Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2025, 09:50

Яугир батырҙарға – дан һәм хөрмәт!

 Ун йылға яҡын дауам иткән һәм 15 меңләп һалдат һәм офицерҙың ғүмере ҡыйылған Афған һуғышынан беҙҙе теүәл 36 йыл айырып тора. Әммә йөрәк яралары һаман уңалмай, яңы дәүер батырҙары ил мәнфәғәтен, еребеҙ именлеген яҡлап ҡулдарына ҡорал алырға мәжбүр булғанда һәм илебеҙ өсөн шәһит киткәндәр, улар йәнә лә ҡанһырай, һулҡылдай...

 Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө һәм Бөйөк Еңеү яҙына тиҙҙән 80 йыл тулыу уңайынан район үҙәгендә ойошторолған тантаналы саралар ҙа берсә тулҡынландырғыс байрам, берсә һағыш-моңға тулы хәтер көнөн тоҫмалатты.

 Изге йола буйынса афғансылар һәм башҡа локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан яугирҙар, уларҙың туғандары, райондың төрлө дәүләт ойошмалары, предприятиелары етәкселәре “Хәрби туғанлыҡ” аллеяһы эргәһенә митингҡа йыйылды.

 Тантаналы сараның асыҡ икәнлеген белдереп, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.

- Беҙ һеҙҙең менән Ватан тарихында мөһим датаны билдәләр өсөн йыйылдыҡ. Шулай уҡ беҙ бөгөн илебеҙ сиктәрендә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, хәрби бурысын ҙур намыҫ менән үтәгән яҡташтарыбыҙҙың батырлығын иҫкә алабыҙ. Хәрби бурысын үтәгәндә илебеҙ өсөн шәһит киткәндәрҙе мәңге онотмайбыҙ. Улар хәрби антына тоғролоҡ һаҡлауы, һынмаҫ рухы менән яңы быуын һалдаттарына өлгө булып тора. Утлы юлдар үткән яугир-интернационалистар, ветерандарҙың әле күпселеге һаман сафта, улар әле лә кескәй Ватаны мәнфәғәтенә хеҙмәт итә, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү юҫығында йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Һәр ҡайһыһына – оло хөрмәт һәм оло рәхмәтебеҙ! – тип район хакимиәте башлығының тәүге урынбаҫары Руслан Йәнгиров афғансыларҙы, башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугир яҡташтарҙы ҡайнар тәбрикләп, уларға рух ныҡлығы, ғаилә бәхете, ҡоростай сәләмәтлек теләне.

 Урындағы “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһын етәкләгән, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Михаил Савельев та аҡ теләктәрен, тәрән ихтирам менән һуғарылған һүҙҙәрен яугир дуҫтарына адресланы.

- Борис Громов әйткәнсә, 36 йыл элек Афған ерендә һеҙ үҙегеҙҙең хәрби бурысты ҙур намыҫ менән үтәнегеҙ, тыуған ил алдында биргән антығыҙға һәр берегеҙ тоғро ҡалды. Ә яу ҡырында баш һалғандарҙы бөгөн оло хөрмәт менән иҫкә алыу – беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың оло бурысы. Мәңгелек дан батырҙарға! – тип тамамланы ул ихлас сығышын.

 Исмәғил Ғилманов башҡарыуында батырҙар иҫтәлегенә яңғыраған йыр күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын да тибрәтте, йөрәктәрҙә тарих яраларын яңыртты.

 Бер минутлыҡ тынлыҡ менән ил батырҙары иҫкә алынғас, интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдаттарҙың һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, иле өсөн шәһит киткәндәрҙең исемдәре уйылған һәйкәлгә тере сәскәләр һалынды.

 Артабан афғансылар тыуған яҡты өйрәнеү музейында Мәләүез күп профилле колледжының филиалы студенттары менән осрашты. Улар өсөн “Утты үҙемә алып” исемле батырлыҡ дәресе үтте.

 Эйе, батырҙар исеме мәңгелек! Утлы Афған ерендә һәләк булғандан һуң Ҡыҙыл Йондоҙ орденына эйә булған яҡташтарыбыҙ – Рафаил Яҡупов, Радик Ғөзәйеров, Заһир Ишкилдин, Алик Рөстәмовтарҙың исемдәре йөрәктәргә мәңгелеккә уйып яҙылған.

 Ә йәш быуынға ҡаһарманлыҡ, рух ныҡлығы өлгөһө булып торған, әлеге ваҡытта ла сафта ҡалып тормошҡа яҡты һәм әүҙем ҡарашы менән хайран иткән, ауылдарыбыҙға йәм өҫтәп йәшәгән афғансыларға, яугирҙарға – оло ихтирам-хөрмәтебеҙ!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас