Мәҫәлән, Ҡаран ауылында йәшәүсе, төрлө объекттар төҙөлөшөндә кран машинисы булып эшләгән 71 йәшлек Ғәлиә Исхаҡова ла шулай тип иҫәпләй. Ул даими рәүештә үҙ фельдшерына, башҡа белгестәргә лә мөрәжәғәт итә.
- Тикшереүҙәр тураһында алдан иҫкәртеп, саҡырып тороусы, кәрәкле дарыуҙар алып ҡайтыусы, анализдарға ебәреүсе, прививкаларҙы ваҡытында эшләүсе фельдшерыбыҙ Дилара Дәүләтбаеваға бик рәхмәтлебеҙ. Олоғайғас, ауырымай тормайһың, шуға күрә ваҡытында дауаланыу кәрәк, - ти ул.
Сапыҡ ауылында йәшәүсе, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, 64 йәшлек Тәлғәт Хәсәнов та шулай уйлай:
- Йәш саҡта эш менән организмдың сигналдарына бик иғтибар итмәйһең. Ә хәҙер, өлкәнәйгәс, ауыртыуҙарға иғтибар итергә, табиптарҙа тикшеренеп торорға кәрәк. Район дауаханаһына йыш мөрәжәғәт итәбеҙ, бер юлы диспансеризация үтәбеҙ. Өлкән йәштә булһам да спорт менән шөғөлләнергә тырышам, саңғыла, велосипедта йөрөйөм, волейбол уйнайым, ҡатыным менән саф һауаға ла сығабыҙ. Шөкөр, беҙҙең менән бер уйҙа булғандар күп. Яҡты донъяға тыуғас, оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерге, иң мөһиме, һау-сәләмәт булғы килә, - ти хаҡлы ялдағы.
- Ысынлап та, йыл һайын профилактик сараларҙы үтеп тороу бик мөһим, улар сирҙәрҙе башланып торған сағында асыҡларға һәм шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәрен ваҡытында дауаларға ярҙам итә. Шәкәр диабетын ваҡытында асыҡлау, мәҫәлән, бөйөр, күҙҙәр һәм нервы системаһының зарарланыуын кисектерергә ярҙам итә.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһында иҫкәртеү сараларына ҙур иғтибар бирелә. Учреждениела диспансеризация үтеү һәм профилактик тикшереү үтеү өсөн бөтә шарттар бар, - ти медицина профилактикаһы кабинеты шәфҡәт туташы Айгөл Әхмәрова. – Был өлкәлә ҙур үҙгәрештәр булманы. 18-ҙән 39 йәшкәсә граждандар уны өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән уҙғандар йыл һайын үтергә тейеш. Был категорияға инмәгән йәштәр профилактик тикшереү үтәләр. Шулай уҡ һәр айҙың бер шәмбеһендә профилактик саралар уҙғарыу ойошторолған, был эшләүсе халыҡ өсөн уңайлы.
Әйткәндәй, диспансеризацияны поликлиникала ғына түгел, ә фельдшер-акушерлыҡ пунктарында, табип амбулаторияларында, бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған күсмә ФАП-тарҙа үтергә мөмкин.Күсмә ФАП-тың килеүе тураһында медицина хеҙмәткәре иҫкәртергә тейеш.Бындай ФАП-тар дауалау учреждениелары булмаған ауылдарға сыға. Пациенттарға район үҙәгенә килеп тороу кәрәкмәй ҙә. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының 129-сы бүлмәһенә, йәшәгән урын буйынса участка терапевтына, фельдшерға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уҙған йыл диспансеризация үтә алмаһағыҙ, уны ағымдағы йылда эшләп ҡуйырға була. Диспансеризация үтергә теләүселәр арта бара, халыҡтың күбеһе был сараға яуаплы ҡарай, - тип билдәләне Айгөл Радик ҡыҙы.
Уның һүҙҙәре буйынса диспансеризацияның тәүге этабы граждандарҙа хроник сирҙәрҙе асыҡлауға, ә икенсеһе – белгес тарафынан диагнозды дөрөҫләү өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр үтеүгә йүнәлтелгән.
- Диспансеризация, төплө диспансеризация һәм профилактик медицина тикшереүе нимәһе менән айырыла? – тип һорайбыҙ белгестән.
- Профилактик медицина тикшереүе – 40 йәшкә тиклемге йәш категорияһының ҡайһы берҙәренә һаулыҡ төркөмөн билдәләү, сирҙәрҙе асыҡлау өсөн үткәрелгән база тикшереүе.
Диспансеризация – профилактик медицина тикшереүен һәм өҫтәмә ысулдар ингән саралар комплексы, иң тәүге сиратта - ул онкологик скрининг.
Төплө диспансеризация профилактик медицина тикшереүенә йәки диспансеризацияға өҫтәмә рәүештә уҙғарылған саралар комплексы, ул ике этаптан тора, - тине Айгөл Әхмәрова.
Өҫтә әйтелгәндәргә өҫтәп шуны ла әйтергә була, был эш Башҡортостандың стационар учреждениеларында ғына алып барылмай, күсмә сәләмлек үҙәктәре бөтә муниципаль райондарҙы үҙ эсенә алды һәм һуңғы йылдарҙа йөҙләгән кешене тикшерҙе. Шулай уҡ “Тормошҡа табан 100 аҙым”, “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” һәм башҡа акциялар уҙғарыла. 2023 йылда “Шәкәр диабеты менән көрәш” төбәк проекты раҫланды, уың сиктәрендә Республика эндокринология үҙәге һәм мәктәбе барлыҡҡа килде. Табиптар өсөн квалификацияһын күтәреү программалары һәм был сирҙе асыҡлау өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү программалары эшләнгән.
Рауил ХАЛФИН,
РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:
“Иң тәүҙә иғтибар ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына – поликлиникаларға, фельдшер-акушерлыҡ пукттарына, ауыл-табип амбулаторияларына йүнәлтелде. Республиканың ҙур территорияһын һәм ауыл халҡының мөһим өлөшөн иҫәпкә алып, ул үҙен аҡланы. Медицина ярҙамын һәр кем ала алыуы мөһим аспект булып тора”.