Яңы Николаевка ауылы мәҙәниәт йорто фойеһында ҡуйылған күргәҙмәләр шанлы 40-сыларҙы иҫкә төшөрҙө, Мораҡ һәм Ибрай ауыл советтарына ҡараған ауылдарҙан әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын яҡтыртты.
Мораҡ ауыл биләмәһе тәкдим иткән концерт программаһында Бөйөк Ватан һуғышы осоро йырҙарына өҫтөнлөк бирелде. Яңы Николаевка ауылы таланттарының ялҡынлы сығыштары бигерәк тә күңелдәргә хуш килде.
Кисәлә Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Денис Айытҡолов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яңы заман батырҙарын Рәхмәт хаты һәм бүләктәр менән билдәләп үтте. Илебеҙ өсөн шәһит киткәндәрҙең ата- әсәләренә, бөгөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙарҙың әсә- аталарына хөрмәт күрһәтергә онотманы.
Штандарт ҡабул иткән Ибрай ауыл биләмәһе таланттары ла " Еңеү"фестиваленә матур әҙерлек менән килгән. Әнисә Байдәүләтова башҡарыуында " Өсмөйөшлө хаттар" Һәм башҡа патриотик йөкмәткеле йырҙар үҙәктәрҙе өҙҙө.
Яңы Николаевка ауылы тамашасылары ихласлығы, ябайлығы менән күңелде арбаны.