Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2025, 05:30

Фуат Әлмөхәмәтов яугиҙәребеҙгә 500 ашыу окоп шәмдәре әҙерләп ебәрҙе.

Ҡышҡы һалҡындарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә окоп шәмдәре айырыуса кәрәк. Ул елдә һүнмәй, төтәмәй. Аҙыҡты йәки сәйҙе эҫетеү, бер аҙ йылынып алыу өсөн дә ярҙамы ҙур.

Фуат Әлмөхәмәтов  яугиҙәребеҙгә 500 ашыу окоп шәмдәре әҙерләп ебәрҙе.Фуат Әлмөхәмәтов  яугиҙәребеҙгә 500 ашыу окоп шәмдәре әҙерләп ебәрҙе.
Фуат Әлмөхәмәтов яугиҙәребеҙгә 500 ашыу окоп шәмдәре әҙерләп ебәрҙе.

✅ Консерва банкаһы, ҡатырға, парафин ярҙамында окоп шәмдәрен яһап ебәреүселәр Тәүәкән ауылында байтаҡ, изге эшкә ҡушылыусылар артҡандан арта.

✅Тәүәкән ауылынан Фуат Зәкир улы Әлмөхәмәтов көҙ миҙгеленән алып бөгөнгө көнгәсә ул 500ҙән ашыу окоп шәмдәре эшләп ебәрҙе.

🇷🇺🇷🇺🇷🇺 "Махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә әҙ генә булһа ла ярҙамым тейһен, үҙ өлөшөмдө индерәм", ти ул. Бөтә күңелен һалып башҡарған Фуат Зәкир улының изге эшенә һоҡланырға ғына ҡала.

✊✊✊ Һеҙҙең шәмдәрегеҙ батырҙарыбыҙҙың һалҡын окоптарын, күңелдәрен йылытһын, тыуған яҡтың йылыһын еткерһен һәм иң мөһиме донъяларҙа тыныслыҡ урынлашһын.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас