Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2025, 07:08

Доға ҡасан ҡабул була?

Доғаларҙың ҡабул булыу ваҡыты.

Фарыз намаҙ артынан;

 Аҙан менән ҡамәт араһында;

Төндөң ахырғы өлөшөндә;

 Ямғыр яуған ваҡытта;

Йома көнөнөң икенде намаҙынан алып, ҡояш байығансыға хәтле булған ваҡыт аралығында;

Зәмзәм һыуын эсер алдынан;

Нәфел намаҙҙарының сәждәһендә;

Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә (Ғәрәфә көнө) Ғәрәфәт тауы үҙәнендә;

Ҡәҙер кисәһендә;

 Ҡыйырһытылған кешенең ҡыйырһытҡан кешегә доғаһы;

 Ата-әсәнең балаһы өсөн доға ҡылыуы;

 Ураҙа тотоусының ҡояш байыр алдынан доға ҡылыуы;

 Ғәҙел етәксенең доғаһы;

 Хаж ваҡытында Сафа тауында;

 Хаж ваҡытында Мәрүә тауында;

 Хаж ваҡытында Мөздәлифә үҙәнендә;

 Сәфәрҙә саҡта;

Рамаҙан айында;

Ҡәҙер кисендә;

Мосолмандың ҡәрҙәше өсөн үҙе юҡ ваҡытта доға ҡылыуы;

Ауыр хәлдә ҡалған саҡта.

Автор:
Читайте нас