Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2025, 10:55

Фронт юлдарынан – “полуторка”ла

 Атайыбыҙ Моратов Йыһангир Ғизетдин улы немец илбаҫарҙарын да, япон самурайҙарын да ҡыйратҡан.

 Ул Йылайыр районының Суйынсы-Супан ауылында 1914 йылдың 29 февралендә тыуған. Бер нисә йыл үткәс, ата-әсәһе Күгәрсен районының 2-се Дәүләтҡол ауылына килеп урынлаша. Үҫә төшкәс, 4-се класты тамамлағас, Йыһангир шул ауылда “Пятилетка” колхозында эшләй башлай. Үҙенең хеҙмәт бурыстарына намыҫлы ҡараған, алдынғы колхозсы исеменә лайыҡ булған Йыһангирҙы колхоз етәкселеге кәңәшләшеп, район үҙәге Мораҡҡа шоферҙар курсына ебәрә. Атайыбыҙ ул курстарҙы уҡып бөтөрөүе була, бөтә курсанттарҙы Хөкүмәт ҡарары менән Йылайыр районының Йылайыр иген совхозында урынлашҡан автоколоннаға ебәрәләр. Унда өс йыл эшләй, 1936 йылдың июлендә әрмегә алына, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. 1938 йылда хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайта һәм “Пятилетка” колхозында “полуторка” машинаһында шофер булып хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә.

 1939 йылда атайыбыҙ Хәтирә исемле Күгәрсен ауылы ҡыҙына өйләнә. Әсәйебеҙ ҙә комсомол, активист була. Уҡыу өйөндә мөдир булып эшләй, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, үҙешмәкәрҙәр ҡуйған концерттарҙа әүҙем ҡатнаша, ул бик матур йырлай торғайны, айырыуса “Рәйхан”, “Ғәлиябаныу”, “Һыу буйлап” кеүек татар халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы. Атайыбыҙҙы ла Күгәрсен ауылы халҡы бик ярата, ололар ҙа, йәштәр ҙә хөрмәт итә.

 Дәртләнеп, ең һыҙғанып ҡына донъя көтә башлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 22 июндә атайыбыҙға повестка килә һәм шул уҡ көндө ул үҙе йөрөгән “полуторка”ға призывниктарҙы ултыртып, фронтҡа китә. Әсәйебеҙ 1 йәшлек улы Сулпан менән оҙатып ҡала. Ә мин ул ваҡытта ҡарынында ғына булғанмын.

 Һуғыш ваҡытында әсәйебеҙ ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. Ул беҙҙе лә йыш ҡына үҙе менән кибеткә алып бара ине. Ауылдаштар кибеткә килеп инеү менән беҙ прилавка аҫтына ҡаса инек. Һуңғараҡ ауыл халҡы беҙгә “лавка бәпестәре” тигән исем ҡушҡан. Әсәйебеҙ тегеү эшенә лә оҫта булды: салбар, күлдәк, фуражканы үҙе текте, ауылдаштарына ла тегеп бирә торғайны.

 Атайыбыҙ үҙенең “полуторка” машинаһы менән Белоруссия фронтында һуғыш ҡоралдары ташығанда бомбардировкаға эләгә һәм ҡаты яралана. Нисә йылдар буйы шул машинала эшләгәс, уға “полуторка”һын юғалтыу бик ауыр була. “Шул ҡәҙәр “полуторка”мды йәлләнем,” – тип һөйләй торғайны ул.

 Ворошиловградта госпиталдә ятҡандан һуң, 1-се Украина, Ленинград фронттарында хеҙмәт итә. Унда трофейный машиналарҙы ремонтлап, фронтҡа оҙата. Ә һуңыраҡ “Опель” маркалы машинала командирын йөрөтә. Һуғышта ул икенсегә яралана, утҡа бешә, ләкин яралары ауыр тип иҫәпләмәй һәм часта дауалана.

 Атайыбыҙ һуғышты Кенигсберг ҡалаһында тамамлай. Шулай ҙа тиҙ арала тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Ул хеҙмәт иткән 434-се автопаркты  Алыҫ Көнсығышҡа, япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрәләр. Атайыбыҙ командирын йөрөтә.

 Япондар менән һуғыш тамамланғас, 1946 йылдың ғинуарында ғына атайыбыҙ тыуған яҡтарына ҡайта. Һуғыштағы батырлығы, ҡыйыулығы өсөн Йыһангир Моратов Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендарына, 10 миҙалға лайыҡ була.

 Ҡайтҡас та шофер эшен ташламай ,Сталин исемендәге колхозда “полуторка” машинаһын йөрөтә. 1962 йылда колхоздар берләштерелә һәм “Октябрь” совхозы төҙөлә. Унда ла атайыбыҙ шофер булып эшләй. 13 йыл эшләп, 1974 йылда хаҡлы ялға сыға. Атайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡас, “Октябрь” совхозының 80 машиналы автопаркы етемһерәп ҡала. Атайыбыҙ - хеҙмәт ветераны, эш стажы – 46 йыл.

 Беҙ ғаиләлә 6 бала үҫтек: 4 малай һәм 2 ҡыҙ. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙҙы ла уҡытып, эшкә өйрәтеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Өлкән улдары Сулпан Өфөлә йәшәй, 11-се, һуңынан 4-се мәктәптә 30 йыл директор булып эшләне, ул - хеҙмәт ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Өфө ҡалаһы Ленин районының атҡаҙанған педагогы. Ғәли - отставкалағы полковник. Ҡыҙҙары Нәфиға - юғары белемле физика-математика уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны. Әлфиә ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаны, фельдшер, шулай уҡ хеҙмәт ветераны.

 Ҡармарлы тормош юлы үтеп, Күгәрсен ауылынан Кенигсберг ҡалаһына тиклем барып етеп, унан һуң япон самурайҙарын да ҡыйратып ҡайтҡан атайыбыҙ беҙгә оло үрнәк булып тора. Уны сикһеҙ һағынабыҙ, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас