Гөлшат Ишбулдина
Әсе балан емеше
(Булған хәл)
(Дауамы. Башы 10 ноябрҙәге 130-сы һанда)
Ҡарайғыр оҙон аяҡтары менән байтаҡ ерҙе артта ҡалдырҙы. Бигерәк матур ул – Ҡарайғыр! Ҡап-ҡара бәрхәт тауҙарҙан килешле кейем тектереп кейҙергән егет кеүек, бөтә ере ҡап-ҡара, маңлайында йондоҙҙай аҡ табы бар, тояҡтарындағы аҡ уны тағы ла матурыраҡ итә. Фәйзулла уны ҡолон сағынан уҡ бик яратты, ҙур хәстәрлек күрҙе, бөтә буш ваҡытын уға бағышланы, таңдан тороп таҙа һыу эсереп, ҡулынан икмәк ҡаптырып, хуш еҫле бесән биреп, үтә лә наҙлы итеп үҫтерҙе. Ҡарайғыр ҙа хужаһы алдындағы бурысын теүәл үтәргә тырышты. Бәйгеләрҙә уға тиңдәш ат юҡ. Йөк ташырға тиһәң, унан көслө атты эҙләп тә тапмаҫһың. Тирә-яҡта дан алған айғыр ул.
Бейек һырттарҙы артылып, биш-алты кескәй йылғаны үткәс, бесән өҫтөндә ҡырын ятып килгән Фәйзулла татлы йоҡоға талды. Төшөндә, имеш, ҙур итеп өй һалған. Өйҙөң эсе лә иркен, йәмле. Әҡлимә биленә алъяпҡыс бәйләп, алһыу йөҙөндә бәхет нурҙарын балҡытып, бишбармаҡ бешерә. Түр башында өйөлөп ҡуйылған төрлө төҫтәге йомшаҡ мендәргә башын терәп, атаһы йоҡомһорай. Әсәһе, тубырсыҡтай малайҙы алдына алып, әкиәттән йомаҡ ҡоя. Фәйзулла шат йылмайып, түбәтәйен ситкәрәк тартып кейеп, һөйөклөһө тирәләй бөтөрөлә, тәмле ашты түр башҡа, ашъяулыҡҡа , ташый...
-Улым! Уян! Килеп еттек! – тип атаһы ипләп кенә ҡабырғаһына төртә. Фәйзулла, татлы хыялдар төштә генә булыуына бер аҙ үкенес кисереп, шулай ҙа күңел күтәренкелеге тойоп, еңел генә һикереп, арбанан төштө. Был яҡтарға тәүге килеүе ине Фәйзулланың. Ат ҙур ҡапҡалы, бейек күтәрмәле, алты мөйөшлө бик күркәм йорт алдында туҡтағайны. Ҡапҡанан, зәңгәр күҙәрен бер аҙ ҡыҫыбыраҡ ҡарап, сал сәсле, ҙур кәүҙәле ҡарт – Сәфиулла ҡарттың күптәнге белеше Михайло килеп сыҡты ла ҡоласын йәйеп килеп, бик йылы иҫәнләште, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, һынаулы ҡараштарын Фәйзуллаға төбәне:
-Был ниндәй бәһлеүән, ыласындай егет? – тип һораны.
Атаһы ғорурлығын тышҡа сығармаҫҡа тырышып:
-Михайло знакум, был егет – минең берҙән-бер улым, ҡартлыҡ көнөмдәге ышанысым, - тип, Фәйзулланың киң арҡаһынан еңелсә ҡағып, уға табан этәрҙе.
Михайло ҡарт уттай ҡарашлы, мөһабәт кәүҙәле егеткә бер аҙ текләп торҙо ла ҡунаҡтарын ҡәнәғәт йөҙ менән өйгә, сәй эсергә, саҡырҙы.
-Улым, лавкаға барып, аҙыраҡ күстәнәс, сәй-маҙар, алып кил, - тип атаһы Фәйзуллаға аҡса һуҙҙы.
Лавка тигәндәре бер-ике өй аша ҡына булып сыҡты. Ҙур булмаған, йыйнаҡ ҡына итеп эшләнгән өйгә һирәк-һаяҡ мәрйә әбейҙәре инеп, ҡулдарына лампасый йә тауар-маҙар тотоп сыға. Фәйзулла ауыр ғына ишекте ҡыйыу тартып, эскә үтте. Лавканың стена буйҙарына ағастан кәштәләр яһалған, бер яҡта төргөк-төргәк тауарҙар ята, өҫтө-өҫтөнә һалынған, икенсе яҡта ҡумталарҙа лампасыйҙар, керәндилдәр күренә, шыптыр ҡурғаштарҙа таҡта сәйҙәр бар.
Шаршау менән бүленгән яҡтан һатыусы ҡыҙ килеп сыҡты. Фәйзулланың башы әйләнеп китте, йөрәге күкрәгенә һыймай ярһып тибә башланы, алдындағы ҡыҙҙы күреп сихырланғандай, тын да алмай баҫып тик тора. Күпме торғандыр, ваҡыт самаһын да онотто. Ҡыҙ, ап-аҡ тештәрен ынйы кеүек емелдәтеп: “Йә, егет, ниндәй йомошоң бар?” тигәс кенә иҫенә килде, тотлоға-тотлоға йомошон әйтте.
Алдындағы гүзәл зат фәрештәләргә тиңләшерлек матур ҡыҙ ине: алтын башаҡтарҙы хәтерләткән ҡуйы һары сәс, ҡыңғырау сәскәһендәй зәңгәр күҙҙәр менән тик икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ генә тиңләшә алыр ине. Бешкән сейәләй уймаҡ ирендәр “Мине үбеп алсы” тигәндәй янып йылмая, ә инде буй-һынына күҙ һалһаң, бер тотам билен һаҡһыҙ тотһаң, өҙөлөп китер төҫлө, билләһи. Кейемдәре лә беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡынан бик ныҡ айырыла. Өҫкө өлөшө аҡ селтәр яғалы, борсаҡ төшкән, алһыу, ә аҫҡы өлөшө ҡап-ҡара итәк, аяғында бейек күтәрмәле килешле итек. Ҡыҙҙы баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡас, Фәйзулла мәрйә ҡыҙынан төргәген алды һәм үҙе лә аңғармаҫтан:
-Һин шул ҡәҙәрле һылыуһың, мин һине шул тиклем оҡшаттым, - тип ысҡындырҙы. Ҡыҙыҡай күҙҙәрен аҫҡа төбәп:
-Мин дә һине ниңәлер шул тиклем оҡшаттым. Тик беҙгә мосолман егетен яратырға ярамай. Ҙур гонаһ була, - тип, төшөнкө тауыш менән әкрен генә яуап бирҙе.
Фәйзулла һалҡын тир бәреп сыҡҡан ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, мамыҡтай йомшарып киткән аяҡтарын көс-хәлгә һөйрәп, Михайло ҡарт өйөнә табан атланы. Килеүенә атаһы өй белешеп, хаҡын да һөйләшеп, эште бөтөрөп тә ҡуйған ине.
Аҙна-ун көн үтеүгә өйҙө күсереп тә алып ҡайттылар. Бер ай үтеүгә баш баҫып, тырышып-тырмашып күтәргән өй әҙер ҙә булды. Тап хыялдағыса ине ул. Фәйзулла үҙендә илаһи көс тойоп, арыу-талыуҙы белмәй эшләне лә эшләне. Уға бар донъя яҡтырып киткәндәй ине: алыҫта булһа ла һөйгән кешең булыу – ниндәй бәхет!
Ҡайһы саҡтарҙа күңел түренә Әҡлимә лә килгеләп китә. Тик оҙаҡҡа түгел, Марияның сағыу матурлығы Әҡлимәнең баҫалҡы матурлығынан күпкә өҫтөнөрәк. Фәйзулланың бар булмышын тик Мария яулап алған. Ятһа ла, торһа ла төпһөҙ диңгеҙҙәй зәңгәр күҙҙәр, бешкән сейәләй ирендәр үҙенә тарта, буйһондора, саҡыра.
Әсәһе түҙемһеҙләнеп ураҡ эштәре бөтөүен көтә. Ул да күтәренке кәйеф менән шат йөрөй, ике өй араһында йүгерә.
-Алла бойорһа, ураҡ эштәре бөтөүгә Әҡлимәгә яусы ебәреп, һалҡындар төшкәнсе, көҙгө байлыҡта рәхәтләнеп туй үткәрербеҙ, - тип хәбәр һала. Тик был һүҙҙәр уҡ булып Фәйзулланың йөрәгенә ҡаҙала. Әсәһенә уй-хистәрен асып һала алмай шул ул һис кенә. Билдәһеҙ һағыш күңелен ғазаплай. Белһәң ине Марияның күңелендә ни барын?! Ул да Фәйзулла кеүек һөйөү утында янамы, әллә бер тапҡыр ғына күргән башҡорт егетен күптән оноттомо?
Фәйзулла, төрлө һылтауҙар табып, Әҡлимәгә яусы ебәреүҙе кисектереп килә. Өй артына мунсаһын ултыртты, ихатала бына тигән һарай ҙа үҙ урынын алды.
(Дауамы бар).