Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2025, 09:50

Йәштәр менән эшләү – мөһим бурыс

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе. Беҙҙең төбәктә йәштәр һаны 1,057 млн. кеше иҫәпләнә, был дөйөм халыҡтың 26 проценты тигән һүҙ. Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында алдынғылар иҫәбендә һәм бөтә субъекттар араһында 7-се урынды биләйбеҙ. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғәмәлдәге Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын министрлыҡҡа әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Яңы структураны Вито Сабиров етәкләне.

Министрлыҡ булдырыу – көндән-көн артҡан хәүефкә, шул иҫәптән йәштәрҙе енәйәти эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә һәм тышҡы яҡтан декструктив тәьҫиргә яуап булып тора. Институциональ базаны нығытыу үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиә, профориентация һәм социаль ярҙам аша яҡлауға йүнәлтелгән.  

Министрлыҡ эгидаһы аҫтында мәғариф, мәҙәниәт һәм социаль өлкә көстәрен берләштереү патриотик тәрбиә һәм йәштәр эшҡыуарлығы кеүек проекттарҙы эффектив индерергә мөмкинлек бирәсәк.

Әйткәндәй, Радий Фәрит улы йәштәр менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә: юғары уҡыу йорттары, “Патриот” йәштәр үҙәге, “Кампус” та аҙна һайын тиерлек осрашыуҙар үтә. Аралашыуҙың ундай форматы проблемалар тураһында туранан-тура, власть менән йәш быуын араһында ышаныслы диалог формалаштырып, һөйләшергә мөмкинлек бирә.

Былтыр республикала йәштәр учреждениеларын ремонтлау буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу дауам итте. “Йәшлек төбәк” программаһы һөҙөмтәләре буйынса биш яңы майҙансыҡ эш башланы: Өфөлә “Орбита” йәштәр үҙәге һәм Күмертау, Ағиҙел ҡалаларында, Краснокама, Хәйбулла райондарында профилле учреждениелар. 

Республиканың ирекмәнлек хәрәкәте Рәсәй Федерацияһында иң алдынғылары рәтендә. 2024 йылда төбәктә Ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр инициативаларын яҡлау республика үҙәге базаһында Мәрхәмәтлекте үҫтереү ресурс үҙәге һәм 24 “ИзгеҮҙәк” йәмәғәт үҫеше үҙәге эшләп килә.  2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 3700 ирекмәнлек ойошмалары һәм төркөмдәре бар, уларҙың эшмәкәрлегенә  552,8 мең. кеше йәлеп ителгән.

Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһында ирекмәнлекте яҡлау сиктәрендә  “Изге эштәр төбәге” төбәк практикаһы тормошҡа ашырылды, уның сиктәрендә федераль финанслауҙы йәлеп итеп (5,77 млн һумлыҡ субсидия), ирекмән-уҡыутыусыларҙы әҙерләү буйынса проект тормошҡа ашырылды.

Ирекмәнлек хәрәкәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү сиктәрендә Республика ирекмәндәр форумы һәм Ирекмәндәр лагеры ойошторолдо. Шулай уҡ 51 ирекмәнгә “Башҡортостн Республикаһы ирекмәне” тигән почетлы билдә тапшырылды. Унан тыш, муниципаль берләшмәләр менән системалы эш алып барыла. 

- Дәүләт комитетын министрлыҡҡа әйләндереү беҙҙең дөйөм эшмәкәрлектең статусын үҫтерә. Район йәштәре - бик әүҙем, һөҙөмтәгә ынтылыусы, үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған егет-ҡыҙҙар, беҙҙең бурыс – уларҙы ошо башланғыстарында дәртләндереү, уларға үҫеү, үҙен күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу, төрлө проекттар аша идеяларын тормошҡа ашырыу, - тип билдәләне район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Алина Лысенко. – Беҙҙең өлкәлә эшләүселәрҙең һәр береһе – балалар менән шөғөлләнеүсе, улар өсөн мәҙәни, спорт саралары ойоштороусы педагог, тренер булһынмы, төрлө сараларҙа әүем ҡатнашҡан спортсылар, тармаҡ ветерандары, ирекмәндәрме – һәр береһе дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға һәм йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә үҙенең тос өлөш индерә, - тине Алина Әхәт ҡыҙы. 

“Йәштәр менән эшләү – беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Беҙ ҡасан да булһа үҙебеҙҙең вазифаларҙан китәсәкбеҙ, беҙҙең урынды аңлы, аҡыллы, үҙен тормошта дәүләткә һәм шәхескә ҡарата дөрөҫ позициялаған йәштәр биләйәсәк”, - тине Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас