Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
25 Март , 12:23

"Герой парталары" асылды!

Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү, Тыуған илебеҙҙең үткәненә, уның бөтөнлөгөн, сиктәрен һаҡлаусы яугирҙарына ихтирам-хөрмәт уятыу, улар менән ғорурланыу, илгә ҡалҡан булған батырҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән “Герой партаһы” акцияһы беҙҙең районда ла уңышлы дауам итә. Үткән аҙнала М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһында әһәмиәтле сара булды – ошо белем усағын тамамлаған, махсус хәрби операция барышында беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ һәм тыныс күк йөҙө өсөн батырҙарса һәләк булған бөгөнгө көн геройҙары – Вячеслав Борисов, Данила Михайлов, Шамил Дауытов һәм Рәдиф Рәхмәтуллинға арнап “Хәтер стенаһы” һәм “Герой парталары” асылды.

"Герой парталары" асылды!
"Герой парталары" асылды!

Рядовой Борисов Вячеслав Игоревич 2002 йылдың 25 авгусында донъяға килә, Мораҡ ауылында өләсәһе Мария Максимовнала тәрбиәләнә. 2009-2014 йылдарҙа Башҡорт гимназияһында, артабан Ермолаевола коррекцион мәктәптә уҡый. 2024 йылдың 27 ғинуарында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, мотоуҡсылар батальоны гранатометчигы булып хеҙмәт итә. Үкенескә күрә, Вячеслав Игоревич махсус операция барышында һәләк була, РФ Президенты Указына ярашлы, В.И.Борисовҡа үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены бирелә.

 Дауытов Шамил Шәүҡәт улы 1983 йылдың 23 мартында Мораҡ ауылында донъяға килә. 1989-1998 йылдарҙа Башҡорт гимназияһында белем ала. Уны тамамлағас, Мораҡ 90 –сы һөнәрселек лицейына уҡырға инә. 2002 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Тыуған ил алдындағы бурысын Иркутск ҡалаһында оло намыҫ менән үтәй. Яу яланына киткәнгә тиклем Мораҡ ауылында йәшәй һәм төҙөлөш өлкәһендә эшләй, бик күп мәктәптәр, балалар баҡсалары, сиркәүҙәр төҙөүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.  Илдә махсус хәрби операция башланғас, ул да ысын ил һаҡсылары менән бер рәттән яуға китергә ҡарар итә һәм 2023 йылдың 14 сентябрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Запорожье йүнәлешендәге, Кинбург ярымутрауындағы, Очаково, Николаево һәм Одесса яғындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Штрумлаусы отряд командиры, гранатометчик, штурмовик булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың 5 октябрендә батырҙарса һәләк була, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ш.Ш.Дауытов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була.  

 Рядовой Михайлов Данила Юрьевич 2005 йылдың 29 ғинуарында Мораҡ ауылында тыуа, 2012 - 2021 йылдарҙа гимназияла уҡый. 2023 йылдың 15 июнендә хәрби хеҙмәткә алына. Брянск ҡалаһында йәш яугир курсын үтә, артабан хеҙмәтен Коломна ҡалаһында дауам итә, әрме хеҙмәте тамамланыуға барған осорҙа Данила Юрьевич РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итә. 2024 йылдың 21 февралендә һәләк була. Д.Ю.Михайлов РФ Оборона министрлығының “Хәрби бурысын өлгөлө башҡарғаны өсөн” миҙалына лайыҡ.

 Кесе сержант Рәхмәтуллин Рәдиф Рәмил улы 2001 йылдың 30 декабрендә Сәлих ауылында донъяға килә.  2008 - 2017 йылдарҙа Башҡорт гимназияһында белем ала, уны тамамлағас, Мәләүез индустриаль колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала.  2020 йылдың 5 ноябрендә Рәсәй Ҡораллы көстәр сафына баҫа, Сыбаркүл ҡалаһында танк ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә. 2020 йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Кесе сержант Рәхмәтуллин инженер сапер ротаһы саперы булып хеҙмәт итә, хәрби бәрелештәр ветераны статусына эйә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн РФ Оборона министрлығының “Өлгөлө хәрби хеҙмәте өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Водитель” миҙалдарына лайыҡ була.  Р.Р.Рәхмәтуллин 2024 йылдың 4 декабрендә Донецк Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә ҡаһармандарса һәләк була.

 Тантаналы сарала махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары һәм туғандары, район хакимиәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. 

 Гимназия директоры Фәйрүзә Ибраһимова сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, “Герой партаһы”н асыуҙың мәктәп тормошонда мөһим ваҡиға булыуын билдәләне. Был партаның уҡыусылар өсөн яҡшы уҡыуға, спортта, ижадта, хеҙмәттә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә  этәргес булырына ышанысын белдерҙе.

 “Герой партаһы”на батырҙың фотоһүрәте ҡуйылған, биографияһы, ҡаҙаныштары яҙылған. Бындай парта артына мәктәптең иң тырыш һәм әүҙем уҡыусылары ғына ултырырға лайыҡлы. Шуға күрә лә партаны асыу хоҡуғы гимназияһының иң һәләтле уҡыусыларына -  уҡыу алдынғылары, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призерҙары - Иҙел Исҡужинға, Динар Әбйәлиловҡа, Вячеслав Инчинға һәм республика фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм конкурсы еңеүсеһе Зәлиә Ҡотлогилдинаға; яугирҙарҙың яҡындары – Шамил Дауытовтың улы, гимназияның 4-се класс уҡыусыһы Артурға, Вячеслав Борисовтың өләсәһе Мария Максимовнаға, Данила Михайловтың ҡустыһы, 8-се класс уҡыусыһы Вадимға, Рәдиф Рәхмәтуллиндың әсәһе Лилиә Ривал ҡыҙына бирелде.

 Батыр яҡташтар данын мәңгеләштереү маҡсатында “Герой партаһы” һәм “Хәтер стенаһы” асылыуы Башҡорт гимназияһы мәктәбе уҡыусыларына артабан да тырышып, сәмләнеп уҡыр, илебеҙ, республикабыҙ үҫешенә мәнфәғәт килтерер өсөн яңы стимул булырына иманыбыҙ камил!

***

 Махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ” орденына лайыҡ булған, ерҙәге именлек һағына баҫҡан батыр йөрәкле ил һаҡсыһы Шамил Шәүҡәт улы Дауытовтың яҡты иҫтәлегенә арнап был көндө спорт сараһы – “Геройҙар уҙышы” ла ойошторолдо. Район үҙәгенең белем усаҡтары – М.Ғ.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се урта, З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү  мәктәптәренең 5-се класс уҡыусылары етеҙлеккә, сослоҡҡа, тиҙлеккә һәм маһирлыҡҡа көс һынашты.  Ярыштар бер нисә төрҙә барҙы: уҡыусылар турникта күтәрелде, уҡтан атты, оҙонлоҡҡа һикерҙе, ҡоршау менән йүгерҙе, спорт эстафетаһында ҡатнашты. Сара бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Шулай итеп, 1-се урынды Башҡорт гимназияһы командаһы яуланы. Мораҡ 1-се урта мәктәбе 2-се урынды алһа, өсөнсө баҫҡыста – З.Биишева исемендәге Мораҡтөп дөйөм белем биреү мәктәбе.    

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: