Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март , 12:36

Хәҙистәр

Аллаһ рәсүле: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, - тигән.

*Аҙға ла ҡәнәғәт бул – мохтаж булмаҫһың, көнсөллөктән  ҡотол – тыныс булырһың, тыйылғандан тыйыл – иманың саф булыр.

*Үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ, үпкәләүҙәр, рәнйештәр менән йәшәмәгеҙ. Бәхетле мәлдәрегеҙҙе хәтерләгеҙ, кеше тормошонан көнләшмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙы тейештер тип ҡабул итегеҙ һәм үҙегеҙҙә булғандың ҡәҙерен белегеҙ.

*Йомарт булығыҙ: бүтәндәргә белем таратығыҙ, аҡсалата ярҙам итегеҙ, биләгән вазифағыҙ йә физик көсөгөҙ аша башҡаларға мөмкин булғанса файҙа килтерегеҙ, кешеләр менән аралашҡанда әҙәпле, иғтибарлы булығыҙ. Ибн Ғәббәстән шундай хәҙис риүәйәт ителә: “Аллаһ рәсүле кешеләр араһында иң йомарты  ине, ә Рамаҙан айында ул айырыуса йомарт булды...”

*Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – ожмахҡа лайыҡ булыуҙың  ышаныслы сараларының береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүләмәләрҙе ярлыны ашатҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙерләгән”, - тигән Пәйғәмбәребеҙ.

*Аллаһ рәсүле шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, - тигән. Хаҡ сәләфтәребеҙҙең күбеһе ярлыларҙы ашатыуға, кешеләрҙе ифтарға саҡырыуға ҙур иғтибар биргән.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: