Ул Күгәрсен ауылында бик матур ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәптә лә яҡшы уҡыусылар рәтендә була. Хәтеремдә, ауылда ойошторолған концерттарҙа иптәш ҡыҙҙары менән бейеп, ауылдаштарыбыҙҙы ҡыуандыра торғайнылар. Туғыҙынсы класты тамамлағас, медицина колледжында белем алып, Һүрәм Күгәрсене мәктәбендә шәфҡәт туташы булып эшләп ала. Шул осорҙа тормошҡа сығып, кейәүе менән ҡыҙ һәм малайға ғүмер бирәләр. Әммә тормош беҙ уйлағанса ғына бармай, “Юна”быҙ ҡыҙы һәм улын алып, үҙебеҙҙең ауылға ҡайтырға мәжбүр була.
Атаһы менән әсәһенән рөхсәт алып, “Мин медсестра бит, һуғыш барған ерҙә мин дә кәрәкмен” тип контракт төҙөй. Аҙна ваҡыт үткәндән һуң, сикте үтеп, Украина еренә инәләр. Ябай ғына ҡыҙ яралыларҙы күргәс, ҡаушап ҡалмай, ярҙам итергә ашыға. Махсус хәрби операция биләмәһендә бер йыл хеҙмәт итә. Әлеге көндә “Юна” ауылда, балалары янында. Уны осрашыуҙарға ла йыш саҡыралар. Ауылыбыҙҙа шундай яугир ҡыҙ булыуына беҙ сикһеҙ ғорурланабыҙ. Киләсәктә уның турала тулыраҡ, тағы ла йөкмәткелерәк мәҡәлә яҙырға тигән уй-ниәт менән йөрөйөм. Райондаштарыбыҙ, гәзит уҡыусылар ҙа һис шикһеҙ батыр ҡыҙ тураһында белергә тейеш.
Ҡатын-ҡыҙ донъя тотҡаһы тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, ауылыбыҙҙың матур, күркәм, татыу ғаиләләргә бай булыуы ла нәҡ уларҙың өлөшө тип әйтһәк тә, арттырыу булмаҫ. Ер йөҙөнә яҙ килгәндә улар ҙа үҙ ғаиләһендә наҙ тойоп, кешеләргә, туғандарына, балаларына кәрәк булып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәһендәр ине тигән теләктә ҡалам.
Зөлфиә ХӘЙБУЛЛИНА.
Күгәрсен ауылы.