"Дуҫтарым! Яңыраҡ бергә уҡыған Гөлкәй исемле һабакташым шул тиклем файҙалы кәңәштәр бирҙе. Уның ризалығы менән һеҙҙең менән дә бүлешкем килә. Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ, ҡәҙерләгеҙ, һаҡлағыҙ үҙегеҙҙе!💖 Бәлки кемдәрҙер был ысулды куптән ҡулланғандыр, фекерҙәрегеҙ менән бүлешегеҙ.
Мин йәй көнө май аҙағында дегәнәк япрағын йыйып, яҡшылап йыуып мясорубка аша үткәрәм, шуның һутын һығып алам, көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 30-20 минут алдан бер сәй ҡалағы эсәм. Шулай бер ай өҙмәйенсә.
Һыуытҡыста һаҡлана, бер айҙа бер нимә лә булмай.
Шунан бер ай ял итәм дә тағы бер ай эсәм. Үәт шул икенсе айҙа эсә торғанын кубиклы мешоктарға тултырып туңдырғыста һаҡлайым. Берәрләп алып иретеп эсәм. Йыл буйы бер нимә менән дә ауырымайым.
Һөткә куркума, әҙерәк молотый перец (ваҡланған борос) һалып эсәм. Куркуманы сит илгә барғанда алып ҡайттым. Һәр нимәнең самаһы бар, сама менән эшләргә кәрәк.
Лимонды киҫкәс 4 өлөшкә бүләм, 1 өлөшөнә бер виноград, виноград ҙурлығында ғына кубиклап сыр ҡушып ашайым. Лимон тышы менән ҡулланыла, шәкәр ҡомо менән ашамайым, виноград менән шәп китә.
Ноябрь айынан башлап апрелға тиклем әрем сәйе эсәм. Уны шулай уҡ сама менән генә ҡулланырға, айына 1 тапҡыр 1 аҙна көн һайын бер шәшке әрем сәйе эсәм. Сама менән тотонһаң дарыу, самаһыҙ тотонһаң ағыу.
Беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, был аҡыл өйрәтә тимәгеҙ инде, үҙемдән сығып яҙам. Дегәнәк һуты эсә башлағас, күп ауырыуҙар ҡул менән һыпырып алған кеүек булды. Аллаһы Тәғәлә кешенең ҡайһы ерҙә йашәүенә ҡарап дарыу үләнен үҫтерә, ҡытайҙарға санчи, беҙгә әрем, дегәнәк. Юҡҡа ғына дегәнәк "академик" тигән исем алмаған", - тип яҙа Гөлназ Ишемғолова.