“Сүриәләге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби туғанлыҡ өсөн”, II дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Кавказдағы хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Бәхетле бала һәм үҫмер саҡтарының иң яҡты хәтирәләре беҙҙең район менән бәйле. Йәйге каникулдарҙа Оло Эйектә һыу инеү, балыҡ тотоу, ауыл малайҙары менән футбол уйнау, олатаһы менән көтөү көтөү, бесән әҙерләү, өләсәһенең тәмле-татлы бәлештәре менән һыйланыу, кис көнө йылға буйында усаҡ яғып, дуҫтар менән күңел асыу кеүек матур күренештәр күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡалған.
Украиналағы махсус хәрби операция барышын күҙ алдына килтереү өсөн уға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирмәй булдыра алманыҡ.
Һуғыш араһында ял эләгәме? Ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
- Эйе. Бер ай алғы һыҙыҡта булғандан һуң ғәҙәттә бер аҙна ял бирелә. Ул саҡта ҡаланан йыраҡ түгел ерҙә урынлашҡан блиндаждарҙа, бунгалдарҙа йәшәйбеҙ. Мунса ла бар. Алғы һыҙыҡта булғанда инде окоптарҙа көн итәбеҙ.
- Иң тетрәндергәне нимә?
- Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, тиҙәр. Әммә хеҙмәттәштәремде юғалтыу йөрәктә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдыра.
Ҡаршы яҡтың аяуһыҙлығы тетрәндерә. Уларҙа йәлләү тойғоһо юҡ. Тыныс тормош менән йәшәп ятҡан кешеләрҙе һис аямауҙары, улар йәшәгән йорттарҙы ер менән тигеҙләүҙәре күңелдә ауыр тәьҫораттар уята.
- Әлеге мәлдә оҙайлы ялға ҡайтҡанһың. Бындай ял йыш эләгәме?
- Ярты йыл һайын 15 көн отпуск бирелә. Әммә һуғыш ваҡытында төрлө хәлдәр була, шуға 8 айға бер ҡайтҡан саҡ та булды.
- Уҙған йыл һине яраланған тигәйнеләр...
- Эйе, йәй көнө дрон шартлау арҡаһында һул аяғым менән ҡулым йәрәхәтләнде. Госпиталдә дауаланһам да, тәнемдәге барлыҡ ярсыҡтарҙы ла ала алманылар. Һуғыш булғас, ундай ғына хәлдәр була инде... Иң мөһиме ҡабат аяҡҡа баҫып, үҙебеҙҙекеләр янына ҡайттым.
- Һеҙгә үлем менән көн дә тигәндәй күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Ҡурҡыу тойғоһо бармы?
- Бер кем дә ҡурҡмай тип әйтһәм, алдау булыр ине. Ғөмүмән, ҡурҡыу насар күренеш түгел, тип иҫәпләйем. Был тойғо хәлде тейешенсә баһаларға, анализларға һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә, хәүефле шарттарҙа иҫән ҡалырға ярҙам итә.
...Оҙайлы ял тип аталһа ла, уныңың һанаулы ғына көндәрҙән торған отпускыһы аҙағына ла яҡынлашып килә. Алыҫ юлға сығыр алдынан беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡан өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уға һәм башҡа яугирҙарыбыҙға тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.