Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2025, 09:50

Күркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәм

Тәжрибәле белгес, намыҫлы медицина хеҙмәткәре генә түгел, мөләйем йөҙлө һәм изге күңелле ифрат күркәм кеше лә ул. Нәҡ кешеләргә иғтибарлы булыуы, үҙ эшенә ифрат яуаплы ҡарауы, ябайлығы һәм ихласлығы менән дә тирә-яҡтың ихтирамын яулап алды.  Һүҙебеҙ 2012 йылдан башлап Мораҡ үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын тикшереү кабинетында акушер булып эшләүсе Лариса Абдуллина хаҡында.  Һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тороусы аҡ халатлы күптән инде гүзәл заттарҙың яҡын серҙәшенә, яҡшы кәңәшсеһенә әүерелде, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ...

Күркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәмКүркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәм
Күркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәм

 Ул эшкә егәрле, тормошҡа сәмле халҡы менән дан тотҡан йәмле Күгәрсен ауылында 1991 йылдың 5 октябрендә яҡты донъяға килгән. Әсәһе Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы һөнәре буйынса бухгалтер. Күгәрсен ауылында йәшәгән мәлдә “райпо” магазинында эшләй, район үҙәгенә йәшәргә күскәс тиҫтә йылдан артыҡ Мораҡ үҙәк район дауаханаһында санитар, әлеге ваҡытта “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында ашнаҡсы ярҙамсыһы эшен намыҫ менән башҡара. Атаһы Айҙар Сәхиулла улы Хәмиҙуллин оҙаҡ йылдар “Октябрь” совхозында тракторист булып эшләй, яҙын ерҙе сәсеүлеккә әҙерләүгә, йәйен-көҙөн мул уңыш йыйып алыуға заманында үҙ өлөшөн тос индерә. Мораҡ ауылында төпләнгәс, тәүҙә элемтә үҙәгендә, аҙаҡ тиҫтә йылдан артыҡ юл төҙөү-ремонтлау идаралығында намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡындарын мәңгелек һағыш утына һалып яҡты донъяларҙан бик иртә китте. Бергә эшләгән коллегалары хәтеренә ул ныҡ елкәле, алтын ҡуллы, аралашыусан уҙаман булараҡ уйылып ҡалды.

 Лариса Айҙар ҡыҙының бәхетле бала һәм үҫмер сағы Күгәрсен ауылында һөйөклө өләсәһе һәм олатаһының йөрәк наҙына сорналып үтә. Бәләкәстән белемгә әүәҫ ҡыҙ ҡул араһына ла бик иртә инеп, ҡәҙерле кешеләренә ярҙамсы булып үҫә.

- Беренсе уҡытыусыбыҙ Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы уҡырға-яҙырға ғына өйрәтмәне, иң тәүге тормош һабаҡтарын да бирҙе. Талапсан, изге күңелле уҡытыусыбыҙ ярҙамында класыбыҙ ҙа берҙәм булды. Класташтар минең өсөн һаман да яҡын дуҫтар булып ҡала, бер-беребеҙ менән даими аралашып торабыҙ, - тип Күгәрсен урта мәктәбендә уҡыған йылдарына бәйле йөрәк түрендә һаҡланған йылы хис-тойғолары менән бүлеште яҙмабыҙ геройы.  

 2004 йылда ата-әсәһе район үҙәгенә йәшәргә күскәс тә, бар булмышы менән Күгәрсен ауылына береккән Лариса яратҡан мәктәбен, класташтарын ташламай. Алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, бөхтәлекте һәм хеҙмәтте яратҡан өләсәһе һәм олатаһы – Роза менән Фәрхетдин Ваһаповтарҙа йәшәп, ҡәҙерлеләренән күңел йомартлығы, эшкә уңғанлыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы үҙенә һеңдереп буй еткерә. Күгәрсен урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, ниндәй һөнәр һайларға тип баш ватмай ул, сөнки киләсәктә аҡ халат кейеп, тирә-яҡҡа шәфҡәт нурын өләшеү хыялы бәләкәй сағында уҡ инсафлы ҡыҙҙың күңеленә инеп оялаған була. Әлбиттә, иманлы, шәфҡәтле йөрәкле өлкәндәрҙең дә, хөрмәтле ата-әсәһенең дә аҡ халатлыларға ҡарата булған тәрән ихтирамы һөнәр һайлау юҫығында йоғонто яһамайынса ҡалмай.

 

 2009-2012 йылдарҙа Салауат медицина колледжында акушер һөнәренә уҡыған осоронда Лариса Айҙар ҡыҙы асылда үҙ юлын табыуына тиҙ төшөнә. Мәктәптә тырышып уҡыған студентҡа колледжда белем алыуы ла еңел бирелә. Практикаһын өс йыл рәттән Мораҡ үҙәк район дауаханаһында үтеп, эшкә ҡайтҡансы уҡ үҙ һөнәре буйынса ярайһы ғына хеҙмәт тәжрибәһен туплауға ирешә.

- Минең остазым, эштең нескәлектәренә төшөндөрөүсем ошо кабинетта оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Миңзәлә Зәйнулла ҡыҙы булды. Уны бөтәһе лә хөрмәт итә ине, изге күңелле, яғымлы кешенең ҡул аҫтында практика үтеүем дә үҙебеҙҙең район дауаханаһына эшкә килеүемә сәбәпсе булғандыр. 2012 йылда Мораҡ үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлашып, тиҙҙән тәжрибәле белгес урынына ҡалып эш башлағас, әлбиттә, тәүҙә ҡыйыныраҡ булды. Пациенттар инә лә, ҡайҙа Миңзәлә апай тип, уны таптыра, ә миңә, йәш кенә ҡыҙға ни... бер аҙ шикләнеп, аптырап ҡарай торғайны. Тора-бара күнделәр, - тип, иң тәүге хеҙмәт йылдарын көлөп иҫкә алып, остазына рәхмәтен белдереп үтергә лә онотманы белгес.

 Остазы өйрәткәнсә һәм тормош тәжрибәһенән сығып,  үҙенә ҡаралырға килгән һәр ҡатын-ҡыҙға айырым иғтибар бүлергә, кәрәккәндә яҡшы кәңәше менән ярҙам итергә, күңел күгенең болотло сағында ла пациенттарға ҡарата яҡты йөҙлө булып ҡалырға тырыша ул. Уның, ысынлап та, яҡшы белгес, намыҫлы медицина хеҙмәткәре һәм хәстәрлекле йәнле, күркәм кеше икәнлегенә пациенттар тиҙ арала төшөнөп алып, уға ихтирам-хөрмәт менән ҡарай башлай.

 Киләсәктә әсәй булырға йыйынған гүзәл заттарҙың, йәиһә итәк тултырып бала тәрбиәләгән әсәләрҙең һаулыҡҡа, шәхси тормошҡа бәйле ниндәй генә шик-шөбһәләре, кешегә һөйләмәй торған күңел зары булмаҫҡа мөмкин?.. Диспансеризация, план буйынса медицина тикшеренеүе үтеүселәрҙең, йәиһә шәхсән ҡаралырға килеүселәрҙең һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлап, тейешенсә кәңәшен бирә, етдиерәк ауырыуы булғандарҙы, хәүеф төркөмөнә ҡараусыларҙы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлегенә йүнәлтә. Ысынлап та, пак күңелле, кеселекле йәнле  Лариса Айҙар ҡыҙы тәжрибәле акушер ғына түгел, күп ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәхси психологы, яҡын серҙәше ролен дә үтәй.

- Элегерәк, йәшерәк саҡта, медицина тикшеренеүе үткән ваҡытта берәйһе дорфа өндәшһә, шелтәләһә, кәйефтәр төшә торғайны. Шул мәлдәрҙә “аҡ халат кейһәм, һәр ҡайһына иғтибарлы, мәрхәмәтле булыр инем” тип үҙемә һүҙ бирә торғайным. Шул һүҙемде тоторға тырышам. Тормош бит былай ҙа ауыр, дауаханаға ниндәй генә проблемалары менән килмәй кеше, күп ваҡытта аҡ халатлыларҙың яҡты йөҙө, йылы һүҙе лә кешеләрҙең йөрәгенә йәшәү дәрте өҫтәргә мөмкин, - тип, бик матур һәм дөрөҫ фекерҙәре менән уртаҡлашты белгес.

 Өлкән фельдшер, терапевт менән аҙнаһына ике тапҡыр ауылдарға ла сығып урап, халыҡты урындарҙа ҡабул итәләр. Донъя мәшәҡәтенә күмелеп үҙ сәләмәтлегенә битараф ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙың байтаҡлығына ла эсе боша акушерҙың.

- Күп ауырыуҙар, яман сирҙәр диспансеризация осоронда асыҡлана. Үткән йылда, мәҫәлән, ике ҡатында яман шеш барлығы билдәле булды. Түш ауырыуы, аналыҡтағы проблемалар менән хәүеф төркөмөнә ҡараусылар күп, айырыуса улар 55-60 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙа күҙәтелә. Шуға күрә һәр ҡатын-ҡыҙ ярты йылға бер беҙгә килеп ҡаралырға, тикшерелергә тейеш. Йылына бер тапҡыр булһа ла янбашына УЗИ үтергә, папиллома вирусына анализ биреп торорға тейеш. Сирҙе ни тиклем иртәрәк асыҡлайһың -  уны дауалауға мөмкинлектәрҙең шул тиклем ҙурыраҡ булыуын онотмаһын ине гүзәл заттарыбыҙ, - тип, гәзит уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға кәңәштәрен бирергә лә онотманы Лариса Айҙар ҡыҙы.

 

 Мораҡ ауылына йәм өҫтәп йәшәүсе тынғыһыҙ йәнле аҡ халатлы көләс йөҙлө ике улдың хәстәрлекле әсәһе лә. Улдары – уның күңел йыуанысы, рухи терәге. Өлкәне Арыҫлан - М.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класс уҡыусыһы, уҡыуҙа алдынғылар рәтендә булған үҫмер һүрәт төшөрөргә лә маһир. З.Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбендә Эльвира Хөрмәт ҡыҙы Бакированың класында ҙур теләк менән шөғөлләнә. Икенсеһе, кинйәһе Айтуған, шул уҡ гимназияла 4-се класта уҡый. Шуҡлығы менән айырылып торған малай ағаһына оҡшап һүрәт төшөрөргә ярата. Ә өйҙә, йорт тирәһендә әсәләренә ҙур ярҙамсы улар.

 Улдарын ысын ир-егеттәр эшенә өйрәтеп, уларға уң иңен ҡуйыусы ҡайныһы Хәлил Ғәриф улына, һөйөклө атаһы мәрхүм булғандан һуң хәҙер ике бөркөтө өсөн олатай урынына ҡалып, үҙҙәренә ныҡлы терәк-таяныс булып тороусы Зәки Әнүәр улына, уны оло тормошҡа әҙерләгән, пар күгәрсендәрҙәй парлы һәм матур тормош юлын үткән өләсәһе һәм олатаһына, эргәһендә һәр саҡ ҡурсалап йәшәүсе әсәһенә, бергә-бергә татыу эшләгән коллегаларына Лариса Айҙар ҡыҙы мең рәхмәтле.

 Ерҙә изгелектең изгелек булып ҡайтыуына ихлас ышанған, кешеләргә мәрхәмәтлек өләшкән Лариса Абдуллинаға ҡарайһың да, “Күркәм кешенең эше лә, булмышы ла күркәм була”тигәндәренә йәнә лә нығыраҡ инанаһың.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фотолар – автор һәм ғаилә архивынан.       

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас