Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2025, 09:50

Ауыл ерен үҙ иткән ҡала егете

Теге йәки был тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн дәүләт тарафынан ҡабул ителгән программалар республикабыҙҙа уңышлы бойомға ашырыла. Мәҫәлән, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры”, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программалары ауыл ерендә урынлашҡан белем һәм мәҙәниәт усаҡтарын педагогтар, хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итергә мөмкинлек бирһә, “Ауыл докторы”, “Ауыл фельдшеры”, “ Дефицит белгеслектәр” проекттары дауаханаларҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итә. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылышлы һуңғы өсәүһе буйынса 2023 йылда республикала ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 300-гә яҡын хеҙмәткәр аҡсалата түләү алған.

Ауыл ерен үҙ иткән ҡала егетеАуыл ерен үҙ иткән ҡала егете
Ауыл ерен үҙ иткән ҡала егете

 Беҙҙең районда ла өҫтә һанап кителгән программаларҙа ҡатнашып, дәүләт ярҙамын алған хеҙмәткәрҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - Волостновка фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Максим Исхаҡов, ул - “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса дәүләт ярҙамын алған.

 Бөгөнгө көндә ауыл еренә ерегеп, ҡолас ташлап эшләп йөрөгән егет Салауат ҡалаһында донъяға килгән һәм Ишембай ҡалаһында буй еткән. Бала саҡта хәрби кеше булырға хыяланһа ла, һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеп, Салауат медицина колледжына уҡырға инә. Бында ул “Дауалау эше” һөнәре буйынса белем ала.

  Урта һәм юғары медицина уҡыу йорттары студенттары менән эш биреүселәр араһында осрашыуҙар йыш ойошторола. Максим Салауат медицина колледжында 2017 йылда үткән шундай сарала Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин менән таныша һәм беҙҙең районға эшкә килергә теләге барлығы хаҡында белдерә.

 Дипломлы белгес 2021 йылдың 13 июлендә беҙҙең райондың Волостновка ауылында хеҙмәт юлын башлай. Ҡала егетенең нәҡ Күгәрсен районын һайлауы һис тә бушҡа түгел...

 - Был яҡтар күңелемә шул тиклем яҡын. Бала саҡта күп ваҡытымды, айырыуса йәйге каникулдарҙы, Ибрай ауылында йәшәүсе олатай-өләсәйем Мәҙинә һәм Марат Исхаҡовтар янында уҙғара торғайным, - ти ул.

 Йәш белгес Волостновка һәм Түбәнге Һапаш ауылдарын хеҙмәтләндерә. Уның ҡарамағында барлығы 345 кеше, уларҙың 83-ө - 18 йәшкә тиклемгеләр.

 Әйткәндәй, фельдшер эш башлағанда фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫке бинала урынлашҡан булһа, хәҙер шарттар бөтөнләй икенсе: 2023 йылдың ғинуарында асылған яңы модулле ФАП-та медикаменттарҙы һаҡлау,  процедуралар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын тикшереү, пациенттар, персоналдар өсөн тәғәйенләнгән айырым  бүлмәләр бар.

Ошо йылдар эсендә йәш белгес үҙе лә, кәләше Ксения Александровна ла Волостновка ауылын үҙ итеп өлгөргән. Йәштәр 2022 йылда ғаилә ҡорған, шул йылдың аҙағында өлкән улдары Дмитрий, 2024 йылда икенсе улдары Владимир донъяға килгән.

 Тормоштан күренеүенсә, бәхет өсөн кешегә артыҡ күп тә кәрәкмәй: яратҡан ғаилә, күңел ятҡан эш һәм, әлбиттә, торлаҡ булһа, донъя ла бөтөн, күңел дә көр була.  Маским Шамил улы ла үҙен бәхетле һанай, яратҡан ғаиләһе, яратҡан эше бар, торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иткән -“Ауыл фельдшеры” программаһы сиктәрендә бирелгән ярҙамды өй һатып алғанда ҡулланған.

 Халыҡ һаулығы һағында торған йәш белгескә артабан да иҫән-һау эшләргә яҙһын!

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Фото шәхси архивтан алынды.

 

 “Әгәр 2021 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың барыһы ла дауаханаларға, поликлиникаларға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килһә, табиптарға бер ниндәй ҙә ҡытлыҡ булмаҫ ине. Эш шунда: сығарылыш уҡыусыларының күбеһе һөнәрҙәре буйынса эшләмәй, ә ҡайһы берәүҙәре шунда уҡ шәхси медицинаға китә.

 Күптән түгел федераль кимәлдә ҡабул ителгән медицина ВУЗ-ын тамамлағандан һуң мәжбүри эшләү тураһындағы ҡарарҙар белгестәрҙе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына беркетергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә мин һәр ваҡыт медицина колледждарын тамамлаусыларға иғтибар итергә тәҡдим итәм. Минеңсә, колледждан һуң шәфҡәт туташы, фельдшер, лаборант булып эшләгән кешеләр бер ҡасан да медицинанан китмәйәсәк. Шуға күрә улар өсөн юғары белем алыу мөмкинлеге тыуҙырырға, колледждан һуң юғары уҡыу йортонда белем алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн уҡыу программаларын синхронлаштырыу тураһында уйларға кәрәк. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәре ауылдарҙа ныҡлап урынлашһын өсөн уның тормошон уңайлы итеү мөһим”.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышынан.

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас