Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март , 18:31

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткән Артур Хәсәновтың хәлдәре нисек?

Ул ялға ҡайтҡан.

"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткән Артур Хәсәновтың хәлдәре нисек?
"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киткән Артур Хәсәновтың хәлдәре нисек?

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле МХО-ла булған, "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Артур Ришат Төхвәтуллиндың Өфөләге концертына килгән, дуҫы Линар Шәймәхәмәтов менән осрашҡан.

"Артурик концертҡа килде. Осрашыуыбыҙға шат булдым, "братым", - тип яҙған Линар.

Илеш районы егете Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы.

Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

"Башҡортостан" гәзите

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: