Күберәк һыу эсегеҙ
Был ҡағиҙә һәр миҙгелдә лә актуаль. Организмда һыу балансының теүәл күләмдә булыуы бөтә эске органдар һәм системаларҙың эшмәкәрлегенә тәьҫир итә.
Тышта йәй кеүек эҫе булмаһа ла, ҡояш бик сағыу. Шуға күрә тәндең асыҡ урындарына көнө үҙегеҙг тура килгән SPF кимәлле крем ҡулланығыҙ. Ундайҙы ҡулланыу ҡартайыу процесын һәм таптар барлыҡҡа килеүҙе кәметә.
Блдәле булауынса, күп витаминдар һәм минералдар емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙә.Уларҙы көн һайын ашау – һеҙҙең тирегеҙ етерлек күләмдә дым, витамин һәм матурлыҡты һаҡлаусы матдәләр ала тигән һүҙ. Тире тағы ла матурланһын өсөн рационға балыҡ, цитрус, сәтләүек, кишер, зәйтүн һәм кокос майы өҫтәргә мөмкин. С витамины шулай уҡ тоҙло кәбеҫтәлә, шпинатта һәм әлморонда күп.
Ҡыш та, яҙ ҙа тирене дымландырып тороу кәрәк. Яҙғылыҡҡа үҙегеҙгә тап килгән еңелерәк кремдар һайлағыҙ, әгәр тирегеҙ ҡоро икән, составында минераль һәм үҫемлек майҙары, ланолин һәм сквален булғандарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Майлы тирегә еңел флюидтар, гель һәәм гель-кремдар тура киләсәк.
Кремдар менән бергә төрлө маска һәм сывороткалар ҡулланырға ла онотмағыҙ.
*Ҙур булмаған 1 картуфты ҡырып, 1 ҡалаҡ миндаль көрпәһе, 3-4 ҡалаҡ әсегән һөт, 1 балғалаҡ үҫемлек майы өҫтәргә, битлекте 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә. Һуңынан бит тиреһенә ярашлы крем һөртөргә.
*Иртән һәм кисен ҡаты сәй һөртһәң, һипкелдәр ныҡ күҙгә ташланып тормаҫ. Шулай уҡ әсегән һөт һөртөү ҙә файҙа бирә.
*Ҡыярҙың орлоғон ҡырып алып (3 ҡалаҡ), 1 стакан араҡы ҡойоп, 12 сәғәт төнәтәләр. Иртәле-кисле битте таҙатырға. Орлоҡтар урынына ваҡланған ҡыяр ҡулланырға ла була.
*Бәпембә япраҡтары һутын көнөнә 3-4 тапҡыр һипкелдәргә һөртөргә.
*1-әр ҡалаҡ миләүшә, календула, һары мәтрүшкә, шиңмәҫгөлдө (бессмертник) 1 литр ҡайнар һыуҙа 2-3 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә.
*Һипкелдәргә лимон, ҡыяр, һуған һуты һөртөргә була. Иҙелгән еләктән битлек яһарға мөмкин.
*1 йомортҡа ағына 2 ҡалаҡ 1 процентлы аш һеркәһе өҫтәп, миксерҙа болғатырға, бит тиреһенә һөртөргә.
Яҙ етте, биттең тиреһе лә айырым иғтибар талап итә. Битегеҙ сабый тәнендәй йомшаҡ ҡына булһын тиһәгеҙ, бына ошондай ябай ғына маска эшләү ныҡ шәп һөҙөмтә бирәсәк:
Бер бананды йомшартып, бер йомортҡа һарыһы һәм бер аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып, 10-15 минутҡа биткә һылап, йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Аҙнаһына ике эшләһәң, һөҙөмтә иҫ китмәле буласаҡ.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.