Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
27 Март , 15:15

Донъя ҡото бит ул – гүзәл зат!

Уҙған аҙнала баш ҡалабыҙҙың “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. IX тапҡыр уҙғарылған һәм 2022 йылдан алып Бөтә Рәсәй статусын алып, ил кимәленә сыҡҡан был конкурста быйыл Башҡортостандан тыш, Мәскәү, Тобол ҡалаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Төмән, Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан һәм башҡа яҡтарҙан (бөтәһе 14 төбәктән)  500-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Шуныһы ҡыуаныслы, әүҙем гүзәл заттар араһында беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары ла бар.  Улар финалға үтеп, еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты.

Донъя ҡото бит ул – гүзәл зат!
Донъя ҡото бит ул – гүзәл зат!

 Билдәле булыуынса, конкурс “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Бөтә  Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы һәм БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән йыл һайын үткәрелә. Гүзәл заттарҙың эше төрлө номинацияларҙа баһалана.

 Бына инде өс йыл рәттән сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап яуҙа йөрөгән яугирҙарға ярҙам ойоштороусы ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Быйылғы саҡырылған ҡунаҡтар араһында беҙҙең райондың Бикеш ауылында йәшәүсе Гүзәл апай Алтынбаева ла булды. 2023 йылдың көҙөндә ғәзиз улын - Донецк Халыҡ Республикаһында махсус хәрби операция барышында һәләк булған өлкән сержант Рөстәм Кәрим улы Алтынбаевты һуңғы юлға оҙатҡан көслө рухлы әсә өҫтөнә өйөлгән тауҙай ауыр ҡайғыға баш эймәй, яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләү, маскировкалау селтәрҙәре үреү эшендә әүҙем ҡатнашырға үҙендә көс таба.

 Был мәртәбәле конкурста беҙҙең район данын быйыл В.С.Бекетов исемендәге Воскресенск урта мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Юлай ҡыҙы Аллабирҙина менән З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флорида Зәки ҡыҙы Кәримова яҡланы.

 Эльвира Юлай ҡыҙы - тәжрибәле педагог, уҡыусылары өсөн уҡытыусы ғына түгел, дөрөҫ юл күрһәтеүсе ысын дуҫ һәм остаз да булып тора. Шуныһын да һыҙыҡ өҫтөнә алыу зарур: был белем усағында рус милләтле балалар ҙа башҡорт телен яратып уҡый, кинәнеп һөйләшә икән – был иң тәү сиратта уҡытыусының уңышы, уның тынғыһыҙ эшенең һөҙөмтәһе! 

 Дүрт тиҫтә йылға яҡын  ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, туған телебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлауға тос өлөш индергән, үҙ эшенең оҫтаһы булған, бик күп һөнәри бәйгеләрҙә еңеү яулаған, бай эш тәжрибәһенә эйә булған абруйлы уҡытыусы йәмәғәт тормошонан да ситтә ҡалмай, бөгөн ул уҡыусылары, коллегалары менән бергә махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеү өсөн бар көсөн һала.

 Флорида Зәки ҡыҙын район халҡы Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе директоры булараҡ ҡына түгел, ә күп ҡырлы талантҡа эйә булған ижади шәхес тип тә белә. “Хор менән йырлау”  бүлеге преподавателе лә, фортепиано һәм тауышты ҡуйыу, хор класы уҡытыусыһы ла, вокаль ансамблдәре етәксеһе лә ул. 30 йыл эшләү дәүерендә яулаған уңыштары бихисап, шулай ҙа үҙе әйтеүенсә, уның  иң ҙур ҡаҙанышы - уҡыусылары. Ысынлап та, Флорида Зәки ҡыҙының сәнғәт юлынан киткән уҡыусылары байтаҡ, мәҫәлән, Снежана Миронова Рәсәйҙең һәм донъяның иң ҙур опера һәм балет театрҙарының береһендә  – Мәскәү ҡалаһының Ҙур театрында, Кристина Аҡбәрова Өфө ҡалаһының хор капеллаһында, Зарина Ҡотлоғужина Стәрлетамаҡ филармонияһында эшләй. Алмаз Йосопов - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Әлеге көндә сәнғәт институтында, сәнғәт училищеһында белем алып йөрөүсе уҡыусылары ла бар. Уның класында шөғөлләнгән ете уҡыусының район хакимимәте башлығы, өс уҡыусының вокал буйынса республика Башлығы стипендиаты булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.

 Тәжрибәле етәксе, “Ижади коллективтың иң яҡшы етәксеһе” дипломына эйә булған һәләтле уҡытыусы дүрт ижади төркөмдө – “Рондо” балалар хоры, “Дэмитон” балалар вокаль, “Миләш” ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәрен, “Һандуғас” вокал студияһын етәкләй. Төрлө конкурстарҙа Гран-при яулаған, лауреат исеменә лайыҡ булған, районда үткән сараларҙың йөҙөк ҡашы булып торған был төркөмдәрҙең өсәүһе өлгөлө һәм халыҡ исеменә эйә.

 Уңғандың ҡулы – ун, тигәндәй, Флорида Зәки ҡыҙы ла йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмай. Районда ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған хәйриә концерттарында, гуманитар ярҙам әҙерләүҙә  әүҙем ҡатнаша.

- Конкурсҡа әҙерлек барышында видеоролик әҙерләргә кәрәк ине. Был эште башҡарғанда күңелемдә үҙ эшемде, мәктәбемде генә түгел, тотош районды күрһәтергә тейешмен тигән уй торҙо.

 Беҙҙең районда эшһөйәр, тырыш  ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Уларҙың һәр береһе үҙ урынында шәп, үҙҙәре һайлаған өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләй. Күптәре үҙаллы, һәр яҡлап уңған, эшлекле, заман менән бергә атлай, илһөйәр, гөрләтеп донъя көтөргә лә, йәмәғәт эшендә ҡатнашырға ла, эшләргә лә, ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.

 Финалға үтеүемә, әлбиттә, бик шатмын. Гала-концерт бик тулҡынландырғыс булды. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәләре сәхнәгә күтәрелгәндә, күптәребеҙҙең күҙҙәренә йәштәр тулды. Бына ҡайҙа ул – көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙар, ысын геройҙар! Ер йөҙөндәге иң ауыр ҡайғыны – бала юғалтыу хәсрәтен күтәреүҙәренә ҡарамаҫтан, улар артабан да йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға, яуҙа йөрөгәндәргә ярҙам итергә үҙҙәрендә көс таба. Был әсәләр артабанғы ғүмерҙәрен башҡа балаларға, башҡа әсәләргә, ауылдарына, ҡалаларына, республикаларына, илдәренә ярҙам итеүгә бағышлайҙар. Залдағылар сәхнәгә күтәрелгән һәр әсәне оло хөрмәт менән, аяғүрә баҫып сәләмләне. Был бик тулҡынландырғыс күренеш булды.

 Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ статусын күтәреүгә һәм тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән ҙур сараны ойоштороусыларға рәхмәтлемен, - ти ул.

 “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән 1917 йылда Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында халҡыбыҙҙың әүҙем ҡыҙы, 17 йәшлек Рабиға Ҡушаева.  Бер быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, уның һүҙҙәре һаман да көнүҙәк: илем, ерем, халҡым тип янған да, яуҙа йөрөгән яугирҙарыбыҙға иңен ҡуйған да – әсәләр!

 Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фото шәхси архивтан алынды.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: