Күптән инде матур йолаға әйләнгән сараға килеүселәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин, ярыштың баш судьяһы, район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Алина Лысенко тәбрикләне, район мәҙәниәт һарайы артистарының дәртле флешмобы һәм Фәрүәз Миңлебаевтың йыры йыйылыусыларҙың күңелдәрен күтәрҙе.
Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Призлы урындарға физик яҡтан әҙерлеге яҡшы булғандар ғына өлгәште.
Шулай итеп, ауыл биләмәләре араһында 1-се урынды Теләүембәт, 2-се урынды Ялсы, Мораҡ, 3-сө урынды Урал ауыл биләмәләре яуланы.
Ойошма, предприятие, учреждениелар араһында мәҙәниәт бүлеге һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы – икенсе, М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы өсөнсө урын алды.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары араһында З.Биишева исемендәге Мораҡ мәктәбе, Үрге Сирбай мәктәбе пьедесталға менһә, урта мәктәп уҡыусылары араһында М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһы – 1-се, Бөрйән районың Ырғыҙлы мәктәбе – 2-се, Исем мәктәбе 3-сө булды.
Быйыл тәүге тапҡыр эстафета уҙғарылды, был төрҙә лә гимназистарға етеүсе булманы, Ырғыҙлы уҡыусылары – икенсе, Исем уҡыусылары – өсөнсө.
Ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы исеменә Бикбулаттан Миңзаһир Кашаф улы Алдашев (уға ярыш уҙған көн 88 йәш тулды!) һәм Мораҡтан Арыҫланбаева Светлана Баян ҡыҙы (78 йәш!) лайыҡ булды. Әйткәндәй, Миңзаһир Кашаф улына сараның иң почетлы ҡатнашыусы булараҡ рәхмәт хаты ла тапшырылды. Туғыҙынсы, һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуғанда ла саңғы ярыштарынан бер ҙә ситтә ҡалмаған, гөрләтеп донъялар көткән өлкән быуын вәкилдәренә афариндан башҡа һүҙ юҡ! Ярыштың иң йәш ҡатнашыусылары тип 2 йәшлек Эмир һәм Әмин Дауытовтар танылды.
Шәхси беренселектә иһә еңеүселәр исеменә түбәндәгеләр лайыҡ булды:
*Алтынай Мырҙабулатова(“Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы), Элина Хәмиҙуллина(Тәүәкән), Йәсминә Аҡназарова (“Уралҡай”); Мирсәлим Низамов (Мәҡсүт), Алмаз Шәһәров(“Күгәрсенкәй”), Святослав Ростовцев (6 йәш һәм унан кескәйҙәр).
*Лилиә Ишмөхәмәтова(З.Биишева исемендәге мәктәп), Светлана Адмаева (Воскресенск), Самира Табулдина (Мораҡ 1-се мәктәбе); Данис Вәлитов (З.Биишева исемендәге мәктәп), Тимур Мәүлетҡолов (гимназия), Артур Салдайкин (Мәҡсүт), (7-8 йәшлектәр).
*Василиса Андрюшина , Наҙгөл Сәғитова (Йомағужа 2-се мәктәп), Аделина Усарова (Яңы Петровка); Йәлил Ғәбитов (Мораҡ 1-се мәктәп), Рамаҙан Мысырғәлин, Ансар Акимбаев ( гимназия), (9-10 йәшлектәр).
*Дарья Симонова(Ырғыҙлы), Камила Тимербулатова, Злата Явнина (Йомағужа 2-се мәктәп); Алмаз Лоҡманов (гимназия), Данил Уразаев (Исем), Дмитрий Сарапкин (гимназия) (11-12 йәшлектәр).
*Ангелина Ишмөхәмәтова (Йомағужа 2-се мәктәп), Камила Фәттәхова(Бикбулат), Лилиә Ваһапова (гимназия); Фидан Ғилманов (Ырғыҙлы), Айҙар Әхмәров (Мораҡ 1-се мәктәп), Фидәил Ғәликәев (Исем), (13-14 йәшлектәр).
*Диана Имелбаева (Мораҡ 1-се мәктәп), Гөлдәриә Зыянбаева (Йомағужа 2-се мәктәп), Алена Сәлимйәнова (Йомағужа 1-се мәктәп); Данис Сәйфуллин (гимназия), Денис Уразаев (Исем), Илшат Сәйфуллин (Ырғыҙлы), (15-16 йәшлектәр).
*Валентина Ростова (Мәҡсүт), Вероника Харламова; Дамир Яҡупов, Динислам Соловьев (Исем), Ғәләүетдин Низамов (гимназия), (17-18 йәшлектәр).
*19-29 йәшлектәр араһында Әлиә Ташбулатова (гимназия) менән Артур Мәзитов (спорт мәктәбе) 1-се булһа, Юлдаш Киленбаев (Урал ауыл биләмәһе) 2-се урында.
*Артур Ямалетдинов һәм Артур Шаев - 1-се (Мораҡ), Фәнир Ҡаҙарғолов - 2-се (Урал); Гөлдәр Ғөбәйҙуллина (мәҙәниәт), Фаянур Акимбаева, Венера Ҡаҙарғолова (Урал), (30-39 йәшлектәр).
*Сильвия Айытова (Мораҡ), Алина Великая, Гөлнара Фазлаева (Теләүембәт); Ришат Әминев (Хоҙайбирҙин), Илдар Аҡназаров (гимназия), Вәсим Кинйәбаев (Мораҡ), (40-49 йәшлектәр).
*Гүзәл Ҡотлобаева, Зәйтүнә Әбдрәшитова (мәҙәниәт), Наилә Баһауетдинова (Мораҡ); Рефат Килсенбаев (Йомағужа), Валерий Сергеев (спорт мәктәбе), Илгиз Сәғитов (Мәҡсүт), (50-59 йәшлектәр).
*Рәисә Һөйөшева, Наилә Асҡарова (дауахана), Зәүрә Йомағужина (Ялсы); Виктор Максаков (спорт мәктәбе), Валерий Вачуков (Йомағужа), Әмир Хәмитов (Ялсы), (60-69 йәшлектәр).
*Светлана Арыҫланбаева (дауахана), Кәримә Ситдиҡова, Фәһимә Ситдиҡова (Ялсы); Рәил Нутфуллин, Фәнил Аҡберҙин (Теләүембәт), Анатолий Петров (Иртөбәк), (70 йәш һәм унан өлкәндәр).
*Физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында Любовь Яцук менән Рөстәм Сураков – 1-се, Гөлшат Киленбаева – 2-се, Айгөл Шәмсиева менән Гөлмирә Якиева 3-сө урын алды.
Еңеүселәргә кубоктар, миҙал һәм дипломдар тапшырылды.
Ярыштан һуң барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ДОСААФ ойошмаһынының урындағы бүлексәһе эҫе сәй, бутҡа менән һыйланы, һәр кескәй ҡатнашыусыға йомшаҡ уйынсыҡтар һәм ҡатнашыусы сертификаты тапшырылды, балаларға аквагрим эшләтеү мөмкинлеге бирелде.
Саңғы, спорт менән дуҫ, гел хәрәкәттә булғандарға афарин, тибеҙ!