Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2025, 05:50

Дәүләт ярҙамы менән артабан да алға барырға

Үҙмәшғүллек – яңы режим, ул үҙенә эшләгән кешеләргә эшмәкәрлеген легалләштерергә ярҙам итә. Улар эште башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе ялламай, йәлеп итмәй генә башҡара, һалымды минималь ставкалар буйынса түләй, шул уҡ мәлдә һалым органына бер ниндәй отчет, декларациялар тапшырырға кәрәкмәй.  Февралдә Республика мәшғүллек үҙәгенең Күгәрсен районы буйынса территориаль бүлегендә Абдулов Данил Варис улының бизнес-планын (социаль контракт нигеҙендә шәхси хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыу өсөн адреслы социаль ярҙам күрһәтеү һорауы) ҡарау буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла. Ул Мораҡ ауылында токар оҫтаханаһының асырға һәм ошо йүнәлеш буйынса яҡташтарына хеҙмәт күрһәтергә ниәтләй.

Дәүләт ярҙамы менән артабан да алға барырғаДәүләт ярҙамы менән артабан да алға барырға
Дәүләт ярҙамы менән артабан да алға барырға

Эшҡыуарлыҡ

Дәүләт ярҙамы менән артабан да алға барырға

  “Эшҡыуарлыҡтың ирекле өлөшөндә лә әүҙем эшләйбеҙ, тип шаныслы итеп әйтә алабыҙ. Күрһәткестәр яҡшы: кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары арта – был мөһим күрһәткес, икенсеһе – унда эшләүселәр һаны. Уларҙың икеһе лә артыуға табан бара. Кеше бизнесҡа теләп бара, был бик яҡшы”.

 Радий ХӘБИРОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы.

 

 Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса лидерҙар иҫәбенә ингән. Социаль предприятиелар һаны 618-гә еткән, был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә икенсе урында.

 Ағымдағы йылдың 1 февраленә үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәр һаны - 271000 кеше, ә беҙҙең районда улар һаны - 2041, был уҙған йылға ҡарағанда 585-кә күберәк һәм 488 шәхси эшҡыуар. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара.

Үҙмәшғүллек – яңы режим, ул үҙенә эшләгән кешеләргә эшмәкәрлеген легалләштерергә ярҙам итә. Улар эште башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе ялламай, йәлеп итмәй генә башҡара, һалымды минималь ставкалар буйынса түләй, шул уҡ мәлдә һалым органына бер ниндәй отчет, декларациялар тапшырырға кәрәкмәй.

 Февралдә Республика мәшғүллек үҙәгенең Күгәрсен районы буйынса территориаль бүлегендә Абдулов Данил Варис улының бизнес-планын (социаль контракт нигеҙендә шәхси хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыу өсөн адреслы социаль ярҙам күрһәтеү һорауы) ҡарау буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла. Ул Мораҡ ауылында токар оҫтаханаһының асырға һәм ошо йүнәлеш буйынса яҡташтарына хеҙмәт күрһәтергә ниәтләй.

 Был эште ул бала саҡтан ярата. Оҫта ҡуллы ир-егет Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Мораҡ башҡорт гимназияһында 9-сы класты тамамлағас, Мораҡ 90-сы һөнәрселек лицейында электр менән иретеп йәбештереүсе, электрик, ЭВМ операторы һөнәрҙәренә уҡый. Данил бәләкәйҙән үк электроника, телевизорҙар менән ҡыҙыҡһына, уларҙың төҙөлөшөн өйрәнә, бик күп махсус әҙәбиәт уҡый. Боҙолған техниканы йүнәтеп ҡарай, шулайтып яйлап эштең нескәлектәренә өйрәнә. Был өлкәлә күберәк тәжрибә тупларға уға Азамат Китиков һәм Юрий Заходякин кеүек тәжрибәле оҫталар ярҙам итә, улар үҙ белгәндәре менән бүлешә, һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итә, күп “серҙәргә” өйрәтә.

 Торараҡ мәҡәләбеҙ геройы токар эше менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып китә. Әммә был эште яйға һалырға финанс сығымдар кәрәк була. Кемгәлер мейес эшләп биреп, кемгәлер йылылыҡ селтәре үткәреп, был өлкәлә лә ҙур тәжрибә туплай ул. Шул уҡ мәлдә ағас эше менән дә булыша: өҫтәлдәр, ултырғыстар, ишектәр яһай. Оҫта ҡуллы егет боҙолған телевизорҙы рәтләп, автомобилдәрен йүнәтеп бирергә лә мөмкинлек һәм ваҡыт таба – шуның менән үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай, ҡулын шымарта.

- Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеү идеяһы менән бер нисә йылдар инде башымдан сыҡмай.  Күп таныштарым был эшкә 3-4 йыл элек тотонорға өгөтләйҙәр ине. Был эш минең өсөн яңы түгел, был тармаҡта эшләгәнем бар, механизмдар алғанмын, был тармаҡҡа күп кенә аҡса һалғанмын. Әммә тағы ла бер тапҡыр уйлап ҡараным, бер аҙ икеләнеп тә торҙом. Әммә ошо юл менән дөрөҫ юл табырға була тигән һығымтаға килдем. Был өлкәлә территориаль бүлек начальнигы Надежда Николаевна Салтыкова миңә бик ныҡ ярам итте. Ул эш системаһы, льготалар, программаның өҫтөнлөктәре тураһында ентекле һөйләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, төплө кәңәштәр бирҙе. Бүленгән аҡсаға булған механизмдарға запас частар алырға иҫәп тотҡайным, әммә яңы станок алырға кәрәк икән. Быны тормошҡа ашырыу еңел түгел, беренсе станок артынан мин 5 йыл “һунар иттем”, икенсеһе артынан – ике йыл. Уларҙың хаҡы хәҙер бик ҡыйбат. Икенсе “кәрәкле” инструмент эҙләргә кәрәк буласаҡ. Иң мөһиме, дәүләт ярҙамында артабан алға барырға, үҙеңдең оҫталығыңды камиллаштырырға һәм яҡташтарыңа ниндәйҙер файҙа килтерергә мөмкин. Эшҡыуарлыҡтың яңы системаһының өҫтөнлөгө тап ошонда ла инде тип уйлайым һәм ул артабан үҫергә тейеш, - тип ышаныслы әйтә Данил. 

Анатолий КАЗАКОВ.

Афтор һәм шәхси архивтан алынған фотолар.

Корзинка

Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүселәрҙең атыуы райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай тәьҫир итә. Ул дәүләт ярҙамы менән дә бәйле.  Хөкүмәт төрлө льготалар күрһәтә һәм ярҙам итә. Уларның береһе  - социаль контракт нигеҙендә шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн адреслы социаль ярҙам.

Был программа эшләй башлғандан алып 50 күгәрсенле үҙ эшен асты. Мораҡ ауылынан Данил Абдулов та улар иҫәбендә.

Зөлфиә ӘҠСӘНОВА,

район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш буйынса бүлек начальнигы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас