Ҡырағай тауҙар илен, унда һәләк булған хәрби дуҫтарын иҫләп, күңелһеҙ хәтирәләре менән уртаҡлашырға бер афғансы ла атлығып тормай. 2022 йылдан Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәр өсөн дә йәнкәйҙәре өҙгәләнә, илебеҙ сиктәрендә, еребеҙҙә тыныслыҡ ҡаҡшауына бәйле лә йөрәктәре ҡанһырай уларҙың.
- Һуғыш - ул һуғыш инде, уйын түгел, уның нимәһен һөйләйһең дә, нимәһен яҙаһың. Армиянан ҡайтыуыма хәҙер 43 йыл бит! - тип ҡырыҫ ҡаршы алды яҙмамдың геройы Вәхит ТАЗЕТДИНОВ, шул уҡ ваҡытта үҙе мине түргә әйҙүкләне.
Атай нигеҙен ҡоротмайынса Ыуары ауылын (рәсми телдә Багдашкин) ғүмерлеккә төйәк иткән, үткән быуаттың 80-селәрендә Афған ерендә ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған Вәхит Тазетдинов ысынлап та аҙ һүҙле булып сыҡты. Әммә тормошта әсеһен-сөсөһөн татыған, тыштан ҡырыҫыраҡ күренһә лә, был тормошҡа сикһеҙ һөйөү менән баҡҡан өлкән яугирҙың оло йөрәкле һәм изге күңелле икәнлеген электән ишетеп белгәнлектән, түргә үтеп “ҡунаҡланым”.
Яратам мин мейес йылыһы эркелгән нурлы ауыл өйҙәрен! Тик уларҙа боронғо ихласлыҡ, тәбиғи матурлыҡ һаҡланғандай... Тазетдиновтарҙың йортонда ла үҙемде үҙ кешеләй тойоп, бала саҡтан йөрәгемә яҡын аҡ мейес йылыһына иҙрәп, самауыр йырын тыңлап, йәнгә сихәт алғандай булдым.
Вәхит ағай 1962 йылдың 1 авгусында Ыуары ауылында яҡты донъяға килгән. Ете балаға ғүмер бүләк иткән әсә-атаһы – Сәлихә менән Шәрифйән Тазетдиновтар икеһе лә 27-селәр булараҡ, аслыҡ йылдарын да, һуғыш михнәтен дә үҙ елкәләрендә татый; “үҙгәреш осоро”ндағы ғәҙелһеҙлектәрҙе лә күрергә насип була уларға. Япондар менән һуғышта ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн тос индергән ғаилә башлығы бөркөттәй улдарын да үҙ өлгөһөндә сая рухлы, ныҡ йөрәкле итеп үҫтерергә тырыша.
Вәхит тә, ауыл малайы булараҡ, ата-әсәһенә иркәләнеп-наҙланып түгел, бәләкәйҙән бесән сабып, утын әҙерләп ауыр эш менән сынығып буй еткерә. Ыуарыла башланғыс белем алғас, 10-сы класҡа тиклем Юлдыбай ауылы мәктәбендә уҡый. Армияға ныҡлы әҙерлек тә тап ошо Ыуары-Юлдыбай араһында йә йәйәүләп, яҙлы-көҙлө велосипед менән үтелгән йыраҡ саҡрымдарҙан башлана.
Мәктәптән һуң Ҡораллы Көстәр сафына алынғансы уҡ эшһөйәр үҫмер Магнитогорск ҡалаһында металл иретеү комбинатында эшләп бил нығыта. 1981 йылдың көҙөндә армияға ла шул ҡаланың хәрби комиссариатынан алына. Бер туған ағаһы – Хәмит Шәрифйән улы ла Афған ерендә хеҙмәт итә, ул армияға Күгәрсен районынан китә. Тик ярты сәләмәтлеген ҡырағай ерҙәрҙә ҡалдырып ҡайтҡан егет оҙаҡ йәшәмәй, яҡты донъяларҙы бик иртә ҡуя.
Баһадирҙай кәүҙәле, типһә тимер өҙөрлөк Вәхит, әлбиттә, һәр заманда элиталы һаналған һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Утлы яуға ингәнсе ярты йыл Белорусияла учебка үтеп, пулемётсы булараҡ хәрби белемдәрен камиллаштыра.
1982 йылдың 26 апрелендә Вәхит Тазетдинов хеҙмәт иткән һауа-десант ғәскәре Витебск дивизияһы составында Кабул ҡалаһына инә. 1983 йылдың 31 октябренә тиклем яҡташыбыҙ Афған ерендә хәрби операцияларҙа ҡатнашып, интернациональ бурысын ҙур намыҫ менән үтәй. Шомло тауҙар иленең үҙәк өҙгөс әсе елдәренә түҙергә лә, нисәмә тапҡыр үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға ла тура килә уға. Ажарлы 1982-нең 25 июлендә уң яҡ ҡулбашы яраланып, госпиталдә дауаланып сыҡҡас та, ҡурҡыу белмәҫ яугир хеҙмәтен ғорур дауам итә.
Яҡташыбыҙҙың утлы юлдарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы юғары баһалана. Ул “За отвагу” миҙалы менән бүләкләнә.
Афғандан һуң Вәхит Шәрифйән улы Магнитогорск ҡалаһында үҙ эшен дауам итә. Тиҫтә йылға яҡын электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Атаһы мәрхүм булғас, яңғыҙ әсәһен ҡарарға тип тыуып үҫкән ауылына ҡайта. Үҙ төйәгенә ҡайтҡас та, тормош йәмен тынғыһыҙ хеҙмәттән таба – “Искра” совхозына эшкә сығып, иретеп йәбештереүсе, тимерсе һөнәрен башҡара, көтөүсе лә була.
Яҙмабыҙ геройының “урман хужаһы” менән алыштан да иҫән-имен ҡотолоуы тураһында районда күптәр хәбәрҙарҙыр. Ике меңенсе йылдар башында булған был күңелһеҙ хәлде артыҡ төпсөнөргә баҙнат итмәнем. Шуныһы билдәле - яу ҡырында тәжрибә туплаған яугир булмаһа, Вәхит ағай үҙенән ике тапҡыр дәүерәк айыуҙың “ҡосағы”нан иҫән-һау ҡотола алмаҫ ине. Бәлки, утлы юлдарҙан имен ҡайтҡан яугирға яҙмыш үҙе рәхимлек күрһәткән. Бәлки, үҙенә күңел йыуанысы, тоғро иптәш булырҙай насип йәре, сабыр холоҡло һәм тилбер ҡуллы ҡатын менән бергә үтәсәк татыу ғүмер йылдары хаҡына йәнә лә үлем тоҙағынан уны үҙе йолоп ҡалған Хоҙай...
Өлөшөнә төшкән көмөшө – Нажиә апай менән улар 2012 йылдан башлап ғүмер ебен бергә һүтәләр. Хәләл ефете лә ошо ауыл ҡыҙы. Күреү һәләтенән мәхрүм гүзәл заттың бармаҡтары һиҙгер, ҡулдары алтын. 1-се төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, ул ҡул эштәренә ифрат оҫта. Беҙ барғанда ла аяҙ күк йөҙөндәй асыҡ төҫтә свитерына ҡул һалып ҡуйған ине. “Бәйләйем дә, кешеләргә бирәм, нимә тип уларҙы һаҡлайһың инде”, - ти йомарт күңелле хужабикә. Күп йәштәр баҡса сәсергә йыбанғанда, Тазетдиновтар картуфын да үҙҙәре сәсеп, көҙгә мул уңыш ала. Йорттарында стационар телефон булмауы ғына бер аҙ эстәрен бошора. “Телефон үткәрергә кәрәк ине тип мөрәжәғәт итеп ҡараным, файҙаһы булманы”, - ти Нажиә апай. Ваҡ ҡына мәсьәләне сисер өсөн дә, тейешле льготалар менән файҙаланыр өсөн дә хәҙерге заманда артынан күпме йөрөргә кәрәк шул.
Алыҫ 80-селәрҙә дәүләт мәнфәғәтен яҡлап, илебеҙ тыныслығы һағында ҡыйыу торған, исемен алтын хәрефтәр менән тарихҡа уйған афғансы Вәхит Тазетдинов “Афған халҡынан рәхмәт” миҙалын да, гүзәл йәшлегендә шомло тауҙар илендә төшкән берҙән-бер фотоһын да ҡәҙерләп һаҡлай. “Хәрби туғанлыҡ” төшөнсәһе лә уның өсөн иң юғары, бер ниндәй биҙмәндәргә һалып үлсәй алмаҫ мәңгелек ҡиммәт. Ауылдашы, яуҙашы мәрхүм Фиҙат Зәйетовтың, үҙе үткән утлы юлдарҙы тапаған, һаман да яҡын дуҫы, серҙәше булып ҡалған “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены эйәһе Хәлит Ҡотлогилдиндың исемен оло хөрмәт менән телгә алып үтергә онотманы әңгәмәсем.
Оло йөрәкле, ныҡ рухлы яугирға, уның рухи терәге Нажиә апайға тормош һәм күңел күктәренең гел салт аяҙ тороуын теләге килә. Таһылдар, батырҙар үҫтергән Ыуарыны йәмләп, бергә-бергә һау-сәләмәт йәшәгеҙ әле һеҙ!