Рәсүл хәҙрәт, Рамаҙан айының әһәмиәте тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
- Изге Рамаҙан – айҙарҙың солтаны. Был айҙа, 610 йылдың Ләйләтүл-Ҡәҙер кисендә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Хира мәмерйәһендә саҡта Ҡөрьән индерелә башлаған. Ябраил фәрештә уға “Әл-Ғәләҡ” сүрәһенең беренсе биш аятын өйрәткән.
Рамаҙан – ураҙа айы, унда ураҙалар тотабыҙ, тәрәуих намаҙҙары уҡыйбыҙ, ауыҙ астырабыҙ, күберәк доға ҡылабыҙ, ахырында фытыр саҙаҡалары бирәбеҙ. Рамаҙан – түҙемлек, сабырлыҡ, нәфсене һынау, күңелде таҙартыу, рухты тәрбиәләү, тамуҡтан ҡотолоу миҙгеле. Был айҙа сауаптар арта һәм мең айҙан артыҡ булған Ҡәҙер төнө бар.
- Ураҙа тотоу – мосолмандар өсөн тейеш биш нигеҙең береһе.
- Эйе, Ислам дине биш нигеҙгә төҙөлгән. Аллаһ илсеһе Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм: ”Ислам дине биш нигеҙгә төҙөлдө: шаһитмын Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт Аллаһтың илсеһе; намаҙ уҡыу; зәкәт биреү; Рамаҙан айында ураҙа тотоу; мөмкинселек булһа, хаж ҡылыу”тип әйткән. Хәҙистә ураҙа ислам дине нигеҙенең береһе тип әйтелә, шуға ул фарыз – үтәлергә тейешле мотлаҡ ғәмәлдәрҙең береһе булып тора.
- Ураҙа тотоуҙың үҙенсәлектәре нимәлә?
- Ураҙа таң атҡандан алып ҡояш батҡансыға тиклем ашау-эсеүҙән, енси мөнәсәбәттән тыйылып тороу тигәнде аңлата. Һәр мосолман кешеһенә ураҙа тотоп, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанын үтәү фарыз. Был айҙа ашау-эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан ғына түгел, ғәйбәт һөйләүҙән, кешене рәнйетеүҙән, әрләүҙән, алдашыуҙан, гонаһ ҡылыуҙан тыйылырға тейешбеҙ. Хатта насар уй-фекерҙәрҙән дә йыраҡ булырға кәрәк. Был айҙа сауап ике өлөшкә күберәк яҙыла. Йыл буйы изгелек ҡылыу күркәм ғәмәл һаналһа, Рамаҙан айындағы изгелек тағы ла күркәмерәк. Гонаһ эшләү ни ҡәҙәр әшәке булһа, был айҙа гонаһ ҡылыу тағы ла әшәкерәк булып һанала.
- Ураҙаға ҡасан инәбеҙ?
- 28 февралдә, ҡояш байығас, Рамаҙан айы башлана. Кистән Рамаҙан айының ураҙаһын тотам тип ниәтләп ятабыҙ һәм 1 мартта иртән ураҙаға инәбеҙ. Сәхәр ваҡыты 6 сәғәт 06 минутта (ҡояш ҡалҡҡан ваҡытҡа тиклем 2 сәғәт алда) сыға, шуға тиклем сәхәр ашауҙы тамамларға кәрәк. Ҡояш байыу менән (18 сәғәт 53 минутта) ауыҙ асырға мөмкин, ҡараңғы төшкәнде көтөп торорға кәрәкмәй.
- Ураҙаны кемдәр тоторға тейеш?
- Ураҙа бәлиғ йәшкә еткән (14 йәштән мөмкин), үҙ аҡылында, сәләмәт булған мосолмандарға фарыз ғәмәл. Ауырыған, сәфәрҙә булған кешегә ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Ләкин ул ошо сәбәптәр бөткәндән һуң башҡа көндө тотоп ҡуйырға тейеш була. Ҡатын-ҡыҙ күрем ваҡытында ураҙа тота алмай. Тотһа, дөрөҫ булмай. Шул көндәре өсөн башҡа ваҡытта ҡаза ҡыла. Бала имеҙгән йәки ауырлы ҡатындар, балаһына зыян килеүҙән ҡурҡһа, ураҙа тотмаһа була. Балаһын тапҡас, имеҙеүҙән туҡтағас, ҡазаһын ҡайтара. Хәле бөткән ҡарт әбей-бабайҙарға ла ураҙа тотмаҫҡа мөмкин. Әлбиттә, ураҙа тотоу - иң сауаплыһы. Ләкин ауырыу йәки һанап үтелгән башҡа сәбәптәр арҡаһында тота алмаһалар, улар фидийә саҙаҡаһын түләй, йәғни кешене саҡырып ауыҙ астырып, йә ифтарға ризыҡ биреп, үҙенең өҫтөнән йөктө төшөрә алалар. Фидийә саҙаҡаһын мәсеткә аҡсалата биреү ҙә дөрөҫ. Ул мәсеттәрҙә ауыҙ астырыуҙа ҡулланыла. Аллаһ рәсүле: ”Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, - тигән.
- Әгәр кеше намаҙҙа булмаһа, доғаларҙы белмәһә, ауыҙ асҡанда һәм сәхәр ашағанда нимә тип әйтергә кәрәк?
- Иң мөһиме – ниәт. Кистән ураҙа тоторға ниәтләп йоҡларға ятабыҙ һәм иртән сәхәр ашап, ураҙаға инәбеҙ. Ғәрәпсә уҡыу мотлаҡ түгел. Доға белмәһәгеҙ, сәхәр булһынмы, ғөмүмән, ризыҡ ашар алдынан “Бисмилла”, тибеҙ. Ашап бөткәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” (“Ашатты, эсерҙе һәм мосолмандарҙан ҡылды” тигәнде аңлата) тибеҙ, шул етә.
Ауыҙ асҡан ваҡытта доғалар ҡабул була. Доғала Аллаһтан ураҙаның сауабын, йәннәтте һорайбыҙ, йәһәннәмдән һаҡлауын, балаларыбыҙҙың тәүфиғын, үҙебеҙҙең, ғаиләбеҙҙең, туғандарыбыҙҙың сәләмәтлеген, илебеҙҙең тыныслығын, Аллаһтың киң рәхимлеген теләйбеҙ.
- Сәхәр ашамаған кешенең ураҙаһы дөрөҫмө?
- Ураҙа тоторға ниәтләгән кеше таң атҡансыға тиклем ашамай һәм сәхәрһеҙ ураҙа тота икән, уның ураҙаһы дөрөҫ була, ләкин бәрәкәте булмай. Сөнки ул Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенә ингән бер ғәмәлде эшләмәйсә ҡалдыра. Пәйғәмбәребеҙ: “Сәхәрҙә бәрәкәт бар”, - тигән.
- Ризыҡ тәмләһәң ураҙа боҙоламы?
- Юҡ, әгәр онотолоп китеп ризыҡ тәмләһәң йә һыу эсһәң, ураҙа боҙолмай. Кешенең иҫенә төшкәс тә ул туҡтарға тейеш. Шулай уҡ ураҙалағы кеше онотолоп ашап ултырһа, әгәр йәш кеше булһа, уның иҫенә төшөрөргә кәрәк. Оло кеше булһа, өндәшмәгеҙ тип яҙыла Ҡөрьәндә.
- Рамаҙан айында ауылдарҙа ифтар мәжлестәре үткәрелә, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа был матур йолаға әйләнеп китте.
- Эйе, халҡыбыҙ ураҙалар тота, мәсеттәргә ифтар мәжлестәренә йыйыла. Ураҙа тотҡан кешене ашатыу-эсереү бик сауаплы. Ураҙа тоторға мөмкинлеге булмағандар ифтар мәжлестәре үткәреп, үҙҙәренә сауап ала. Был юлы шундай матур йолалар дауам итер, тип ышанам.
- Мәжлес тураһында һүҙ сыҡҡас, хәләл һәм харам ризыҡтар тураһында һорап китмәй булдыра алмайым.
- Ураҙала ғына түгел, һәр көн мосолмандарға хәләл ризыҡ ашарға кәңәш ителә. Хәләл күбеһенсә ит рызыҡтарына ҡағыла. Тауыҡ, ҡаҙ, һарыҡ, һыйыр, йылҡы малы “Бисмилла” тип салынһа, ул ризыҡ хәләл тип иҫәпләнә. Магазиндарҙа уның махсус билдәһе бар, шуға иғтибар итергә кәрәк. Ярымфабрикаттарҙа йәки башҡа ит ризыҡтарында мосолман тип яҙылғандары осрай. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: мосолман тип яҙылғанының һәр береһе хәләл булмаҫҡа мөмкин. Күп етештереүселәр һыйыр, һарыҡ малы икән, тимәк, ул хәләл тип яңылыша.
- Ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарға тырнаҡ буярға, косметик саралар ҡулланырға яраймы?
-Тырнаҡ буяу, уны үҫтереү намаҙ уҡығанда ярамай. Лаклы йә үҫтерелгән тырнаҡ тәһәрәт алғанда һыуҙы үткәрмәй һәм тәһәрәт дөрөҫ булмай. Ә ураҙа тотоуға тырнаҡ буяу зыян итмәй.
- Район халҡына теләктәрегеҙ.
- Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙың да ураҙаларын, уҡыған намаҙҙарҙы, ҡылған изгелектәрҙе ҡабул итһен, имандарыбыҙҙы нығытһын. Ураҙа айында барыбыҙ ҙа доғала булайыҡ, ил-көндәребеҙ тыныс, тормоштарыбыҙ бәрәкәтле булһын.
- Аминь! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.