- Бөгөн медицина заман менән бергә атлай. Мобиль ҡушымталар, махсус программалар һәм терминалдар эшләй, улар пациенттарҙың белгестәргә мөрәжәғәт итеүен ябайлаштыра, дауалау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең документтар әйләнешен алып барыуын еңеләйтә.
Хәҙер медицина персоналының бәхәсле мәсьәләләр килеп тыуған осраҡта дауалау методикаһын аныҡлау өсөн коллегалары менән бәйләнешкә инеү һәм консилиумдар үткәреү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ, эш кабинетынан сыҡмайынса, дистанцион кәңәшмә үткәрергә була, - ти Мораҡ үҙәк район дауаханаһының мәғлүмәт системалары һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы Лилиә Хоҙайғолова. - Смартфон хужалары күп функциялы “Табипҡа” ҡушымтаһына йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп, медицина учреждениеһын, белгесте, килеү датаһын һәм ваҡытын һайлап, күп ваҡыт сарыф итмәйенсә яҙыла (йәки яҡындарын яҙҙырта) ала.
doctor.bashkortostan.ru сайтына инергә була, 8(34789) 2-06-85 һандары буйынса регистратураға шылтыратырға йәки 122 һанын йыйып, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә, Мораҡ үҙәк район дауаханаһына ингән ерҙә ҡуйылған инфомат аша уңайлы ваҡыт һайларға була.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡайһы бер айырым белгестәргә яҙылыу, ҡағиҙә булараҡ, табип-терапевт аша башҡарыла.
Һуңғы йылдарҙа ҡағыҙҙағы мәғлүмәт һанлыға (цифрлыға) күсерелде. Пациенттарҙың һаулығы тураһындағы мәғлүмәт электрон медицина картаһына индерелә, ул берҙәм республика медицина мәғлүмәт системаһына интеграциялана. Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәтте ҡағыҙҙан цифрлыға күсереү үткәрелә. Был табиптарға һәм башҡа медицина белгестәренә кәрәкле мәғлүмәттәр менән оператив рәүештә танышыу мөмкинлеген бирә, пациенттарҙың хәлен диагностикалау, дауалау һәм уларҙың хәлен контролдә тотоу процесын күпкә еңеләйтә.
Хәҙер барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары ноутбуктар менән йыһазландырылды, биналарға интернет үткәрелде, фельдшерҙар электрон һанлы ҡултамғаға эйә. Медицина хеҙмәткәрҙәре телемедицинаны киң ҡуллана, берҙәм мәғлүмәт системаһы бар, - тип билдәләне Лилиә Азамат ҡыҙы.
2023 йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһын электрон медицина документ әйләнеше өсөн 205 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы файҙаланған.
Республикала миллиондан ашыу кеше Дәүләт хеҙмәттәре порталында пациенттың “Минең һаулығым” шәхси кабинеты хеҙмәттәренән файҙаланған.
Телемедицина үҫешә: “Дистанцион консультациялар үҙәге” аша 100 меңдән ашыу телеконсультация үткәрелгән.
“Табип – пациент” йүнәлеше лә үҫешә. Яһалма интеллект технологияһы менән программа продукттарын индереү һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыуҙың перспективалы йүнәлеше булып тора. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһында яһалма интеллект нигеҙендә сервис - ГИС менән интеграцияланған Webiomed табип ҡарарҙарын ҡабул итеүгә ярҙам итеү системаһы индерелә. Пациенттарҙың 4,2 млн һанлы профиле өҫтәлгән һәм анализланған, медицина хеҙмәткәрҙәренең платформаға 2512 мөрәжәғәте теркәлгән. 2024 йылда яһалма интеллект технологияһы менән ике медицина изделиеһын эшләтеп ебәреү планлаштырыла. Шулай уҡ 2023 йылда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт-үҙәгендә граждандарға автоматлаштырылған хеҙмәттәр алырға мөмкинлек биргән тауыш ярҙамсыһы индерелгән. Хеҙмәтләндереүҙең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын күтәреү өсөн тауыш ярҙамсыһын ҡулланыу сценарийҙарын киңәйтеү планлаштырыла.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН.
Корзинка
“Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән бер нисә мәсьәләне ентекле тикшерҙек. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына (ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла) тәү сиратта ниндәй объекттарҙың эләгеүен ҡараныҡ. Беҙ был йүнәлештә яҡшы ғына эш алып барҙыҡ. Үткән йылдарҙа Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һәм үҙебеҙҙең аҡсаға 500-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырҙыҡ, күп объекттарҙы төҙөкләндерҙек һәм яңынан төҙөнөк. Беҙҙең өсөн яңы программа - башланған эште тамамлау һәм ауылдарҙан алып ҙур ҡалаларға тиклем беренсе звенолағы ландшафтты тулыһынса үҙгәртеү мөмкинлеге”.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.
Фотоға ҡултамға: табиптарға Мораҡ район үҙәк дауаханаһындағы инфомат аша яҙылырға мөмкин