Бөтә яңылыҡтар
10
ЙӘМҒИӘТ
25 Март , 12:34

Фытыр һәм фидиә саҙаҡаһы

Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының аҙағында бирелә. Кешенең рамаҙан айында булған кәмселек-хаталары кисерелһен,ураҙа байрамында һәр кеше байрам өҫтәле ҡорһон, һис юҡта байрам көндө мохтаждарҙың ашарлыҡ ризығы булһын өсөн бирелә. Фытыр саҙаҡаһы күп балалы ғаиләләргә, ҡаза күргәндәргә, бурыслы кешегә (ипотека, кредит һаналмай), эш хаҡы түбән булып, айҙыҡын айға саҡ ялғап йәшәгәндәргә, мәҙрәсәлә уҡыған шәкерттәргә таратыла. Саҙаҡаны пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм “үҙеңдең яҡындарыңдан башла”, ти. Ләкин фытыр саҙаҡаһы һәм зәкәт атай-әсәйгә, ҡартай-ҡәрсәйгә, олатай-өләсәйгә, үҙеңдең балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәргә бирелмәй.

Фытыр һәм фидиә саҙаҡаһы
Фытыр һәм фидиә саҙаҡаһы

Фытыр һәм фидиә саҙаҡаһы

 Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының аҙағында бирелә. Кешенең рамаҙан айында булған кәмселек-хаталары кисерелһен,ураҙа байрамында һәр кеше байрам өҫтәле ҡорһон, һис юҡта байрам көндө мохтаждарҙың ашарлыҡ ризығы булһын өсөн бирелә. Фытыр саҙаҡаһы күп балалы ғаиләләргә, ҡаза күргәндәргә, бурыслы кешегә (ипотека, кредит һаналмай), эш хаҡы түбән булып, айҙыҡын айға саҡ ялғап йәшәгәндәргә, мәҙрәсәлә уҡыған шәкерттәргә таратыла. Саҙаҡаны пәйғәмбәр ғәләйһис- сәләм “үҙеңдең яҡындарыңдан башла”, ти. Ләкин фытыр саҙаҡаһы һәм зәкәт атай-әсәйгә, ҡартай-ҡәрсәйгә, олатай-өләсәйгә, үҙеңдең балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәргә бирелмәй. Уларға рамаҙан айында ғына түгел, ә һәр ваҡыт ярҙам итеп торорға кәрәк. Ә балаларҙы тәрбиәләү, ашатыу, кейендереү - ата-әсәнең бурысы. Фытырҙы иһә айырым ғаилә ҡороп йәшәгән бер туған ағай-ҡустыға, апай-һеңлегә бирергә мөмкин, әгәр улар мохтажлыҡ кисерһә. Шулай уҡ уларҙың балаларына, бигерәк тә уҡып йөрөгәндәргә – студенттарға, мохтаж йәшәгән күрше-тирәгә бирергә була. Ҡырҙағы кешегә ярҙам итәм тип, эргәңдәге мохтаждар зарыҡмаһындар. Әгәр бирә торған кеше фытыр тигәндән уңайһыҙлана икән, һеҙ уны күңелегеҙҙән генә фытыр тип ниәтләгеҙ. Уға иһә күстәнәс тип тапшырығыҙ һәм фытыр доғаһы уҡытыу мотлаҡ түгел. Иң мөһиме, үҙегеҙҙең ниәтегеҙ, теләгегеҙ. Йәиһә Аллаһ ураҙамды ҡабул ит, кәмселек-хаталарымды ғәфү ит, рамаҙан айының сауабына ирешергә насип ит, тип үҙ алдығыҙға теләк теләү ҙә етә. Туғандарым, күрше-тирәм етеш йәшәй, кемгә бирергә белмәйем, тигән кеше саҙаҡаны мәсеткә тапшыра ала. Мәсет үҙ сиратында уларҙы мохтаждарға тарата.  

 

Фытыр саҙаҡаһының күләме

 Фытыр саҙаҡаһы асылда аҙыҡ-түлек менән бирелә: он, дөгө, ҡарабойҙай, борсаҡ, эремсек, хөрмә, йөҙөм кеүек ризыҡтар. Күләме өс литрлы һауыт иҫәпләнә. Килограммға әйләндергәндә төрлөһө төрлөсә тарта, әлбиттә, мәҫәлән,  дөгө ярмаһы 2,5 кг-ға торош итә. Ошо аҙыҡтарҙың аҡсалата хаҡын бирергә була. Аҡсалата фытыр 200 һумдан 1100 һумға тиклем тип Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты фәтүә сығарҙы. Кеше хәленә ҡарап, 200 һумдан 1100 һумға тиклем һәр ғаилә ағзаһы өсөн саҙаҡа бирә.

  Аллаһы Тәғәлә биргән фытыр саҙаҡаларҙы ҡабул ҡылып, сауаптарын насип итһен, донъя һәм әхирәт бәхетенә ирештерһен!

 

Фидиә саҙаҡаһының күләме

 Ураҙа – мосолман өсөн фарыз ғәмәл һәм уны ниндәйҙер сәбәп менән тотмаған осраҡта фидиә саҙаҡаһы түләнә. Хроник ауырыу, ҡартлыҡ һәм башҡа сәбәптәр менән  ураҙа тота алмағандар көнөнә бер мохтажды ашата, йә шул ризыҡ хаҡын түләй. Быйыл ураҙа 29 көндән килде, тимәк, 29 кешене, йә бер кешене 29 тапҡыр ашатырға була. Кеше, йыш ҡына, аҡсаһын түләйем, ти. Башҡортостан Диниә назараты бер ашатыуҙы 400 һум тип иҫәпләп сығарҙы, тимәк, бер ай өсөн фидиә саҙаҡаһы 11 600 һум тәшкил итә. Бер юлы биреүе ауыр булһа, был саҙаҡаны рамаҙан айынан һуң да, йәиһә өлөшләтә бирергә мөмкин. Аллаһы Тәғәлә изге ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итһен!

Рәсүл хәҙрәт ЯНБАЕВ, Күгәрсен районының имам-мөхтәсибе.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: