Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март , 12:38

Миллионер һеҙҙең арала түгелме?

Яҡташыбыҙ лотереяла 15 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. «Столото» мәғлүмәттәре буйынса, 11 мартта Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-сы яртыла «Спортлото «6 из 45» лотереяһының 13976-сы тиражы барышында суперприз – 15 271 876 һум аҡса уйнатылған. Был юлы яҡташыбыҙға уңыш йылмайған.

Ул отҡан аҡсаһын алыу өсөн лотерея үҙәгенә мөрәжәғәт итмәгән әле. Бәлки, был хаҡта белмәйҙер. Әлеге ваҡытҡа уның мобиль ҡушымтала 60 һумға бер билет һатып алыуы тураһында ғына билдәле.

Автор:
Читайте нас: