Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2025, 04:25

Районда яңы музей асылды

 Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Уҙғандар хаҡындағы хәтирәләрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән музейҙар бик ҙур әһәмиәткә эйә.  Ошо көндәрҙә районда  яңы музей асылды.

Районда яңы музей асылдыРайонда яңы музей асылды
Районда яңы музей асылды

Ошо көндәрҙә Сапыҡ мәктәбендә яңы музей асылды. Унда ауыл тарихына ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы материалдар тупланған. Төрлө-төрлө экспонаттар халҡыбыҙҙың уҙғанын сағылдыра.

 Музей, ысынлап та, бик бай. Сапыҡтар экспонаттарҙы туплау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән.

Әйткәндәй, музей тулыланыу өҫтөндә – теләге булған һәр кем үҙҙәрендә булған тарихи яҡтан әһәмиәтле әйберҙәр, документтар һәм башҡалар менән уртаҡлаша ала.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас