Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2025, 09:50

Иле берҙәмдең – көнө берҙәм

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бар совет халҡы “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән девиз аҫтында йәшәгән һәм Бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған. Тарих ҡабатлана – әлеге мәлдә илебеҙ халҡын йәнә изге маҡсат берләштерҙе: һәр кем махсус хәрби операцияла тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлаған яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тырыша.

 Күгәрсен халҡы ла, әлбиттә, был изге эштән ситтә ҡалмай. Районыбыҙҙың йәше-ҡарты берләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Һәр ауыл, һәр предприятие, учреждение, һәр коллектив  гуманитар ярҙам йыйыуға, маскировкалау селтәре үреүгә, окоп шәмдәре эшләүгә һәм башҡа эштәргә үҙ өлөшөн индерә, тиһәк, һис кенә лә арттырыу булмаҫ! Мәҫәлән, күптән түгел  Башҡортостандың беренсе Президенты М.Ғ.Рәхимов исемен йөрөткән Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, интернат хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре хәрбиҙәргә посылкалар тупланы, белем усағы коллективы сәк-сәк бешерҙе, окоп шәмдәре яһаны, һалмай йәйеп ҡырҡты.

 Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында өс тиҫтәгә яҡын ирекмән (уларҙың барыһы ла хаҡлы ялда)  хәҙер инде етмеш дүртенсе маскировкалау селтәрен үрә башланы. Әйткәндәй, улар селтәр өсөн барлыҡ-кәрәк-яраҡты үҙ аҡсаһына һатып алалар. Был эш бында йыл ярымдан артыҡ дауам итә.

 Николай Ежов исемендәге Волостновка дөйөм белем биреү мәктәбендә 2022 йылдан алып “Бәхет бар” ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. Уға төрлө йәштәгеләр - уҡыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт ветерандары һәм ауыл йәштәре тупланған.  Ирекмәндәр ике йыл самаһы ваҡыт эсендә бихисап йөн ойоҡбаш бәйләгән, исемле посылкалар йыйған, селтәр үргән, “Һалдатҡа хат” акцияһы сиктәрендә балалар яугирҙарға хат яҙған.

 Ялсы ауыл биләмәһе ирекмәндәренең әүҙемлеге лә хайран ҡалырлыҡ!

 Районда әленән-әле хәйриә концерттары ойошторола.

 Мораҡ 1-се урта мәктәбендә лә маскировкалау селтәре үреү, башҡа төрлө ярҙам йыйыу эштәре туҡталғаны юҡ.

 Ошо көндәрҙә профсоюз ойошмаһы рәйесе Наилә Мәғизова етәкселегендә Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе коллективы һалдаттар өсөн икмәк киптергән, балалар яугирҙарға хат яҙған.

 Өҫтә һанап кителгәндәр - яугирҙарға ярҙам итеүселәрҙең бер өлөшө генә. Барыһын да һанап сығыу мөмкин дә түгел, сөнки улар исемлегенә изге эшкә ҡушылған һәр ауылды, һәр учреждение-предприятиены, йәмәғәт ойошмаларын, айырым кешеләрҙе индерергә була.

Шуныһы мөһим, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының социаль координаторы Эльза Теүәлбаева әйтеүенсә, райондаштарының ярҙамын яугирҙар үҙҙәре генә түгел, ә уларҙың яҡындары ла тоя, эшкә урынлашыуға, шифахана-курорт дауалауына, льготалы тәьминәткә, аҡсалата түләү алыуға, психологик ярҙамға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

 Иле берҙәмдең - көнө берҙәм, тигән ата-бабаларыбыҙ. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың көсө – берҙәмлектә!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас