Дауытов Шамил Шәүҡәт улы 1983 йылдың 23 мартында Мораҡ ауылында донъяға килә. 1989-1998 йылдарҙа Башҡорт гимназияһында белем ала. Уны тамамлағас, Мораҡ 90 –сы һөнәрселек лицейына уҡырға инә. 2002 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Тыуған ил алдындағы бурысын Иркутск ҡалаһында оло намыҫ менән үтәй. Яу яланына киткәнгә тиклем Мораҡ ауылында йәшәй һәм төҙөлөш өлкәһендә эшләй, бик күп мәктәптәр, балалар баҡсалары, сиркәүҙәр төҙөүгә үҙенең тос өлөшөн индерә. Илдә махсус хәрби операция башланғас, ул да ысын ил һаҡсылары менән бер рәттән яуға китергә ҡарар итә һәм 2023 йылдың 14 сентябрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Запорожье йүнәлешендәге, Кинбург ярымутрауындағы, Очаково, Николаево һәм Одесса яғындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Штрумлаусы отряд командиры, гранатометчик, штурмовик булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың 5 октябрендә батырҙарса һәләк була, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ш.Ш.Дауытов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була.