Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2025, 05:45

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған – һаулығы ҡаҡшаған.

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдәРәнйеш һаҡлама күңелеңдә
Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә

Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған – һаулығы ҡаҡшаған.

Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.

Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.

Хәрәкәттә – бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлау йә ятыу файҙаға килтермәҫ.

Һөйләр алдынан тыңла.

Көн дә бер булһа ла яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.

Тәүҙә – эш, унан – уйын. Тормош уйын, кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.

Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.

Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.

Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.

Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.

Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.

Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең күрерһең: тормошоң йәмләнер.

Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй – шулай йәшәй. Кеше оҡшамай икән – йыраҡ йөрө.

Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас