Ул Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһында тыуа. Әсәһе тыуған яғына ҡайтып төпләнеү сәбәпле, уның сабый һәм үҫмер сағы Бикбулат ауылында үтә. Күпселек ауыл малайҙары, тиҫтерҙәре кеүек үк бәләкәстән эшкә һәм тормошҡа әрһеҙ була. Ярһыу ағымлы Эйек йылғаһында һыу ҡойоноп, бесән сабып, утын әҙерләп, ауыл эше менән нығынып буй еткерә ул.
Бикбулат урта мәктәбен тамамлағас, ысын ир-егеттәр һөнәрен һайлай. 90-сы һөнәрселек лицейында (хәҙер - Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалы) водитель, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә.
Яҙмабыҙ геройының Ҡораллы көстәр сафына баҫыуы (2008-2009) нәҡ хәрби хеҙмәт бер йылға ҡалдырылған осорға тура килә. Тик ярты йыл Ырымбур өлкәһендә, артабан Подмосковьела һауа көстәре оборонаһы ғәскәрендә хеҙмәт итеүе яҡташыбыҙ өсөн ысын ир-егетлек мәктәбе ролен уйнап, киләсәктә, илебеҙ сиктәренә хәүеф янаған мәлдә тәүәккәлләп, йәнә Ватан һағына баҫыр өсөн нигеҙ һала ла инде.
Армиянан һуң көс-ғәйрәте ташып торған таһыллы егет ярты йыл “Агроснаб” йәмғиәтендә водитель булып эшләй, артабан Себер тарафтарын ҡыҙыра. Һөнәрле үлмәҫ тигәндәй, техникаға ла, иретеп йәбештереү эштәренә лә әүәҫ булыуы уға бер ҡасан да эшһеҙ тормаҫҡа, был тормошта үҙен ышаныслы тоторға ярҙам итә.
Махсус хәрби операция башланып мобилизация иғлан ителгәс, типһә тимер өҙөрҙәй егет ҡулына повестка килтереп тотторғандарын көтөп ята алмай. Йөрәге түҙмәйенсә һәм намыҫы ҡушыуы буйынса урындағы хәрби комиссариатҡа юллана. Ә 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилизацияға эләккәндәрҙең икенсе “потогы” менән алыҫ юлға ҡуҙғала. Шулай итеп, “Балу” позывнойлы яҡташыбыҙ шунан бирле хәрби хеҙмәтен ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. 2024 йылдың 13 авгусында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөргә йөрьәт итә.
- Сер булмаһа, төп эшең ниҙән ғибарәт? Контракт хеҙмәтең ниндәй өлкәлә үтә? – тип ҡыҙыҡһынған һорауымды бирергә ашығам “Балу”ға.
- Мин бәйләнеш, разведчиктар төркөмдәре водителе. Беҙҙең танктарға ҡаршы дивизион Запорожье йүнәлешендә эшләй. Хәрби техниканы оҙатып барыу, шартлаған техниканы тыныс ергә сығарыу кеүек төп бурысыбыҙҙан тыш, әлбиттә, техниканы ремонтлайбыҙ, уның төҙөклөгө өсөн яуап бирәбеҙ. Кәрәккәндә хатта үҙеңдең аҡсаңды ла йәлләмәйһең... Һөҙөмтәле эш өсөн бер ни йәл түгел.
- Ә йәшәү шарттары нисегерәк? Түҙерлекме?
- Унда һәр кем үҙе йәшәр өсөн шарттар тыуҙыра. Беҙ ҙә үҙебеҙ төҙөгән блиндажда йәшәйбеҙ. Кәрәк-яраҡ, материалдар менән тәьмин итергә ярҙам иткән яҡташыбыҙ, Ишембай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул даими хәлде белешеп, һаман ярҙам итеп тора.
- Ябай булмаған шарттарҙа ғәҙәттә кешенең асылы беленә, ә һиңә махсус хәрби операция йоғонто яһанымы?
- Был һынаулы осор беҙҙе берләштерҙе, тағы ла сыныҡтырҙы тип әйтә алам. Иң мөһиме – һәр нәмәгә әҙер булырға һәм ғаиләңде, яҡындарыңды ҡәҙерләргә, хөрмәт итергә өйрәтте.
- Отпускығыҙ ике аҙна ғына, шикелле. Ял итеп өлгөрә алдыңмы?
- Эйе, юлға киткән ваҡытты алып ташлаһаң, ике аҙна ялың ҡала. Йылы өйҙән беренсегә ҡырға сыҡҡандарға юлға әҙерләнеүе лә, блиндаж тормошона, икенсе мөхиткә өйрәнеп китеүе лә ауыр. Мин вахтала күп йөрөгәс, нисектер алыҫ юлға ла, төрлө шарттарға ла тиҙ күнәм. Аллаға шөкөр, ял итергә лә ваҡыт етте, кире юлға сығырға әҙермен.
Физик яҡтан ғына түгел, ҡырағай хәрби тормошта рухи яҡтан үҫешкән яугир егетебеҙ үҙенә аҡ теләктәр теләп яныусы әсәһенә, туғандарына, һөйөклөһө – күрше райондың Яҡшембәт ауылы һылыуына, “атай” тип өҙөлөп көтөп тороусы сәскәләй ҡыҙына, киләсәктә терәге буласаҡ ғәзиз улына мең рәхмәтле. Ватан һаҡсылары көнө уңайынан уҙғарылған тантанала ҡатнашыу, яҡташтарының оло хөрмәтен тойоу ҙа һалдат йөрәген йылытҡан.
“Балу”ҡыҫҡа ваҡытлы ялына ҡайтып киткәс, ул хеҙмәт иткән дивизиондың батыр һалдаттарына илебеҙ мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлағаны, алғы һыҙыҡтағыларҙы төҙөк, хәүефһеҙ хәрби техника менән тәьмин иткәне өсөн “Георгий тәреһе” отличие билдәһен (орденын?) тапшырғандар. Иң күркәм ир-егетлек сифаттарына эйә яҡташыбыҙҙы ла юғары награда, үҙе әйткәнсә – “блиндажда, карауатында көтөп ята”. Алтын ҡулдары, тынғыһыҙ ауыр хеҙмәте, техникаға әүәҫлеге ярҙамында күпме яугир ғүмерен һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн тос индереүсе “Балу”ға алда күпме тир түгәһе, бил бөгәһе бар әле. Бары тик йөрөгән юлдары имен, яҡындарының изге доғалары үҙенә һәр саҡ юлдаш булһын!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Гөлнәзирә Кинйәбаева, Бикбулат ауылы китапханаһы мөдире:
- Беҙ ауылдашыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Батыр егет. Иҫән-һау йөрөһөн, һаулыҡ-таҙалыҡ теләйем. Тиҙерәк ерҙә тыныслыҡ урынлашһын, матур, имен илдә йәшәргә насип булһын беҙгә.