Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2025, 10:55

Изге йөрәкле әсәләр

 Быйыл 8 март Халыҡ -ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамын беҙҙең ауыл биләмәһенең ҡатын ҡыҙҙары бик ҙур файҙалы, изге эштәр менән ҡаршылай.

 Ялсы ауыл ҡатын- ҡыҙҙарының элек электән егәрле, уңған тырыш, һәр эште урын-еренә еткереп башҡара торған матур ғәҙәттәре бар. Ил иңенә төшкән ауырлыҡты ла улар аңлап ҡабул иттеләр. Ауылыбыҙҙың уңған килендәре, апайҙары, еңгәләре, инәйҙәре байрамы алдынан ҙур изге эштәр башҡарҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға Ялсы мәҙәниәт йортонда ойошторолған  ышыҡланыу сеткалары үрҙеләр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым йыйып оҙаттылар. Ауыл советы депутаты Резеда Вәлиева, ошо сараны үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткән, ауылыбыҙҙың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарының береһе - “Айгөл” магазинының хужаһы  Римма Ишкинина, иң әүҙем ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе - Миния Мусина ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән “Мәрхәбә” мәсетендә бер көн сәк-сәк бешерҙеләр, иртәгеһен көнө буйына туҡмас йәйеп, һалма ҡырҡтылар.  Гуманитар ярҙам алып китә торған көндө сөсө икмәктәр бешереп ебәрергә лә онотманылар.

 Һәр бер әсә ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Иң мөһиме яугир ир егеттәребеҙ  иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Ошо маҡтаулы изге эште башҡарған биләмәнең барлыҡ гүзәл заттарына рәхмәт әйтеп, яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Мөслимә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА.

Ялсы ауылы.

Фото.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас