Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2025, 08:27

Йортто кире энергиянан нисек таҙартырға?

Йортто кире энергиянан нисек таҙартырға? Һеҙ, моғайын, ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә рәхәт, тын алыуы еңел һәм иркен булыуын, ә икенсеһендә кемдеңдер йә нимәнеңдер баҫыуын, ял итергә бирмәүен тойғанығыҙ барҙыр. Был – өйҙә кире энергиялы булыуы ишаралай.

Өйҙә негатив энергия булыу - булмауын нисек тикшерергә?

Иң ябай ысул – шәм тоҡандырып (башлыса сиркәү шәме ҡулланыла) бөтә бүлмәләрҙә, шул иҫәптән ванна, аш-һыу бүлмәләрендә, келәттәрҙә, соланда йөрөп сығыу. Әгәр шәм ялпылдап йә шытырлап яна икән, тимәк, һеҙҙең йорттоң аураһы  яҡшы түгел. Бындай өйҙә йыш  ҡына  тик торғандан кәйеф төшә, дуҫтар, күрше-тирәләр  килеүҙән туҡтай, хатта эт-бесәй  торламай - китә йә сиргә һабыша, гөлдәр  ҙә үҫмәй. Шәмдең ялпылдап яныуы – өйҙө кире энергиянан тиҙ арала таҙартыуға сигнал.

Тәҙрә төбөндә яратып үҫтергән гөлдәрегеҙ ҙә, бағыуға ҡарамай, тик торғандан һулып, сәскә-япрағын ҡоя башлаһа ла,  хәүефләнергә урын бар - гөл шул рәүешле йә хужаһының сирен ала, йә өйҙөң кире аураһына бирешә.

Фатирҙа кире энергия барлыҡҡа килеүенең сәбәбе - торлаҡҡа йәки унда йәшәүселәргә маҡсатлы рәүештә зыян килтереү, йәғни, сихыр, әмәлләүҙән булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ишек баштарында, тупһала, тәҙрә рамдарында һәм йомшаҡ мебелдәрҙә, ҡаралты араһында энә,  йә өйҙә бөтөнләй билдәһеҙ, теләһә ниндәй ят әйберҙәр килеп сыға.

Тағы бер сәбәп – фатирҙың «ҡара упҡын»тип аталған ерҙә урынлашыуы. Был бик ябай билдәләнә: һеҙ икенсе ҡаттан юғарыраҡ йәшәһәгеҙ ҙә, өйҙә  бәйләнеш тотмай, шылтыратыу өсөн баҫҡыс майҙансығына сығаһығыҙ.

Икенсе сәбәп- кешенең ҡара уйҙарға бирелеүе йә һеҙгә насарлыҡ теләгән кешенең өйөгөҙгә йыш килеп, талаш, ыҙғыш сығарыуы. Өй эсендә кемдеңдер оҙайлы ауырыуы, илаш-әрләш һәм башҡа кире күренештәр ҙә өйҙөң аураһын боҙа. Шуға күрә, әгәр ауырып китһәгеҙ, шәбәйгәс тә, тиҙ арала өй энергетикаһын таҙартып сығығыҙ. Артыш, һары мәтрүшкә үләнен төтәҫләп алыу ҙа килешә, өйҙә аят үткәреп, аҙан тауышы яңғыратыу ҙа энергетиканы ыңғай яҡҡа көйләйәсәк.

 Әгәр үҙ аллы таҙаларға уйлаһағыҙ, иң тәүҙә сит-ят әйберҙәрҙе ҡарап сығығыҙ. Үҙегеҙ алмаған, ҡайҙандыр килеп сыҡҡан икән, уларҙы йыйып, өйҙән ситкә алып барып яндырырға кәрәк. Һәм сит әйберҙәр ырғытып китеүенә шикләнгән кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ.

Өй эргәһендә муйыл, сирен, уҫаҡ, йүкә үҫтереү яҡшы. Улар кире энергияны һура. Өйөгөҙҙә лә тап ошо ағастарҙан эшләнгән декоратив әйберҙәр, сувенирҙар, йә булмаһа уйынсыҡ юнып, кире аура тупланған ерҙәргә ултыртып сығығыҙ.  Башҡа бүлмләрҙә (тойомлауығыҙ буйынса ыңғай энергетикаһы булған бүлмәләрҙә) ҡайын, саған, ҡарағай, имән ағастарынан эшләнгән  һауыттарға ҡарабойҙай, бойҙай, дөгө  һалып ултыртығыҙ.

 Өйҙә ярангөл үҫтереү ҙә килешә. Ҡыҙыл ярангөлдәр көс һәм энергия бирә. Йортоғоҙҙа улар күберәк булған һайын, тын алыуы ла еңелләшәсәк.

Күңелегеҙгә ятмаған кеше өйөгөҙгә инде икән, бер һуғанды әрсеп, төнгөлөккә шул кеше булған бүлмәлә ҡалдырығыҙ. Төн эсендә һуған кире аураны үҙенә һеңдерә, иртәнсәк ҡулығыҙ менән теймәй генә пакетҡа һалып, өйөгөҙҙән алыҫҡараҡ илтеп ташлағыҙ.

 Өйҙә сатнаған, сит-бото кителгән һауыт-һабаны, күптән ҡулланмаған әйберҙәрҙе тотмағыҙ.

Иҙән йыуғанда һыуға бер ус тоҙ һалып йыуыу ҙа өйҙө кире энергиянан таҙарта.

 Иң мөһиме, өйөгөҙҙө яратығыҙ, таҙа тотоғоҙ, йышыраҡ аяттар, аҙан тауыштары яңғыратығыҙ һәм күңелегеҙ тартмаған кешеләрҙе ҡабул итеүҙән туҡтағыҙ.

 

Һүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Йортто кире энергиянан нисек таҙартырға?
Йортто кире энергиянан нисек таҙартырға?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас