сыҡты. Ҡышҡы көндөң саф һауаһы күңелен бер аҙ тынысландырҙы. Һыуыҡ танау- ҡолаҡтарҙы семеткеләп алды. Мал-тыуарҙы ҡарап инәһе бар. Атаһы бер бөртөк улы өсөн көсөн дә, донъя малын да йәлләмәне, күпләп һарыҡ-кәзәһен дә, ҡош-ҡортон да, һыйыр менән атын да биреп ҡуйғайны – килен төшкәнсе үк ҡураһы буш тормаһын тип тырышҡайны. Сәхиулла ҡарт улына ышаныс һаҡлап, ҡартайған көнөндә һыйыныр урын бар тип, эстән генә шөкөр ҡыла ине. Ни сәсһәң – шуны урырһың. Арыу кеше итеп үҫтергән Фәйзуллаһын. Эште тотҡан еренән һындыра, емертеп эшләй улы. Шундай уйҙар уйлап, ҡәнәғәт йылмайып, үҙ ихатаһындағы малын ҡарағас та улының малын хәстәрләшә, һис булмаһа, улының эшләгәнен ситтән генә күҙәтеп, кәңәшен биреп тора.
Был хәл көн дә тиерлек ҡабатлана. Бына бөгөн дә шулай булыр тип уйлап килгән ҡарт ҡапыл туҡтап ҡалды. Ғәжәп, Фәйзуллаһы төндә ҡайҙа йөрөп ҡайтты икән: яңы яуған ҡар өҫтөндә сана эҙҙәре ярылып ятасы. Киске аш мәлендә ул-был хәбәр сығармағайны лаһа.
Һарай ишеген асып ингәс, шиге тағы ла артты: Ҡарайғырҙың арҡаһынан еңелсә быу күтәрелә. Һыйпап ҡарарға булды, бәй, был бит алыҫ юлдан ҡайтҡан! Ҡарт яйлап йөрөп, малдарға бесән һалып сығыуға Фәйзулла ла күренде.
Сәхиулла ҡарт ипле генә итеп һаулыҡ һорашҡастын улына:
-Шунан, юлың уңдымы? - тип Ҡарайғыр яғына ишара яһаны.
Һай, һиҙгер ҙә һуң атаһы! Ҡайҙан белеп ҡалғандыр Фәйзулланың Марияға барыуын. Ауыҙ асып әйткәне булманы һөйөүе тураһында.
Атаһы яуап көтә, Фәйзулла шатлығын эсенә һыйҙыра алмай, ауыҙын ҙур асып йылмая, көлә.
-Кәләш минең ҡуйынымда инде, атай.
Сәхиулла ҡарттың ҡалын кәүҙәһе ҡалтырап ҡуйҙы, илгәҙәк йөҙөн һағыш, уй баҫты:
-Әсәйеңә ауыр ҡайғы килтергәнһең. Кәңәш һорамайса бик ҙур хилафлыҡ ҡылғанһың, Аллаһы Тәғәлә үҙе ярлыҡаһын инде, - тип ергә сүгәләне.
Ә-ә-ә, бына ҡайҙан килгән икән теге йөрәк әрнеүе, аңлайышһыҙ күңел ғазабы. Кемдеңдер күңелен рәнйетермен тип башына ла инеп сыҡмағайны Фәйзулланың. Ошо бәхетле көнөн айҙар буйы көттө, яҡшыға өмөт итеп йәшәне. Бөгөн үк Марияһы менән әсәһенә барырҙар, аңлашырҙар. Әсәһе был ике йәш йөрәктең бәхетенә ҡаршы төшмәҫ, ризалыҡ-фатихаһын бирер. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ тип, Фәйзуллаһын кисерер. Бөтәһе лә бәхетле булырҙар.
(Дауамы бар).