

Сараның тантаналы өлөшө ошо төбәктән изге яуға китеп Бөйөк Еңеү таңын ҡойоуға үҙ өлөшөн тос индергән, илебеҙ өсөн шәһит киткән ил батырҙары хөрмәтенә ҡуйылған стелаға сәскә һалыуҙан башланды. Артабан сараның ҡунаҡтары, урындағы халыҡ Яңы Николаевка ауылы мәҙәниәт йорто фойеһын биҙәгән күргәҙмә эштәре менән танышты. Күргәҙмәләр шанлы 40-сыларҙы, Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланғанын йәнә лә бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө, Мораҡ һәм Ибрай ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙан әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын яҡтыртты.
Мораҡ ауыл биләмәһе тамашасы һәм баһалама комиссияһы хөкөмөнә “Хәтерләйбеҙ. Хөрмәтләйбеҙ. Ғорурланабыҙ” тип исемләнгән йырлы-моңло тамаша тәҡдим итте. Яңы Николаевка ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әҙерләнгән концерт программаһында Бөйөк Ватан һуғышына тиклем халыҡтың тормош-көнкүреше, ҡара таңдан кискә ҡәҙәр баҫыу-ҡырҙа ең һыҙғанып тир түккән, ә ҡыштың оҙон төндәрендә фронт өсөн йөн нәски-бейәләй бәйләгән ауыл инәй-апайҙарының, тыл эшсәндәренең берҙәмлеге лә, рух ныҡлығы ла, һөйөклөләрен яу ҡырына оҙатҡан гүзәл заттарҙың тоғролоғо ла бик урынлы сағылыш тапты. Тамашала бала саҡтан күңелгә яҡын Бөйөк Ватан һуғышы осоро йырҙарына өҫтөнлөк бирелде. А.Зубавлёнко һәм К.Максакова башҡарыуында “Шли солдаты на войну”, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Щербакова бүләк иткән “Вдовушка”, район мәҙәниәт һарайының “Ләйсән” вокаль ансамбле башҡарыуында “Таң атҡанда” йырын да тамашасы йылы ҡабул итте.
Ниһайәт, кисәнең тулҡынландырғыс мәле етте. Мораҡ ауыл хакимиәте башлығы Денис Айытҡолов “Еңеү” фестиваль-марафонының быуындар бәйләнешен булдырыу, Бөйөк Еңеүҙе еребеҙгә ҡойған ҡаһармандар һәм әлеге ваҡытта яңы быуын фашистары менән алышта батырлыҡ күрһәткән яҡташ яугирҙарыбыҙҙың батырлығын мәңгеләштереү юҫығында баһалап бөткөһөҙлөгөн әйтеп үтеп, илебеҙ өсөн шәһит киткән яңы дәүер батырҙарының ата-әсәләренә, бөгөн алғы һыҙыҡта илебеҙ именлеге өсөн ҡыйыу һаҡта торған яугирҙарҙың ата-әсәләренә оло хөрмәт күрһәтергә онотманы. Яңы Покровка ауылынан ыласындай ике яугир улын бик иртәләй мәңгелек йортҡа оҙатҡан (Артуры махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды) Наталья менән Рәил Ғилмановтарға, батыр ул үҫтергән Эльвера Мусрет ҡыҙы менән Рафаэль Усмановтарға, Ҡанаҡастан Азат Әбйәлилов, Наилә Байғазаҡоваларға, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Яңы Покровка егете Александр Куркинға, Ҡанаҡас ауылы батыры Абзал Әбйәлиловтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Яңы Николаевка ауылынан да байтаҡ яҡташтарыбыҙҙың бөгөн алғы һыҙыҡта булыуҙары мәғлүм булды. Денис Сулпан улы яугирҙарға ил мәнфәғәттәрен яҡлап, Ватан һағында уяу торғандары өсөн, батыр улдар үҫтергән өсөн уларҙың ата-әсәләренә оло рәхмәтен еткерҙе. Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан Александр Зубавленко, Игорь Куркин; Артем Студзинский, Николай Шишлов, Игорь Казарин, Леонид Полторабатько, Валерий Батуев, Сергей Лысенко кеүек яугирҙарҙың хөрмәтле ата-әсәләренә, сабырлыҡ өлгөһө булған ҡатындарына, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Владимир Ширшовтың ата-әсәһе Оксана Вячеславовна менән Петр Ивановичтарға рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Илебеҙ өсөн шәһит киткән яңы дәүер батырҙары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Мораҡ ауыл биләмәһенән “Еңеү” фестиваль-марафоны штандартын ҡабул итеүсе Ибрай ауыл биләмәһе таланттары ла әһәмиәтле сараға етди әҙерлек менән килгән. “Өсмөйөшлө хаттар” йырын бүләк иткән Әнисә Байдәүләтова, “Имәндәр шаулай” йырын башҡарған Лилиә Аҡкилдина моңло тауышы, Земфира Минабетдинова көйләгән мөнәжәт тәрән йөкмәткеһе менән арбаны. Оксана Сәфиуллина башҡарыуында “Кукушка”, Әлфира Табулдина тамашасы хөкөмөнә тәҡдим иткән “Глаза солдатских матерей” йырҙары,
6-сы класс уҡыусылары Эльвина Түләкова менән Арыҫлан Хөсәйеновтар һөйләгән урыҫ һалдаты тураһында шиғырҙар илебеҙ өсөн яуаплы, һынаулы осорҙа бик актуаль яңғыраш алды. Зөлфиә Зәитованың “Ҡайтыу” йыры, Фәнис Ниязғолов башҡарыуында “Порт-Артур”, Азамат Хөсәйеновтың “Һуғыш ҡайтауазы” күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын да тибрәтте. Розалина Яҡупова һөйләгән “Тыуған ил” шиғыры изге оран кеүек яңғыраны.
Эйе, Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тулып килгәндә, халҡыбыҙ, илебеҙ өсөн ифрат яуаплы һәм һынаулы осорҙа үткәндәрҙе хәтерләп, бөгөнгөнөң ҡәҙерен белергә өйрәнергә, әлеге ваҡытта иңдәренә яуаплы бурыстар алған яугир яҡташтарыбыҙға, батыр улдар үҫтергән хөрмәтле ата-әсәләргә оло хөрмәт күрһәтергә бурыслыбыҙ. Тап ошо яҡты маҡсаттарға нигеҙләнгән, “Еңеү” фестиваль-марафоны сиктәрендә үткән күркәм сара ла данлы үткәндәрҙе йәнә лә хәтерҙә тергеҙҙе, яңы дәүер батырҙарына ҡарата тәрән ихтирам-хистәрҙән тере һәйкәл ҡойғандай булды.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор фотолары.