Иң беренсе бильярд уйынын ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Бильярд - спорт уйыны ғына түгел, ә тактик фекерләү,тәүәкәллек, етеҙлек һәм ваҡытты ҡыҙыҡлы үткәреү ул. Бында беренсе урынды Ш.Шәрипов, икенсене М.Шәрипов һәм өсөнсө урынды Р.Миңлеғолов алды.
Өҫтәл теннисы буйынса ла уйындар бик ҡыҙыу барҙы. Спортсы ир-егеттәрҙе лә уҙҙырып, беренсе урынға Э.Абдуллина лайыҡ булды. Икенсе урынды З.Абдуллин, өсөнсө баҫҡысты А.Йәһүҙин яуланы.
Шашка - донъя буйынса миллионлаған кешене мауыҡтырған интелектуаль өҫтәл уйыны. Беҙҙең илдә ул элек-электән бик популяр булды. Шашка логик фекерләүҙе, математик һәләттәрҙе, сослоҡто, зирәклекте, хәтерҙе үҫтерә, ул түҙемлелек, ныҡышмалыҡ, тыныслыҡ талап итә. Был спорт төрөндә беренселекте һәр йылдағыса З.Ҡорбанаева алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарға Ә.Маннанова менән Г.Якиева сыҡтылар. Уҡыусылар араһында И.Вәлитовҡа етеүсе булманы.
Спорт уйындары “Ак калфаклар” ансамбленең сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы.
Был матур сараны үткәреүгә Күгәрсен ауылының почетлы гражданы Хәлитов Риф Рәшит улы спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте. Мәктәпкә, мәҙәниәт йортона, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, ауылдаштарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп тороусы Риф Рәшит улына күркәм юбилейы уңайынан Күгәрсен районы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Риф Рәшит улына иҫәнлек, ғаиләһендә именлек, эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Матур байрамды ойоштороп, ҙур кимәлдә үткәреп ебәргән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Шәриповҡа һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе З.Хәйбуллинаға, ярҙамсыларына ҙур рәхмәт.