Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2025, 10:08

Ҡужан ҡарағасы

Бынан нисә йыл элек кемдәрҙер тарафынан бысылған данлыҡлы Ҡужан ҡарағастарының  яҙмышын бөтә Башҡортостан менән борсолоп күҙәттек. Өлтөк ҡарағастар Салауат ауылынан 3-4 саҡырым алыҫлыҡта үҫә. 

Ҡужан ҡарағасыҠужан ҡарағасы
Ҡужан ҡарағасы

Кәртәләнгән, тирмәләр ҡуйылған, музей эшләнгән. Мал йөрөмәй, үлән шаулап үҫә, мең төрлө сәскәләр, ҡоштар һайрай... Әйтерһең, ожмах мөйөшө. Ҡарағастарҙың ҡайһылары ҡорой башлаған. Бысылыуы үҙенекен итә, мандый алмай береһе бөтөнләй ҡороған. Бер-ике төптәй йәш үҫенте ҡалҡҡан, аяҡ аҫтында ҡалмаһын өсөн кәртәләп ҡуйылған.

Иҫ киткес матур урын. Әммә күңелде ҡырған бер күренешкә лә тап булынды: ҡарағастарҙы табыныу урынына әйләндереп бөткәндәр. "Атай", "Әсәй" тип исемләнгән ағастарҙы ҡосаҡлап, мәрхүм ата-әсәләренән ғәфү һорауҙары, "Аҡса" тигәненә һырылып, муллыҡ, байлыҡ һорауҙары тамам аптыратты... Сиктән сыҡмай ғына, тәбиғәт менән бер бөтөн булып ҡына, йәнең-тәнең менән рәхәтләнеп кенә ял итә торған ер бит ул!

Тәбиғәт ҡосағындағы һиллек, тынлыҡ, һауа - үҙе бер сихәт. Ҡәҙерен белеп кенә килерлек төбәкте Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһелер, моғайын.

Ҡужан ҡарағасы

Һары таңда ҡапыл һыҙландырып,
Иҫкә төштө өлтөк ҡарағас.
Ниндәй серҙәр һин һаҡлайһың икән
Ни хәлдәһең икән, ҡарт ағас?

Ҡиблаһынан яҙған йоғондомо –
Яраң - йәндә, Ҡужан ағасы...
(...Сатнап торған ҡышҡы селләләрҙә
Һине уйлап йөрәк ҡағасы...)

Өнһөҙ генә нисек күтәрҙегеҙ -
Һай, тәрән шул, тәрән яралар!
Тән яраһын, ярар, ямарҙар ул,
Тик йәндәрҙе кемдәр дауалар?

(Сатнап торған ҡышҡы селләрҙә,
Ялҡынланып янған Һөйәнтүҫ.
...Уйҙарымда, яҡлау эҙләгәндәй,
Өлтөк ҡарағасҡа һөйәлдем...

Нисә быуат үткән!
Онотолмай
Фажиғәһе ғәзиз халҡымдың:
Көл –күмергә ҡалған ауылдарҙың
Быуат аша тоям ялҡынын...)

Эй, мөһабәт, ғорур ҡарағастар,
Һеҙ һынылай аҫыл ирҙәрҙең!
...Быуат-быуат үҫкән ағастарҙа
Үсе булды икән кемдәрҙең?

Ни йөрәге етеп бысҡыларға
Үрелгәндер әҙәм ҡулдары?
...Әллә Күктән әшкәрттеләр микән,
Йығылырын шулай улдарҙың?

...Тамырынан ҡороп ағас ауа -
Хәйерлегә нисек юрайыҡ...
Ҡарағастар!
Һеҙҙең олонда бит
Йән яраһы ҡалған ҡарайып...

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас