Тантаналы өлөштә район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһе ветерандарына, әлеге ваҡытта беҙҙең матур тормош өсөн тир түгеүсе эшсәндәргә йылы тәбрикләү һүҙҙәрен, аҡ теләктәрен еткерҙе. Һуңғы йылдарҙа “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә районда яңы водозабор төҙөлөүен, йылылыҡ селтәрҙәрен модернизациялау программаһы буйынса 4 блоклы ҡаҙанлыҡтың сафҡа инеүен, Йомағужа ауылында ла йылылыҡ ҡаҙанлыҡтарын яңыға алмаштырыу кәрәклеген әйтеп үтеп, артабан да был юҫыҡта эштәрҙең дауам ителәсәген белдерҙе. Көн тимәй, төн тимәй, һәр саҡ үҙ бурыстарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған эшсәндәргә оло рәхмәтен белдереп, намыҫлы хеҙмәттә айырылғандарҙы бүләкләп үтте.
“Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы баш бухгалтеры Александра Максимова эштәге ҡаҙаныштары, ошо уҡ предприятие контролёры Йәүҙәт Ибраһимов оҙаҡ йылдар дауам иткән фиҙаҡәр хеҙмәте, “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса инженеры (экологы) Сергей Салтыков һөнәри байрамдары уңайынан һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
“Йылылыҡ селтәре” предприятиеһының хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте яҡлау буйынса инженеры Юрий Спиридонов, шул уҡ предприятие эшсәне, Тәүәкән ауылы социаль-мәҙәни ойошмалар ҡаҙанлыҡтары операторы Шамил Ҡаразбаев, “Йомағужа иҫәпләү үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһының халыҡ менән эш буйынса менеджеры Зилиә Ишморатова район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Валерий Павлов тантана сәбәпселәрен ихлас күңелдән ҡотлап, һуңғы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә күҙәтелгән ҡаҙаныштарҙы, федераль һәм республика программалары сиктәрендә район үҙәген төҙөкләндереү, йылылыҡ селтәрендә, халыҡты һыу менән тәьмин итеү юҫығында башҡарылған эштәрҙе барлап, хәл ителәһе мәсьәләләрҙең булыуын да иҫкә төшөрөп үтте.
“Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһы директоры Фәнил Ғилманов был тармаҡта үҙгәрештәргә бәйле бурыстарҙың икеләтә артыуын, шул уҡ ваҡытта машина-техник паркының яңыртылыуын билдәләп уҙҙы. “Төп байлығыбыҙ - кешеләр, эшсе ҡулдар” тип, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе күпселек ваҡытта авария-фәлән булһа ғына иҫтәренә алыуҙарын телгә алып, эш сәғәте менән һанашмайынса алһыҙ-ялһыҙ тырыш хеҙмәт күрһәткәндәре, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡандары өсөн һәр ҡайһыбыҙҙың был ябай булмаған өлкә эшсәндәренә сикһеҙ рәхмәтле булырға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
Ошо урында яңыраҡ барлыҡҡа килгән, эшмәкәрлеге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән “Фрезия+” ойошмаһы, тормош-көнкүрештә тыуған бәлә-ҡазаларҙы кисектерергә ярҙам итеүсе Берҙәм дежур- диспетчер хеҙмәте, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын үҙ ваҡытында сығарыуҙы хәстәрләүсе “Эко-сити” йәмғиәте, өҙлөкһөҙ электр уты һәм зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе Мораҡ район электр селтәре, “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһының урындағы бүлексәһе эшсәндәренең дә намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтеү мөһим.
Беҙҙең республиканың Луганск өлкәһендәге Красный Луч ҡалаһы биләмәһендә йәшәүсе халыҡҡа ярҙам итеүе лә күптәргә билдәле. Ундағы коммуналь система яңыртыу, төҙөкләндереү талап итә. 2024 йылда дүрт меңдән артыҡ ҡала кешеһен һыу менән тәьмин итеү селтәре яңыртылһа, был дөйөм эштә беҙҙең райондан “Гидрострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры - Радик Байназаров) белгестәре лә ҡатнашҡан. Республикабыҙ шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһында Шайморатов исемендәге мәктәпте ремонтларға ла ярҙам итә. Яңы уҡыу йылына ремонт эштәрен тамамлап өлгөрөр өсөн 2022 йылдың авгусында Донбассҡа 300 төҙөүсе йүнәлә, улар иҫәбендә район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙары буйынса белгесе Сергей Ладыженко, Иртөбәк ауыл биләмәһенән Рәил Ғаязов, “Гидрострой” йәмғиәтенән Марат Янов, Руслан Баязитов, Вил Ҡоҙабаев һәм шәхси эшҡыуар Рәмил Айытҡужин бригадаһынан Ринат Ниязғолов та була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәктәп бинаһы һәр яҡлап яңыртылып, белем усағы 400 бала өсөн үҙ ишектәрен аса.
Тантаналы сараның район мәҙәниәт һарайы артистары, З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе таланттарының сағыу сығыштары менән үрелеп барыуы уға мәртәбә өҫтәне. Яратҡан йырсыларыбыҙ – Нәғим Нуриманов, Исмәғил Ғилманов, Ғәлим Кинйәбулатов (“Ҡыҙыл мәсет”), “йәш йондоҙсоҡ” – Анна Бочкарёва башҡарыуындағы дәртле һәм моңло йырҙар күңелдәргә йылы наҙ яҡты. Дмитрий Камалеев менән Камила Абдрахманованың дуэты, Зөлфиә Илмөхәмәтова бүләк иткән “Тыуған ауылым” йыры, Ришат Бәҙретдинов өҙҙөргән татар көйҙәре, Елена Миңлебаева башҡарған патриотик йыр тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләре, тамашасы күңеленә хуш килде.
Күркәм сарала ысынлап та йәшәйеш кимәлен яҡшыртыу, төбәгебеҙгә ҡот һәм йәм өҫтәү тәңгәлендә тырыш хеҙмәт күрһәтеүсе ябай эшселәргә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыларға дан йырланды, оло хөрмәт күрһәтелде.