Биш балаға ғүмер бүләк итеп халҡыбыҙ һанын ишәйтеүгә тос өлөш индергән Әлфиә менән Рәсих Садиҡовтар изге Күгәрсен ерен төйәк итеп, уға йәм өҫтәп йәшәйҙәр. Тормошҡа әүҙем ҡараштары, эшкә сәме, күркәм булмыштары менән күңелде арбай улар. Йәштәрҙең ғаиләһендә милли мөхит хакимлыҡ итә, туған теленә, халыҡ моңдарына һаҡсыл ҡарашлы йәштәрҙең сабыйҙары ла туған телдә һандуғастай “һайрай”, милли йолаларға ихтирамлы ҡарашта тәрбиәләнә.
Яғымлы тауышы сылтыр шишмә моңона тиң, мөләйемлеге йөҙҙәренән эркелеп торған Әлфиә Әкрәм ҡыҙы тыумышы менән Хәйбулла районының Өфө ауылынан. Совхозда намыҫлы хеҙмәт күрһәткән әсә-атаһы өс балаһына ла лайыҡлы тәрбиә бирә, матур һөнәр алырға ярҙам итә. Әлфиәнең ағалары икеһе лә һөнәрле, матур ғаиләле.
Әлфиә ике ағаһына эйәреп бәләкәстән ауыл эшенә өйрәнеп үҫә. Тыуған ауылы мәктәбендә уҡығанда белемгә әүәҫ ҡыҙ алдынғылар рәтендә була, сәнғәт мәктәбендә лә етди шөғөлләнеп думбыра, гитара, фортепиано кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Шуға күрә лә мәктәптән һуң Өфө сәнғәт училищеһына (хәҙерге Өфө сәнғәт колледжы) уҡырға инә. Икенсе яртыһын, өлөшөнә төшкән көмөшөн дә һылыу шунда осрата. Ейәнсураның аҫыл егете, һәләтле музыкант – Рәсих Рәмил улы менән ҡауышып, йәштәр 2010 йылда туйҙар гөрләтә.
Иҫәнғолға килен булып төшкәс, Әлфиә зирәк аҡыллы бейеме кәңәшен тыңлап, ашнаҡсы, эш производствоһы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә. Ә ғаилә башлығы приютта үҙ һөнәре буйынса эшләй. 2011 йылда яҡты донъяға килгән иң тәүге мөхәббәт емештәре – Вилдан ата-әсә йөрәгенә бөтмәҫ шатлыҡ, дәрт-ялҡын өҫтәй.
Оҫта думбырасы Рәсих Рәмил улы Күгәрсенгә район мәҙәниәт һарайына эшкә саҡырылғас, ғаиләһе менән 2013 йылда Мораҡ ауылына йәшәргә күсеп килә. Тәүге йылдарҙа йәштәр район етәкселеге менән мәҙәниәт начальнигы хәстәрләгән фатирға инеп көн итәләр, артабан участка алып, алтын ҡуллы булдыҡлы ғаилә башлығы шәхси йортона нигеҙ һала.
Ошо урында талантлы музыкант, ҡасандыр бар районды гөрләткән “Бәйембәт” этно-рок төркөмө составында сығыш яһаған Рәсих Садиҡов тураһында айырып яҙып үтмәһәк, яҙыҡ булыр төҫлө.
Ул 1990 йылдың 6 сентябрендә Учалы районында донъяға килә. Бала һәм үҫмер сағы Ейәнсура районында үтә. Иҫәнғол 2-се урта мәктәбендә уҡыған осоронда ул думбыра һәм ҡурай түңәрәктәренә йөрөп, Хоҙайҙан бирелгән һәләтен шымарта. 9-сы кластан һуң өҫтә телгә алып үткән Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Дипломлы булғас, ҡумыҙынан, думбыраһынан айырылмай. Линар Сәйфетдинов менән берлектә төҙөлгән “Бәйембәт” төркөмө менән улар республика ғына түгел, халыҡ-ара музыкаль бәйгеләрҙә ҡатнашып ҙур уңыштар яулай. “Бәйембәттәр”ҙең концерты район мәҙәниәт һарайында шығырым зал тулы халыҡты йыя. Ҡумыҙҙа, думбырала оҫта уйнаған егет 2015 йылда Мәсетле районында уҙған өзләү буйынса төбәк-ара конкурста, Шушенское ҡалаһында үткән “Себер донъяһы” халыҡ-ара этник фестивалендә “Солист-инструменталист” номинацияһында еңеүсе була. һәләтле егетебеҙҙең сәнғәт донъяһында бындай еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ.
Сәнғәткә мөкиббән Рәсих үҙ эшен яратһа ла, был өлкәлә уңыштар уға бер-бер артлы килеп торһа ла, сабыйҙарын һәм һөйөклөһөн хәстәрләп, төҙөлөш эштәрен тиҙерәк тамамлау һәм донъяһын матурлап алыу ниәтенән мәҙәниәт өлкәһенән китеп, бер нисә йыл вахта менән ситтә эшләй. Артабан Сибай дәүләт филармонияһында бер йыл намыҫлы хеҙмәт күрһәтеп өлгөрә. Талантлы егетте коллегалары һаман көтә, кире эшкә саҡыра, әммә ғаиләһенә яҡыныраҡ булыу теләге менән бала йәнле ғаилә башлығы яҡын-тирәлә төҙөлөш эштәрендә йөрөп, ғаиләһенең матди яғын хәстәрләй. Күгәрсен еренә ерегеп, Мораҡ ауылының бәрәкәтен арттырып йәшәүсе талантлы ир-егет аҫылын киләсәктә, бәлки, тағы ла ҙур сәхнәләрҙә йөрәк өҙгөс итеп өзләүен тыңларға, ҡумыҙын сиртеп йөрәктәргә дәрт-ялҡын өрөүен күрергә насип булыр әле, кем белә...
Бер-береһе өсөн өҙөлөп тороусы матур парҙың яңы йорттарына күсеүҙәренә хәҙер һигеҙ йыл тулған. Мөхәббәт һәм татыулыҡ батшалыҡ иткән өйҙәренән уларҙың нур ағыла. Уңдырышлы ерҙең ҡәҙерен белеп, уңғандар баҡса үҫтерә, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫрай. Тилбер ҡуллы хужабикә сәскәләр үҫтерергә, сабыйҙары, тормош иптәше өсөн ризыҡ төрләндерергә ярата.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе сабыйҙары ла бер-береһенә терәк булып, әсә-атаһына ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә. Биш баланың өсөһө хәҙер Мортаза Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусылары.
Вилдан 7-се шайморатовсылар класында уҡый, илһөйәр рухлы һәм әүҙем егет мәктәп һәм район кимәлендә уҙған төрлө сараларҙан береһенән дә ситтә ҡалмай. Линар Сәйфетдинов алып барған дәрестәрҙә етди шөғөлләнеп, йәш мәргәндәр район бәйгеһендә еңеүсе лә булды.
Самира 3-сө класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, һәр яҡлап өлгөр – уҡыуҙа ла алдынғылар сафынан төшмәй, башҡорт телендә күп шиғырҙарҙы яттан белә, айырыуса Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләргә ярата; һүрәт төшөрөргә лә, бейеүгә лә әүәҫ, Миңзәлә Рауил ҡыҙы етәкләгән түңәрәктә шөғөлләнә.
Камила 1-се класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, шиғыр ятларға әүәҫлеге, шуҡлығы менән айырылып тора, район мәҙәниәт һарайында шөғөлләнеп, Илүзә Ниғәмәтуллинанан бейеү сәнғәте серҙәренә төшөнөп килә.
Биш йәшлек Айгөл “Уралҡай” балалар баҡсаһына йөрөй. “Бейергә лә, йырларға ла ярата, йәйгеһен баҡса эштәрендә ҙур ярҙамсым ул минең”, - ти әсәһе уның хаҡта.
Ә иң кесеһе, иң наҙлыҡайы Сафияға өс йәш кенә. Үҙенең кинйә икәнен белә ул, ҡул араһына ингәнсе йоҡо туйҙырып ҡалайым тип әлегә әсә-атаһына иркәләнә, наҙлана.
- Иң ҙур байлығыбыҙ – балаларыбыҙ, улар менән тормошобоҙ нурлы, - ти ихлас күңелдән Әлфиә менән Рәсих Садиҡовтар.
Йәш матур ғаиләнең бәхет сере лә тап шул үҙҙәре яратып баҡҡан “нур йомғаҡтары”ның бәләкәс кенә уңыштарын да күреп сикһеҙ ҡыуана белеүҙә, бер-береһен ихтирам-хөрмәт итеүҙә, тормошто нисек бар шулай ҡабул итеп, тулы гармонияла йәшәй белеүҙә йәшенгән дә инде. Ә әсә йөрәгенең һөйөү-наҙын, ышаныслы атайҙарының ныҡлы терәген, арҡаһын тойоп үҫкән балалар киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып, еребеҙгә йәм һәм ғәм өҫтәп йәшәр әле!