Төбәк-ара семинар-форумда Ырымбур өлкәһенән, күрше Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһының директор урынбаҫары, радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, хөрмәтле яҡташыбыҙ Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева сәләмләне.
Тәүәкәндәр сарала ҡатнашыусыларҙы ауыл осонда тантаналы ҡаршы алдылар. Артабан ҡунаҡтар "Урал" спорт -һауыҡтырыу комплексында уҙған ярыштар менән танышты, моделле китапханала урынлашҡан М.Рәхимов музейын ҡараны.
Тәүәкән урта мәктәбендә барлығы ете проект буйынса секциялар уҙҙы.
1)"Беҙ- спорт яҡлы.
2) "Бергәләп еңәсәкбеҙ!" (Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналды).
3)Агро-класс.
4) "Йәштәргә теләктәрем" ("Ағинәй" ойошмаһы эшмәкәрлеге );
5)- "Стратегик Тәүәкән".
6)- Айыҡ киләсәк.
7). "Һуғыш балалары, тыл ветерандары". ( Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды).
Сараның пленар өлөшө Тәүәкән күп тармаҡлы ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Унда үҙҙәренең эше, әүҙемлеге менән башҡаларға өлгө күрһәткәндәргә рәхмәт хаттары һәм маҡтау грамоталары тапшырылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре матур концерт ҡуйҙы.