Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2025, 07:06

Балаларға энергетиктар һатҡан өсөн - ЯРТЫ МЛН ШТРАФ

Дәүләт Думаһы бәлиғ булмағандарға энергетиктар һатҡан өсөн административ яуаплылыҡ билдәләгән закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

 

Бының өсөн ҙур штрафтар билдәләргә тәҡдим ителә. Әйтәйек, ойошмалар өсөн – 300-500 мең, вазифалы кешеләр өсөн – 100-200 мең, ә граждандар өсөн 30-50 мең һум тәшкил итергә тейеш. Парламентарийҙарҙы йәштәр араһында энергетик эсемлектәрҙең популяр булыуы борсой. Табиптар ҙа уларҙың зыянлы икәнен раҫлай, энергетиктар гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы, диабет һәм башҡа сирҙәргә килтереүе ихтимал.

Автор:
Читайте нас