Эске көсөргәнештән арынырға һәм күңел көсөн тергеҙергә ярҙам итә. Төнәтмәһе ярҙамында йүтәлде дауалап була. Шулай уҡ астманан, бронхиттан һәм башҡа тын юлдары ауырыуҙарынан тәҡдим итәләр. Нервы системаһын бик яҡшы тынысландырыу сараһы булып тороу сәбәпле, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн һәйбәт.
“Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән умырзая – ағыулы үҫемлектәрҙең береһе. Шунлыҡтан уны өҙгәс тә ҡулланырға ярамай, ә киптерергә кәрәк. Киптергән ваҡытта ул үҙенең ағыуын юғалта.
Үҫемлектең япрағында, тамырҙарында, сәскәһендә эфир майҙары, алкалоидтар, сайыр, самониндар, микроэлементтар һәм витаминдар бар. Бындай бай химик состав бронхиаль астма, невралгия, подагра, ревматизм, экзема кеүек сирҙәрҙең билдәләрен еңеләйтергә ярҙам итә.
Төнәтмәһен ҡан баҫымын кәметеү, аритмияны бөтөрөү һәм йоҡоһоҙлоҡтан дарыу булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр.
Дауалау маҡсатында ҡулланыу
Бала табыуҙы тиҙләтеү һәм ауыртыныуҙы баҫыу өсөн киптерелгән өс сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 40 минут төнәтергә һәм көнөнә биш тапҡыр ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
Йоҡоҡһоҙлоҡтан яфаланғанда киптерелгән биш сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм йоҡлар алдынан 2-шәр сәғәт ара менән ике-өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Тире ауырыуҙарын дауалау өсөн ике ҡалаҡ кипкән үләнгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып, таҙа туҡымаға ошо төнәтмәне һеңдереп, тиренең зыян күргән урынына ябырға. Ике-өс сәғәт һайын япманы яңыртып торорға.
Ревматизм менән подаграны дауалау уның төнәтмәһен эсәләр. Был осраҡта 10 мл төнәтмәгә бер стакан һыу өҫтәп, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Шулай уҡ япмаһын ҡулланалар. Япманы иртәнсәк һәм төнгөлөккә эшләргә мөмкин.
Йоҡо үләне эпилепсия өйәнәген дә баҫырға ярҙам итә. Бының өсөн ике ҡалаҡ япрағының, сәскәһенең һәм тамырының ҡушылмаһына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Шуны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашарҙан 40 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.