❗
"Фытыр саҙаҡаһы һәр кешенән, хатта бәләкәй балалар исеменән дә бирелә.
Фытыр саҙаҡаһының күләме бер сағ, ул өс литрлы һауытҡа яҡын, килограмм менән әйткәндә 2,5 кг. Һәр кешенән бер сағ он йәки дөгө ярмаһы, ҡарабойҙай йәки тары ярмаһы, йөҙөм, хөрмә йәки эремсек бирергә була. Ризыҡ менән бирергә теләге булмағандар аҙыҡтың хаҡын аҡсалата бирергә мөмкин, ул саҡта кеше үҙенә нимә кәрәк, шуны һатып ала. Шуға күрә Башҡортостан Диниә назараты фытырҙың аҡсалата күләме 200 – 1000 һум тип иҫәпләп сығарҙы. Һәр кеше үҙенең хәленә ҡарап бирә ала.
Фытыр саҙаҡаһы мохтаждарға, айлыҡ килеме төп сығымдарҙы ҡапларға етмәгән кешеләргә бирелә. Әгәр кеше кемгә бирергә белмәй икән, саҙаҡаны мәсеткә тапшырырға мөмкин. Мәсет вәкилдәре уларҙы тол ҡатындарға, инвалидтарға, дарыуға аҡсаһы етмәгән ауырыуҙарға, янғында ҡаза күргән кешеләргә, шәкерттәргә, мохтаж студенттарға, күп балалы ғаиләләргә тарата", - ти райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев.