Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2025, 09:50

Төп бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу

  Төҙөлөш Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе булып ҡала, ул тулайым төбәк продуктының 7 процентын тәшкил итә. Республика мөһим өлкәне әүҙем үҫтерә, 180 000 кешене эш урындары менән тәьмин итә. Мәҫәлән, 2022 йылда башҡарылған эштәр күләме 480 миллиард һумдан ашып китә (2021 йыл менән сағыштырғанда - 8 процентҡа күберәк). Был Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында ун лидер иҫәбенә инергә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урын яуларға мөмкинлек бирҙе.

Төп бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуТөп бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу
Төп бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу

  “2024 йылда бөтәһе 19 социаль объект файҙаланыуға тапшырылды. Ә һуңғы алты йылда төбәктең милли проекттарҙа ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә – 169 объект. Был бик һиҙелерлек һандар, еңел булмаған осорҙа йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, киләсәккә пландарыбыҙ ҙур. Кешеләр уңайлы тормошта йәшәһен өсөн бөтә нәмә булырға тейеш.

 Хәтерегеҙгә төшөрәм, торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғылар рәтендә ҡалабыҙ. Төбәктәр рейтингыһында илдә етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында тотороҡло торабыҙ. Былтырғы һөҙөмтәбеҙ - 3 миллион 348 мең квадрат метр.

  “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә беҙ ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙән күпкә юғарыраҡ маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә тейешбеҙ.

 Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ һәм ҙур һынау. Тырышасаҡбыҙ”.

 Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.  

  Төҙөлөш Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе булып ҡала, ул тулайым төбәк продуктының 7 процентын тәшкил итә. Республика мөһим өлкәне әүҙем үҫтерә, 180 000 кешене эш урындары менән тәьмин итә. Мәҫәлән, 2022 йылда башҡарылған эштәр күләме 480 миллиард һумдан ашып китә (2021 йыл менән сағыштырғанда - 8 процентҡа күберәк). Был Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында ун лидер иҫәбенә инергә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урын яуларға мөмкинлек бирҙе.

  Төбәктең төҙөлөш комплексы тотороҡло үҫеш һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, республиканың артабанғы иҡтисади үҫеше өсөн нигеҙ булдыра.

  2019 йылдан милли проекттар Рәсәй төбәктәренә маҡсаттарына өлгәшеү өсөн төп инструмент булып тора. Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы алты проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, улар араһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты төп роль уйнай. Уның төп бурысы - торлаҡты сафҡа индереүҙең йыллыҡ күләмен арттырыу һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү.

 2024 йыл йомғаҡтары торлаҡты сафҡа индереүҙе 13,5 процентҡа арттырып үтәгәнде күрһәтте. Һөҙөмтәлә 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 17,5 млн квадрат метр төҙөлгән, был баштағы фараздарҙан 14 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, республикала алты йыл эсендә милли проекттар сиктәрендә 53 балалар баҡсаһы, 41 мәктәп, 38 медицина учреждениеһы,  8 мөһим объект, Өфөлә 16 спорт комплексы, социаль тәғәйенләнештәге 3 объект төҙөлгән.

 Беҙҙең район да үҫеш юлында. 2024 йылда “БР ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Һатлыҡ ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлдө.

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә район мәҙәниәт һарайы эргәһендәге йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелде.

 Йомағужа ауылында “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында “Мәңгелек ут” мемориалы ҡуйылып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск төҙөкләндерелде, Мораҡ 1-се урта мәктәбе янында физик культура менән шөғөлләнеү һәм ГТО нормаларын тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы спорт майҙансығына япма эшләнде. Йомағужа ауылында күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау республика программаһы буйынса өс йорттоң ҡыйығы ремонтланды.

 “2021-2025 йылдарҙа республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газификациялауҙы үҫтереү” программаһы буйынса Һатлыҡ – Мораҙым – Багдашкин ауылдарына ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә Ибрай ауылында клуб ремонтланды, Түбәнге Бикҡужа ауылында янғын боксы өсөн йылытылған гараж монтажланды.

 

 

“Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә район мәҙәниәт һарайының ҡыйығы һәм өсөнсө ҡаты капиталь ремонтланды.

  Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш өлкәһе ышаныслы үҫеш күрһәтә. Уның төп бурысы - граждандар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыу. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөһим йүнәлешкә әйләнә, улар араһында “Тормош өсөн инфраструктура” мөһим урын биләй.

  Ағымдағы йылда муниципалитетта “Коммуналь инфраструктураны модернизациялау” федераль программаһы буйынса Мораҡ ауылының һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен реконструкциялауҙың беренсе этабы планлаштырыла (2023 йылда төҙөлгән яңы һыу алыу ҡоролмаһына булған һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен тоташтырыу).

 “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса район үҙәгенең З.Биишева урамындағы “Алтын йәш” ял зонаһы төҙөкләндереләсәк. “Төньяҡ” биҫтәһендә балалар өсөн спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Улар “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.

  Башҡортостан төҙөүселәре алдында алдағы алты йылда күләмле, әммә үтәй алырлыҡ бурыстар тора. Әле үк граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Муниципаль берәмектәр бергәләп ҡала төҙөлөшө потенциалын формалаштыра, уны бөгөнгө ете миллиондан планлаштырылған ун миллион квадрат метрға тиклем арттыра бара.

Анатолий КАЗАКОВ.     

Фото аҫтына:  Йомағужа ауылында мәңгелек ут яна

Корзинка

 - Һуңғы йылдарҙа федераль һәм республика милли проекттары ярҙамында районда төҙөлөш программаһын үтәү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.

 2024 йылда “Еңеү - йөҙҙәрҙә” проекты сиктәрендә Мораҡ ауылына ингән ерҙә һигеҙ Советтар Союзы Геройының, Ике Дан орденының тулы кавалерының һәм Ике Рәсәй Геройының ун билборды ҡуйылды; 14 074 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде (2023 йыл менән сағыштырғанда -  2284 квадрат метрға күберәк). Социаль учреждениеларҙы йылытыу өсөн блоклы дүрт ҡаҙанлыҡ төҙөлдө. Әлеге ваҡытта район үҙәгенең Ленин урамында күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөү дауам итә. Өс ҡатлы бинала 48 фатир буласаҡ.

 Йомағужа ауылында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын һәм таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау планлаштырыла.

 Ауыл биләмәләре “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында, территорияларҙы төҙөкләндереүҙә, урындағы юлдарҙы ремонтлауҙа, зыяраттарҙы тәртипкә килтереүҙә, тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былар барыһы ла халҡыбыҙҙы уңайлы йәшәү мөхите менән  тәьмин итеү өсөн эшләнә.

 Валерий ПАВЛОВ, район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә мәсьәләләре буйынса буйынса урынбаҫары.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас