Ерҙәге именлек, илебеҙ һағында ҡалҡандай ғорур тороусы Ватан һаҡсылары араһында Мораҡ ауылы егете Нияз Сәфәрғәлин дә бар. Ул хеҙмәт иткән батальон үткән йылдың көҙөнән бирле 27-се мотоуҡсылар дивизияһы составында Белгород өлкәһендә дәүләт сиктәрен һаҡлай. Тыныс холоҡло, урыҫтар әйтмешләй, “бер себенде йәберләргә лә ҡулы күтәрелмәҫ” нескә күңелле егетте бынан ике-өс йыл элек һәр аҙымда хәүеф-хәтәр һағалаған окоп тормошонда күҙ алдына килтерергә лә баҙнат итмәҫ инек. Әммә ир-егетте ерҙә ныҡлы баҫып торорлоҡ көслө зат иткән дә, яҡындарын ел-ямғырҙан, тыуған илен утлы ғәрәсәттән ҡурсалар ысын ҡалҡан иткән дә – хәрби хеҙмәт шул.
- Армия – тормош мәктәбе тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән, мин нәҡ бында ғына гражданкала яҡын кешеләремде тейешенсә баһалай белмәгәнлегемде аңланым. Ә бында тормошҡа, кешелек ҡиммәттәренә өр-яңы күҙлектән ҡарай башлайһың. Нәҡ армияла мин үҙемә ысын һәм тоғро дуҫтар, иптәштәр таптым. Улар һинең артыңдан ер сигенә лә барырға әҙерҙәр. Беҙ бында төрлөбөҙ төрлө ерҙән, ҙур илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм төрлө милләттән. Тик үҙебеҙҙе берҙәм тоябыҙ, нәҡ шул тойғо беҙгә көс, ышаныс бирә, - ти хәрби хеҙмәте бик ябай булмаған һәм үтә лә яуаплы осорға тура килгән Нияз Сәфәрғәлин.
Ул 2003 йылдың 3 октябрендә Подгорный ауылында тыуа. Ике йәше тулғас, ғаиләһе йәшәргә район үҙәгенә күсеү сәбәпле, Нияз Мораҡ ауылында буй еткерә. Бала саҡтан белемгә әүәҫ үҫмер Мораҡ башҡорт гиназияһында белем алған осоронда уҡыу буйынса алдынғылар сафынан төшмәй, бейеү менән дә мауыға.
9-сы класты уңышлы тамамлап, 2019 йылда Күмертау авиация-техник колледжына (Өфө Фән һәм технологиялар университеты филиалы) техник эксплуатациялау һәм электр ҡоролмаларын хеҙмәтләндереү факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 2023 йылдың 1 авгусында Мораҡ ауылында район электростанцияһына эшкә урынлаша.
Үҙ һөнәренә генә түгел, техникаға ла әүәҫ булдыҡлы егет армияға тиклем урындағы ДОСААФ бүлексәһендә уҡып, ҡулына водитель таныҡлығы ла алып өлгөрә.
2024 йылдың 4 июнендә Нияз Сәфәрғәлин Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Буласаҡ Ватан һаҡсыһының хәрби хеҙмәте Ырымбур өлкәһендә Тоцк ҡалаһында башлана.
- Тәүҙә присяга ҡабул иткәнсе ҡәҙимге армия тормошо менән йәшәнек. Нарядтар, плацта сафҡа тороуҙар... Артабан төрлө йүнәлештә – хәрби, тактик, инженер, медицина, радио-электрон әҙерлек буйынса етди уҡыуҙар башланды. Өс ай дауамында “АК-12” автоматынан, гранатомёттан атырға өйрәндек. Тәбиғәт шарттары ҡамасау итмәне, эҫелә лә, һыуыҡта ла хәрби учениелар дауам итте. Көн һайын иртәнге 5-тән көндөҙгө 2-гә тиклем полигонда булдыҡ. Ныҡлы хәрби әҙерлек үткәс, беҙҙең 25-се уҡсылар батальонын дәүләт сиктәрен һаҡлау маҡсаты менән Белгород өлкәһенә ебәрҙеләр. Ил сигендә хеҙмәтебеҙ ябай түгел, һауанан “беспилотниктар” ҙа, ракеталар ҙа оса, уяулыҡты бер минутҡа ла юғалтырға ярамай. Окоптар ҡаҙып, дошмандан йәшенеү сараһын да күрергә кәрәк. Төп дошманыбыҙ – урындағы тәбиғәт шарттары. Бында бер туҡтауһыҙ тигәндәй ямғыр яуып тора, һауа дымлы, аяҡ аҫты бысраҡ. Бер сәбәпһеҙгә урамға сығырға ярамай. Иң мөһиме – командирыңды тыңлаһаң, дисциплана һаҡлаһаң, һинең менән барыһы ла яҡшы буласаҡ, - тип үҙенең ниндәйерәк шарттарҙа хеҙмәт итеүен әйтеп үтте Нияз Рәил улы.
Нәҡ армияла ысын, тоғро дуҫтар табыуына, сынығыу мәктәбен үтеүенә яҡташыбыҙ сикһеҙ шат. Буласаҡ һалдаттарға әйтер һүҙе, кәңәше лә бар Ватан һаҡсыһының:
- Был тормошта булғанын ҡәҙерләп өйрәнегеҙ, яҡындарығыҙға йылы һүҙҙе йәлләмәгеҙ. Армия тормошонан ҡурҡмағыҙ. Бер йыл эсендә генә лә һеҙ бында яңы дуҫтар, тоғро иптәштәр табып, ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ ысын тормош мәктәбен үтеп өлгөрәһегеҙ. Ниндәй генә ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға тарымайһың, уларҙы һуңынан һағынып иҫләп, йә көлөргә, йә иларға тура киләсәк. Армияла начальниктарыңдың, командирҙарыңдың приказдарын тыңларға, уларға буйһонорға кәрәк. Форсаттан файҙаланып, үҙемдең рота командирын М.А.Алиевты билдәләп үткем килә, һәләтле командир ғына түгел, киң күңелле кеше ул. Уның менән шәхси проблемаларыңды ла уртаға һалып һөйләшергә мөмкин. Ундай кешеләр менән, һис шикһеҙ, Еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ!
Илһөйәр рухлы, әүҙем тормош позициялы һалдатыбыҙҙың киләсәккә хыялдары яҡты. Хәрби хеҙмәттән һуң ул яратҡан эшен дауам итергә, юғары уҡыу йортона инеп, йәнә лә белемен арттырырға, камиллаштырырға ниәтләй. Матур тәрбиә биргәндәре, ысын кеше итеп үҫтергәндәре өсөн ул һөйөклө әсәһенә, ҡәҙерле өләсәһенә сикһеҙ рәхмәтле.
- Бөтәһе өсөн дә мең рәхмәтем һеҙгә, мин һеҙҙе ныҡ яратам! – ти ул ихлас күңелдән.
Эйе, илһөйәрлек, ватансыллыҡ тойғолары ла, таһыллыҡ, рух ныҡлығы, тормошҡа, кешеләргә яҡты ҡараш та күпселек тәрбиәнән һалына.
Бәхеткә күрә, Нияз да бәләкәстән ғәзиз әсәһе Эльвира Марат ҡыҙы менән йомарт күңелле өләсәһе Ҡәмәриә Ямалетдин ҡыҙының йөрәк наҙына сорналып, яратҡан кешеләренән тик күркәм кешелек сифаттарын күсергес итеп алып, тормош яланында һис баҙап ҡалмаҫ һәм ауырлыҡтарға бирешмәҫ булып егет ҡорона инә. Ғаиләһендә һалынған эшкә бөтмөрлөк, һәр нәмәлә бөхтәлек яратыу, һәр нәмәнең ыңғай яғын күрә белеү һәләте Ниязға армияла төп терәк-тяныс булып тора ла инде.
Ныҡлы арҡаһыҙ балаларҙы уҡытыуы, игелекле, булдыҡлы итеп үҫтереүе лә анһат түгел. Бөркөттәй улдарын белемле, һөнәрле итер, уларға ныҡлы тыл булдырыр өсөн Эльвира Марат ҡыҙына заманында ҡайҙа ғына эшләргә тура килмәй, ғаиләһенең матди яғын хәстәрләп вахта менән Мәскәү яғында ла йөрөй. Был ваҡытта хәстәрлекле, изгелекле өләсәләре улдарына ныҡлы терәк булып тора.
Хәҙер инде йылдар аҡҡас, ваҡ донъя мәшәҡәттәре артта ҡалған. Рәмзил, Нияздың ағаһы, Ишембай нефть колледжында газ һәм нефть скважиналарын быраулау факультетын тамамлап, әлеге ваҡытта Себерҙә инженер-геофизик һөнәрен башҡара. “Кеше һәр ваҡыт үҫеш юлында булырға тейеш, был тормошта юғары белем ҡамасау итмәй” тип фекерләүсе таһыл егет ситтән тороп Удмурт дәүләт университетында (рәсми телдә – М.С.Гуцериев исемендәге нефть һәм газ институтында) белем ала.
Сәфәрғәлиндар район үҙәгенән шәхси йорт һатып алып, күркәм булмыштары менән Коммунистик урамына йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәй. Яҡты күңелле, ныҡ елкәле ике улдың изгелекле әсәһе, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгендә реклама буйынса белгес булып эшләгән Эльвира Марат ҡыҙының тирә-яҡта сәк-сәк, бауырһаҡ оҫтаһы тигән даны бар. Ил сигендә хеҙмәт иткән Ниязы өсөн ут йотоп торһа ла, күпме төндәрҙе керпек ҡаҡмай аҡ теләктәр теләп изге доғаларҙа үткәрһә лә, моң-зарҙы һис белмәйенсә, тынғыһыҙ эштән тормош йәмен табып, батыр улының хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын сабыр ғына көтә. 80-де артмаҡлап килгән Ҡәмәриә Ямалетдин ҡыҙы ла яратҡан ейәненә хәйерле юлдар теләп яна.
Һис шикһеҙ, һөйөклө кешеләренең аҡ теләктәре, изге доғалары ҡыйыу йөрәкле, сая рухлы ысын Ватан һаҡсыһына юлдаш булыр, батыр егетебеҙ хәрби хеҙмәтенән яҡын киләсәктә имен-аман ҡайтып инер һәм яҡты хыял-өмөттәрен тормошҡа ашырыр әле! Тик ҡояшлы яҙҙар менән илебеҙ сиктәренә именлек килһен, әсәләр йөрәге башҡаса янмаһын, борсолмаһын!