Гөлсәсәк Солтанморатова, Бикбулат ауылы:
- Көндәр йылынып, яҙға тартыла башлаһа күңелдә рух уяна, илаһи дәрт өҫтәлә. Йәшәүгә көс бирә был миҙгел. Матур пландар тыуа.
Яҙ етһә, ниңәлер, гел бала саҡта бөрө йыйған саҡтар иҫкә төшә. Беҙ, мәктәп балалары, һәр яҙ һайын бөрө йыйып тапшыра торғайныҡ. Ярышып йыйыр инек. Һәр синыф уҡыусыһы мотлаҡ бер стакан - ҡайын йә ике стакан ҡарағай бөрөһө тапшырырға тейеш. Һәм синыфтар араһында ярыш ойошторола. Күп йылдар беҙ алдынғылыҡты бирмәнек. Ял көндәрендә, иртәнсәк туң күтәрткән мәлдә, тау аша артылып күп итеп ҡайын ботаҡтарын һындырып алып ҡайтып, бөрөләрен тиреп, тапшыра һалабыҙ. Беренселекте биргебеҙ килмәй. Еңгән, еңелгән саҡтарҙа булды. Ул күңелле ваҡыттарға 40-45 йыл ваҡыт та үтеп киткән. Әммә бала саҡ, мәктәп йылдары ғүмерҙең матур бер мәле булып күңел түренә уйылған, һағынып иҫләргә генә ҡалды.
Яҙ килгән һайын күңелле бөрө йыйған, туң күтәрткән саҡта тау шыуған, гөрләүектәр ағыҙған саҡтар иҫкә төшә. Ул ваҡытта телефон, интернет булманы. Уйындарҙы беҙ, балалар, үҙебеҙ уйлап табып, уйнай инек. Урам балалар тауышынан гөрләп тора торғайны. Ҡалай ҙа күңелле булған беҙҙең матур, ғәмһеҙ баласаҡ!
Ә шулайҙа һәр замандың үҙ ғәме, үҙ йәме, үҙ ҡанунылыр ул...
Гөлфиә Ихсанова, Хоҙайбирҙин ауылы:
- Ысынлап та, бала саҡтың матур хәтирәләре яҙ менән бәйле.
Мин ҙур ғаиләлә тыуып үҫтем. Ике апайым, абзыйым 8 класты бөтөп киткәс, мин ете баланың иң олоһо булып ҡалдым.
Беҙҙән бер өй аша ғына башҡорт атлы дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатайым Килсенбаев Салауат Ғилметдин улының апаһы Фатима инәйем йәшәне. Уның ире һәм ике улы һуғышта ятып ҡалған. Ҡыҙы Фатиха апайым менән йәшәй, апайым һауынсы, ғаиләһе юҡ. Инәйем беҙгә ҡәрсәйҙе алыштырҙы (ҡәрсәйем 55 йәше лә тулмай мин тыуғансы мәрхүм булған). Шул инәйемдә күрше ауылдарҙан уҡыусы балалар фатирҙа торҙо. Инәйем берәй аҙыҡ бешерһә, шул ҡыҙҙарҙан беҙгә лә ебәрә.
Һыйыр быҙаулағас, ыуыҙ ҡоймағы ҡойоп, һәр йыл һыйланы.
Бер вакыт, Фәриҙә исемле апай (Һатлыҡтан ине), оялды микән, ҡоймаҡты әсәйемдең ҡулына тотторған да, “инәйем ҡоймаҡ” тип кенә әйткән дә сығып та йүгергән. Әсәйем гел шул ваҡиғаны һөйләп көлә торғайны.
Инәйемдең ыуыҙ ҡоймағы тәмле була торғайны. Әсәйем дә ыуыҙ ҡоймағын гел ҡойҙо. Беҙ бәләкәй саҡта, һыйыр быҙаулағас, быҙауын өйгә индерәләр ине. Ишек эргәһендә мөйөштө кәртәләйҙәр, быҙауҙы индерәләр, аҫтына бесән түшәйҙәр, аҫтын таҙалау - беҙҙең бурыс. Унан, көн йылынғас, быҙау ҙурайғас сығарып ебәрәләр.
Тағы ла бер матур хәтирә – бөрө йыйыу. Яҙғы каникул мәлендә беҙгә ҡайын бөрөһө йыйырға ҡушалар. Таң менән ( нисек йоҡо килмәне икән, бала ғына булһаҡ та, шул тиклем яуаплы булғанбыҙҙыр), ҡар күтәрткән мәлдә беҙҙең урам осондағы Ҡужағол ҡайынлығынан ҡайын ботаҡтары алып ҡайтабыҙ ҙа, өйҙә ултырып тирәбеҙ. Һәр бала бер стакан ҡайын бөрөһө тапшырырға тейеш. Бер тапҡыр барып алып ҡайтҡан ботаҡтар ғына етмәй, бер нисә тапҡыр барабыҙ.Ҡужағол тауынан ҡайтышлай санаға ултырып шыуып төшәбеҙ. Ә унда беҙ генә түгел, беҙҙең 15 өйлө “Эт осо” урамынан байтаҡ балалар бар. Беҙ генә бишәү! Ҡустыларым тырышып-тырышып 2-3 стакан бөрө тапшырып, аҡса алып, маҡтанып йөрөй торғайнылар. Аҡсаны, моғайын, әсәйемә биргәнбеҙҙер инде.
Бер йылды беҙҙең малдарға бесән наҡыҫыраҡ булды. Күтәрткән ҡар өҫтөнән Сәкәске йылғаһы буйына, муйыл, ерек ағасын алып ҡайтырға киттек. Ике туған Тәлғәт абзыйым балта алып барып беҙгә йәш ағастарҙы ҡырҡып биреп тора, беҙ ике ҡулға икене тотоп, һөйрәп йүгереп ҡайтып китәбеҙ. Мин, һылыуым, игеҙәк ҡустыларыма 9-10 йәш тирәһе (уларҙан бәләкәйерәк өс малай өйҙә ҡалдымы икән) бәлки, ҙурырағы барғандыр, хәтерләмәйем. Бер нисә тапҡыр барғанбыҙҙыр, бер көндөкө бер көнгә генә еткәндер инде ул.
Унан һуң яҙға табан ҡаҙҙар йомортҡа һала башлай. Ике яҡлы өй, бер ҡаҙ - ҙур яҡта мейес артында, икенсеһе –бәләкәй яҡтың урындыҡ аҫтында. Ҡаҙ йомортҡаны көн аша һала. Өйҙөң ишеге эргәһенә килеп ҡаҡылдаһа (ҡайһылай аҡыллы ҡош!), ишек асып индерәбеҙ, йомортҡаны һалғас, сығарып ебәрәбеҙ.
Ун – ун бишләп йомортҡа һалғас, баҫырға инеп ултыра. Унда инде өйҙә шаярырға, тауышланырға ярамай. Яҡын килһәң, урындыҡ аҫтындағы инә ҡаҙ балтырҙы күгәрткәнсе суҡып ала. Бер суҡылһаң инде урындыҡҡа яҡын барыу юҡ!
Һуңынан, мин мәктәпте тамамлап киткәс, ҡаҙҙар һарайға күсте. Ул саҡта инде йомортҡаны ҡарап тороп ҡына алырға кәрәк, сөнки онотһаң, туңыуы мөмкин. Был эште ысын күңелдән Фирғәт ҡустым башҡарҙы, ике ҡаҙҙыҡын ике һауытҡа һала, һәр йомортҡаға ҡәләм менән һан яҙып ҡуя.