Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2025, 03:51

Халыҡ дауалау ысулдары

Халҡыбыҙ борондан үҙенсәлекле дауалау ысулдарын ҡулланған. Шундайҙарҙың береһе - һөрәнләтеп дауалау. Был ысул тураһында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева һөйләне. 

Халыҡ дауалау ысулдарыХалыҡ дауалау ысулдары
Халыҡ дауалау ысулдары

- Кеше ҡаты ҡайғынан йәки ҡапыл ишеткән ауыр хәбәрҙән ныҡ шаңҡып ҡата. Илай ҙа алмай, һөйләшә лә алмай.
Ошондай тороштан урыҫтар күмәкләшеп илап, ауырыуҙы ла илатып сығарғандар. Башҡорттар бер кем ишетмәҫ, күрмәҫ аулаҡ урында, иң уңайлыһы тау битендә ауырыуҙы һөрәнләткәндәр.

Һөрәнләтеүсе ауырыуҙың ҡулын алдына һалып беләҙек тапҡырына баш бармағы менән баҫа ла моңло тауыш менән Эһеһеһеһеһеһәйээй тип илаған кеүек ҡысҡыра башлай. Ауырыу баҫа алһа, эргәһенә баҫтыра.

Балаларым музыкаға йөрөй башлағас, мин был һөрәнләүҙе нотаға һалып самаланым. Баҡһаң, һөрәнләү тотош бер октаваны үҙ эсенә ала һәм икенсе октаваға сыға икән. Тауыш шул тиклем тетрәндергес. Тотош тәбиғәт уға ҡушылып һөрәнләгән һымаҡ. Ауырыу яйлап шул тауышты тоя, ишетә башлай. Күҙҙәренә йәш килә. Шунан аҡрынлап үҙенең дә ҡушылып һөрәнләүе кимәленә еткерәләр.

"... Ете һөрәнләгәс, саҡ күҙҙәрен аҫты. Бик ҡаты булған ауырыуы. Тағы алып килербеҙ. Йәки өс һөрәнләүҙә түгелеп илап ебәрҙе бахырҡай ғынам" - тип һөйләшкәндәре хәтерҙә.
Атҡа һалып алып китерҙәр ине. Инәйем һөрәнләтеп дауаланы заманында. "Үҙем шыбыр тиргә баттым. Бик ҡаты булған шул. Һауығыр. Ана бит тырнаҡ аҫтары алһыуланды. Йөрәге эшләп китте, ҡан тамырҙары теремекләнде..." - тип йыуата ине.

Стресс тибеҙ. Һөрәнләтеүсенең стрестан сығарыу ысулы был, - тип бәйән итә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. 

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас